6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Беҙҙең метраж һәм пейзаж
17.04.08


       Әгәр хәҙер Өфөлә йәшәүсе һәр кешегә 19,2 квадрат метр торлаҡ майҙаны тура килһә, 2025 йылға 26 квадрат метр тура киләсәк. Был турала Өфө мэрияһындағы матбуғат конференцияһында Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө баш идаралығы начальнигы, Өфөнөң баш архитекторы Рәмзит Маскулов һөйләне.
       Рәмзит Мөнир улы Өфөнөң Генераль үҫеш планы һәм перспективалар тураһында бәйән итте. Генпланға төҙәтмәләр ике йыл элек, 2006 йылдың июнендә ҡабул ителде. Шул уҡ йылды төҙөлөш алып барыу һәм ер менән файҙаланыуҙың яңы ҡағиҙәләре лә ҡабул ителде. Пландың беренсе сираты 2015 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш, тулыһынса бойомға ашырыу 2025 йылда көтөлә. Был документта халыҡтың иҫәбе һәм Башҡортостан баш ҡалаһының дөйөм торлаҡ фонды метражы аныҡ планлаштырылған.
       Әгәр хәҙер Өфөлә бер миллион утыҙ меңгә яҡын кеше йәшәһә, 2025 йылға өфөләр йөҙ меңгә артырға тейеш. Хәҙер дөйөм торлаҡ фонды 19 миллион квадрат метрҙан ашыуыраҡ тәшкил итә. 2025 йылға ул 30 миллион "квадрат"ҡа күтәрелергә тейеш. Тимәк, бер 17 йылдан һуң баш ҡалала йәшәүсе һәр кешенең "шәхси майҙаны" 19,2-нән 26 "квадрат"ҡа етәсәк.
       1996 йылда ҡабул ителгән беренсе генпланда Ҡариҙел йылғаһы аръяғын үҫтереүгә төп баҫым яһалғайны. Ҡариҙел йылғаһы аръяғында параллель ҡала үҫеп сығырға тейеш ине. Ләкин яңыраҡ ҡайтанан ҡарап, был зона күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн бик ҡулай түгел, тигән һығымтаға килделәр. Унда һыу баҫа, етмәһә, инженер селтәрҙәре менән проблемалар хәл ителмәгән.
       Шуға күрә төҙәтелгән планда Ағиҙел аръяғына ҙур роль бирелә. Бындай схема буйынса Өфө, ҡаланың административ үҙәгендә урынлашҡан "эшлекле" ядроһы менән, ыҡсымыраҡ килеп сығасаҡ. Өфөнән көнбайышта, Дим менән Затон араһында, әле Ветошниково һәм Романовка тораҡ пункттары урынлашҡан урында, ҙур торлаҡ район төҙөү планлаштырыла. Унда 2,5 миллион квадрат метр тирәһе торлаҡ майҙаны төҙөләсәк. Был райондағы ер участкалары һатылған да инде, планлаштырыу проекты эшләнә. Ә проектты сит ил архитекторҙары - испандар һәм француздар эшләй.
       Был районды үҫтереүҙең ыңғай яҡтары күп. Ул үҙенән-үҙе бөгөнгө көндә һыу баҫҡан, проблемалы территория булып торған Нижегородканы үҫтереүҙе үҙ артынан "тартасаҡ". Артабан ҡаланың административ үҙәге менән бәйләнеш булдырылһын өсөн юлдар һалынырға һәм күперҙәр төҙөлөргә тейеш. Ағиҙел йылғаһы аша ике күпер төҙөү планлаштырыла - береһе Затонға өҫтәмә күпер, икенсеһе туранан-тура яңы районға. Ағиҙел менән яңы район араһындағы һыубаҫар территория ла төҙөкләндереләсәк. Төҙөүселәр алдына, был урындарҙа парк, ял итеү зоналары, аквапарктар, спорт ҡоролмалары яһалырға тейеш, тигән шарт ҡуйылды.
       Димдән алыҫ түгел, Кустарев күле эргәһендә лә аҙ ҡатлы йорттар төҙөү, социаль торлаҡ, таунхаустар төҙөү планлаштырыла. Маскулов, унда үҙҙәренең автомобиль ҡуйыу урындары ла, спорт ҡоролмалары ла, сауҙа комплекстары ла буласаҡ, тип ышандырҙы.
       Ҡариҙел аръяғы ла онотолманы. Хәҙер ҙур планлаштырыу проекты әҙерләнә. Унда аҙ ҡатлы төҙөлөш күҙ уңында тотола. Бөгөн Нагаево, Йылҡыбай, Федоровка, Карпово, Жилино, Зинино тораҡ пункттары һәм Шаҡша-Көньяҡ районы бик яҡшы үҫешә. Транспорт схемаһы үҙгәрә. Көнсығыш райондарҙың үҙәк өлөш менән бәйләнеше Кузнецов ҡултығы аша - Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлгән Таш кисеү районында буласаҡ. Быйыл ул төҙөлөп бөтөр, моғайын, хәҙер Өфөнө туранан-тура М-5 федераль трассаһы менән тоташтырасаҡ юлды һалалар. Маскуловтың әйтеүенә ҡарағанда, хәҙер был урындарҙа ер участкалары алырға теләүселәрҙән ғаризалар артыуы күҙәтелә. Йәйен планлаштырыу проекты әҙер булырға тейеш, һуңынан был тораҡ районды раҫлау тураһында ҡарар проекты ҡабул ителәсәк, унда өс миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ майҙаны булдырыу планлаштырыла.
       Был районды үҫтереү ҙә эргәләге территорияларҙы төҙөкләндереү менән йәнәш алып барыласаҡ. Таш кисеү районында күпергә ҙур машиналар ағымы сығасағын күҙ уңында тотоп, был ағымды "борорға" кәрәк буласаҡ. Йәғни Дуҫлыҡ Монументынан Пугачев, Сочи, Софья Перовская урамдары буйлап участканы үҫтерергә кәрәк. Был тар урамдар киңәйтеләсәк. Артабан Пугачев урамына Кувыкин урамы сығасаҡ. Улар киҫешкән урында ҡеүәтле юлдар айырмаһы планлаштырылған. Дуҫлыҡ Монументы районында ла күп кимәлле юлдар айырмаһы буласаҡ. Кузнецов ҡултығы районында, башлыса, аҙ ҡатлы, өлөшләтә уртаса ҡатлы йорттар төҙөләсәк. Глумилино микрорайонында - Рәсәй, Урман техникумы, Сипайлово һәм Өфө шоссеһы урамдары араһында ҙур проект тормошҡа ашырыласаҡ. Был микрорайонда радиомачталар тора ине, уларҙы былтыр алдылар, хәҙер унда 900 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ майҙаны менән яңы йорттар төҙөү планлаштырыла.
       - Ҡаланың төп үҙәге - Октябрь проспекты, - ти Рәмзит Мөнир улы. - Перспективала икенсе параллель юл - тимер юл полотноһы буйлап "төньяҡ шоссе" яһау планлаштырыла. Һәм өсөнсө ҙур параллель магистраль - Салауат Юлаев проспекты. Хәҙер ул "Аҡбуҙат" проспектынан аҫҡа Сипайлово урамына төшә, һуңынан Ватутин урамынан ул "Амстар" заводына йүнәлеш аласаҡ, бында ҙур айырма, Жуков һәм Сельско-Богородский урамдары тоташҡан урында үҙәк нөктәһе буласаҡ. Артабан Салауат Юлаев проспекты Азатлыҡ урамы буйлап үтәсәк. Унда ике кимәлле хәрәкәт буласаҡ, төп ағым эстакада буйлап йүнәлтеләсәк. Яңы айырманан Шаҡша яғына проспект Ушаков урамынан төньяҡ сәнәғәт зонаһына илтеүсе тимер юл буйлап үтәсәк. Тимашево боролошонда айырма яһаласаҡ, артабан дүрт һыҙатлы юл Бөрө тракты буйлап Благовещен һәм Бөрө яғына китәсәк.
       Бынан тыш, Бессонов-Бабушкин урамдары һәм Һалле округы исемендәге урам буйлап транспорт схемаһын техник-иҡтисади нигеҙләү эшкәртелгән. Яҡын арала Баш архитектура Черниковка, Инорс, Лихачев сәнәғәт зонаһы һәм башҡа торлаҡ райондарын планлаштырыу проекттарын эшкәртеүгә заказ бирергә йыйына.
       Телеүҙәктән Дуҫлыҡ Монументына тиклем Өфөнөң көньяҡ ипкене төҙөкләндереләсәк. БДУ-ның уҡыу корпустары артынан яр буйында ҡунаҡхана төҙөү планлаштырыла.
       Октябрь проспектында Дан бульвары һәм Шафиев урамы райондарында ер аҫты аша сығыу юлдарына проект документацияһы әҙерләнә. Артабан ер аҫты аша сығыу юлдарын "Мир" сауҙа-күңел асыу комплексы һәм Һалле округы исемендәге урам туҡталыштары районында яһау планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал