6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Тыуған яҡҡа 66 йыл оҙонлоғондағы юл
16.04.08


       Көтөлмәгәндә телефон шылтыраны:
       - Тамара Ивановна, һеҙ оҙаҡ йылдар архивта эшләнегеҙ, документтар араһында һеҙгә Андрей Ильич Татаровтыҡы осраманымы? - тип һораны Ейәнсура районының ветерандар советы рәйесе.
       Уның аяҡтары ҡалтырап китте.
       - Был минең 1942 йылда хәбәрһеҙ юғалған олатайым...
       Шунда уҡ ул өләсәһе Леняны иҫенә төшөрҙө - 1942 йылда "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡот осҡос хәбәр алһа ла, Александра Ивановна һуңғы сәғәтенә тиклем Андрюшаһы әйләнеп ҡайтыр тип өмөтләнде. Ул уны бына әле, 66 йылдан һуң, ҡәбер ере уртаҡлашыр өсөн генә көтөп алды.
       Тверь өлкәһе Ржев районының Погорелки ауылы эргәһендә табылған һалдаттың туғандарын табыуҙарын үтенеп яҙылған хат Ейәнсура районы хакимиәтенә ике аҙна элек килде. Ейәнсәре - Тамара Ивановна Горюнованы шунда уҡ табалар. Һуңынан эҙәрмән Виктор Морозовтың ғаиләһе менән телефон аша һөйләшеүҙәрҙән һуң бының ысынлап та уның олатаһы булыуы раҫлана, иң мөһиме - уның һөйәктәре әле ерләнмәгән, һалдатты тыуған яғына алып ҡайтып ерләп була.
       Һуңғы йылдарҙа район тарихында тәүге тапҡыр һалдат-фронтовик өйөнә ҡайта. Таныуға, экспертизаларға, һорауҙарға, килешеүгә байтаҡ ваҡыт үтә. Андрей Татаровты былтыр 24 августа табалар, туғандарын - әле генә.
       Бына Мәскәү эргәһенән Ржевҡа юл. 1941-1943 йылдарҙа Тверь өлкәһе яғынан Мәскәүгә юлды миллионлаған совет һалдаттары ҡаплап тора. Бер мәғлүмәттәр буйынса, Ржев эргәһендә 15 айҙа - 1,3 миллион, икенсеһе буйынса, ике миллиондан ашыу яугирҙарыбыҙ һәләк була - биш армия үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, немецтарға юлды яба. Был яландарҙа, был урмандарҙа Сталинград эргәһендәге һуғыштағынан ике тапҡырға күберәк совет һалдаты башын һала.
       1941-1943 йылдарҙағы Ржев һуғышы - кешелек тарихында иң ҡан ҡойғос һуғыш. Тарихсылар был турала артыҡ телгә алып бармай. Мәскәүгә һөжүм итеү өсөн "Үҙәк" армияһы дивизияларының 2/3 өлөшө Ржев плацдармында тупланған була. 40 меңлек ҡала халҡынан ни бары 248 генә кеше тороп ҡала. Погорелкиҙан Ржевҡа тиклем 40 километр. Һуғышҡа тиклем ошо аралыҡта 33 ауыл урынлашҡан була - бер ауылдың ситенән 30 метр аша икенсеһе башлана. Улар ике яҡтан утлы коридор юлында ҡала. Һуңынан кешеләр был урынды "үлем үҙәне" тип атай. Көн һайын совет ғәскәрҙәре һөжүм итеп йөҙ метр алға китһә, төнөн - йөҙ метр артҡа. Һәр метр өсөн үлем менән яһаҡ түләйҙәр.
       Бында бөгөн дә бөтә нәмә һуғыш үтеүен хәтерләтә - бөтә ерҙә һуғышта һәләк булғандарға өнһөҙ һәйкәлдәр, туғандар ҡәберлектәре; урмандан үтеп барғанда граната, һалдат каскаһы, хатта кеше һөйәктәре табып алырға мөмкин.
       Ржев 15 ай ҡаршы тора һәм бирелмәй - немецтар үҙҙәре алдан әҙерләгән позицияларына сигенә. Был еңеү баһаһы - миллионлаған кеше ғүмере, улар иҫәбендә Андрей Ильич Татаров та...
       Виктор Николаевич Морозов - Погорелки ауылынан һәүәҫкәр эҙәрмән совет һалдаттарының һөлдәләрен күтәреү (ул бер ваҡытта ла "ҡаҙыу" тимәй, кешеләрҙе түгел, ә картуфты ғына ҡаҙалар) менән 1975 йылдан шөғөлләнә. Ул бигерәк тә үҙенекеләрҙе эҙләй, тик әлегә башҡаларҙы таба.
       Көн һайын, үҙ эштәрен бөтөргәс, урманға, яланға юллана. Йылына ике меңгә яҡын кешене күтәрә. Быны күҙ алдына килтереүе ҡыйын, әммә ысынлап та шулай. Виктор Морозов һөйләүенсә, Ржев эргәһендә һуғыштар барған 15 ай эсендә был ергә ике яҡтан һалдат мәйеттәре дүрт ҡатлам булып ята. Йәйен немецтар уларҙы танктар менән тапатып тигеҙләй, ҡайһы бер күпләп ерләнгән ҡәберлектәрҙең тәрәнлеге ете метрға етә. Иң ҡот осҡосо - ул тапҡан һәр немецҡа һигеҙ беҙҙең һалдат тура килә.
       Виктор Морозов ябай таяҡҡа сәнскеле сым менән уратып бәйләнгән штык менән пулемет дзоттарына ҡаршы барған штрафбат һалдаттарын табыуы тураһында һөйләне. Был ут эсендә нисек иҫән ҡалырға мөмкин булһын! Андрей Татаров Воробьевка ауылы эргәһендә һәләк була. Биш көн ғәскәрҙәребеҙ уның биш ихатаһын да баҫып алырға маташа. Биш көн немецтар сиркәү манараһына ҡуйылған пулеметтан һөжүм итеүселәрҙе ҡырып һала. Биш көндә бында 14 мең кеше башын һала.
       Биш ихатанан торған был ауыл шул тиклем ҡорбанға торған микән? Был турала хәҙер беҙгә хөкөм итергә түгел.
       Андрей Ильич Татаровҡа тыуған яғына, Ейәнсура районына әйләнеп ҡайтыу бәхете тейҙе. Уны Виктор Морозов "үлем" медальоны - фамилияһы, исеме, атаһының исеме һәм координаттары яҙып һалынған капсула буйынса таный. Бындай осраҡтар бик һирәк - табылған йөҙ мәйеткә бер-икәү генә. Сөнки һалдаттар араһында, медальонды кейһәң, һәләк булаһың, тигән юрау таралған булған. Әммә унда барыһы ла һәләк булған: медальон менән дә, унһыҙ ҙа, ябай һалдаттар ҙа, совет ғәскәрҙәренең етәксе составы ла.
       Эҙәрмән өсөн медальон - уңыш. Тимәк, һалдатты шунда уҡ танырға, туғандарын эҙләп табырға мөмкин буласаҡ. Татаровтың медальонын ҡулға алғас та ул йылынып китте - яҡшы билдә, тимәк, уңышлы буласаҡ, тип һөйләй ул. Тап шулай була ла - медальон еңел генә асыла, ә унда - бына шатлыҡ - координаттар химик ҡәләм менән түгел (ундай яҙыуҙар һәр ваҡыт юйылған була тиерлек), ә ябай ҡәләм менән яҙылған була.
       Татаровтың һөлдәләрен алған саҡта, бер мәл күктә геүләгән тауыш ишетелеп ҡала, ағас япраҡтарын һелкетеп ел иҫеп үтә.
       "Самолет?" - тип баштарын күтәрә туғандары. "Юҡ, хеҙмәттәштәре хушлаша", - тип яуап бирәләр. Һуңынан ямғыр яуа башлай. Ул майҙанда һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған һәйкәл эргәһендә митинг барған ярты сәғәт буйына яуа. Һөлдә менән табутты машинаға ҡуйғас та тәбиғәт (әллә башҡа берәйһеме?!) "күҙ йәштәрен" һөртә. Әйтерһең, һөлдәләре әле табылмаған һәм күтәрелмәгән яугирҙар иптәштәрен һуңғы юлға оҙата.
       Районда был беренсе осраҡ, әйткәндәй, Морозовтың да ул тапҡан һөлдәләрҙе алып киткән тәүге осраҡ. Тәүҙә экспертиза, һуңынан Подольскиға - Оборона министрлығы архивына һорау ебәреү. Унан Татаровты эҙләүҙәре тураһында яуап килә лә. Шул саҡта Виктор Морозов "ауылға олатайға" хат яҙырға ултыра ла инде.
       Бөгөн Андрей Татаров 66 йылдан һуң, ахыр килеп, тыуған яғына ҡайтасаҡ. Уның менән табылған әйберҙәрҙе - медальонын, каскаһын, көрөшкәһен, ҡалағын, фляжкаһын, аҡсаһын, бүркенән йондоҙсоғон һәм винтовкаһын туғандары урындағы музейға тапшырасаҡ. Ә ул үҙе ҡатыны Александра Ивановна менән йәнәштә ерләнәсәк. Мәңгелек хәтер һиңә, һалдат!

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал