6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Беҙҙең консультациялар

Биопаспорт хәҙер әкиәт түгел
17.04.08


       Визалар һәм теркәүҙәр бүлеге оҙайтылған эш графигына күсә. Яҡын арала - ихтимал, майҙан башлап - Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы подразделениелары иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем асыҡ буласаҡ. Был турала матбуғат конференцияһында ведомство башлығы Хәмит Нафиҡов хәбәр итте.
       Эш көнөн традицион оҙайтыу, башлыса, сит ил паспорты алырға теләүселәр ағымы артыуы менән бәйле. Нафиҡов билдәләгәнсә, "республикала ялҡауҙар ғына сит ил паспорты алмаған". 2008 йылдың ғинуар-март айында Башҡортостанда 18500-ҙән ашыу ошондай документ бирелде. 2007 йылда 79 меңдән ашыу кеше сит ил паспорты алды.
       Быйылдан башлап Башҡортостанда ҡәҙимге сит ил паспорттары менән бер рәттән яңы өлгөлө документ алырға ла мөмкин. Тәүгеһенән уның төп айырмаһы шунда - хужаһы тураһында мәғлүмәттәр битендә электрон чип монтажланған. Унда ниндәй мәғлүмәт һалыу мәсьәләһе оҙаҡ хәл ителде. Тәүҙә унда бармаҡ эҙҙәре булырға тейеш ине, һуңғы ваҡытҡа тиклем күҙҙең селтәрле шекәрә һүрәтен индереү планлаштырылды, ләкин бөгөн килеп микрочип бер генә биометрик күрһәткесте - өс үлсәүле фотографияны индерә, ҡалғанында ул паспорттың титул битенән мәғлүмәттәрҙе ҡабатлай. Әлегә башҡа бер ниндәй ҙә өҫтәмә мәғлүмәттәр индерелмәйәсәк. Яңы сит ил паспорты тышында документта биометрик мәғлүмәттәр булыуын күрһәтеүсе махсус билдә бар. Өҫтәүенә, чип ҡуйылыу сәбәпле, ул ауырыраҡ та.
       Яңы сит ил паспортына махсус кабинала ғына фотоға төшөргә мөмкин. Өфөлә улар бөгөн икәү: икеһе лә Рәсәй Федераль миграция хеҙмәте БР буйынса идаралығының Өфөнөң Орджоникидзе районы бүлегендә, Тыныслыҡ урамы, 16-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Һәр кабина көнөнә 50-шәр кеше ҡабул итә ала. Йыл аҙағына тиклем бындай ҡорамалдарҙы Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Межгорьела, Сибайҙа ҡуйырға планлаштырыла. Әлеге ваҡытта Өфөлә Федераль миграция хеҙмәте идаралығының үҙәк аппаратында кабина ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә. Пушкин урамы, 63-сө йорттағы хәҙерге бина ҙур ҡорамал өсөн бик тығыҙ, шуға күрә яңы бина эҙләйҙәр. Республикала 2008 йылдың аҙағына тиклем бөтә ерҙә биометрик паспорттар биреүгә күсәсәктәр.
       Әгәр иҫке сит ил паспорттарын туранан-тура урында әҙерләргә мөмкин булһа, яңыларын тик Гознакта ғына баҫалар. Ябыҡ каналдар буйынса мәғлүмәт Мәскәүгә тапшырыла, унан әҙер документтар килә.
       Ҡатмарлаштырылған процедураға ҡарамаҫтан, әҙерләү срогы артманы һәм элеккесә бер ай тәшкил итә. Ә бына яңы быуын сит ил паспортының хаҡы ике тапҡырҙан ашыуға артты һәм өлкәндәр өсөн - мең һум, балалар өсөн 500 һум тәшкил итә. Иҫке өлгөләге документ өсөн хаҡ үҙгәрмәне - элеккесә 400 һәм 200 һум.
       2008 йылдың тәүге өс айында Башҡортостанда 300-ҙән ашыу яңы өлгөләге сит ил паспорты тапшырылған. Мәскәүҙән бөтәһе 700-ләп ошондай документ алынған да инде. Йыл башынан алып Башҡортостанда биометрик паспорт алыуға 1953 ғариза ҡабул ителгән. Хәмит Нафиҡовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, сит ил паспортын, ҡайҙа теркәлеүеңә ҡарамаҫтан, Федераль миграция хеҙмәте идаралығының теләгән бер подразделениеһында алырға мөмкин. Хужаның теләге буйынса был яңы өлгөләге йәки иҫке өлгөләге документ булырға мөмкин. Күпмелер ваҡыт ике өлгөләге паспорттар ҙа ғәмәлдә буласаҡ. Биометрик паспорттар, элеккеләре кеүек үк, биш йыл буйына ғәмәлдә буласаҡ, унан һуң алмаштырырға кәрәк буласаҡ.
       Рәсәйҙә яңы өлгөләге сит ил паспорттарын 2006 йыл уртаһында бирә башланылар. Иң элек Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Калининград өлкәһендә бирелде. 2008 йылдың ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, рәсәйҙәргә 140 меңдән ашыу ошондай документ тапшырылған. Донъяла биометрик паспорттарға күсеү 2001 йылдың 11 сентябрендә АҠШ-тағы теракттан һуң башланды. Бындай паспорттар яһалма документ әҙерләүҙән һәм уларҙы башҡа кешеләр файҙаланыуҙан яҡлау яғынан юғарыраҡ дәрәжәгә эйә, тип иҫәпләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал