6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Иреклеһеңме Эшлә!
11.03.04


       Үткән йәй Айрат төрмәнән сыҡты. Әйтергә кәрәк, яҡшы тәрти бе өсөн уны ваҡытынан алда сығарҙылар. Туғандары яҡшы ҡаршы алды: хатта ваҡытлыса эш тә таптылар. Тик йәй ҙә үтте, уның менән бергә эш тә тамамланды. Айрат яңы эш урыны эҙләй башла ны, тик таба алманы. Ул арала яңы дозаға аҡса эҙләү менән г енә мәшғүл булған иҫке дуҫтар ҙа йышлай башланы: төрмәгә элә ккәнгә ҡәҙәр Айрат наркотиктар менән мауығып алғайны, зонала
       иһә был ауырыуынан ҡотолдо шикелле. Һәм бына килеп буш ваҡы т етерлек, эш юҡ, ярты йыл самаһы түҙгәндән һуң егет тағын т айғаҡ юлға аяҡ баҫты...
       Эшһеҙлек, билдәле булыуынса, боҙоҡлоҡтарға этәрә. Яҡшы ғы на һөнәр тапҡанда, кем белә, Айраттың да яҙмышы улай булмаҫ ине.
       Башҡортостан Республикаһы халыҡты эш менән тәьмин итеү Фе дераль дәүләт хеҙмәте Департаменты Рәсәй Федерацияһы Юстиция
       министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса суд ҡарарҙ арын үтәү буйынса баш идара белгестәре ошо көндәрҙә төрмәнән
       сыҡҡандарҙы эшкә урынлаштырыу проблемаһын тикшерҙе.
       Департамент башлығы урынбаҫары Айҙар Биктаев билдәләүенсә , төрмәнән сығарылыусы һәм иректә яза үтеүсе граждандар соци аль яҡлауға мохтаж категорияларҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта бы л категория эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә проблемалы.
       Беҙгә ундайҙар кәрәкмәй
       Эш биреүселәр - уларҙы аңларға була - суд аша үткән кешен е эшкә алыу теләге менән янмай. Бындай кешеләргә, ғәҙәттә, ш ик менән ҡараусандар. Өфө дәүләт предприятиеларының береһенд ә эшләүсе был турала түбәндәгеләрҙе һөйләне: "Яңы ғына ирекк ә сыҡҡан бер ир беҙгә токарь булып эшкә урынлашты. Ике аҙна буйы ул иҫәптә генә торҙо, шунан биш кән самаһы эшләне лә та ғы юғалды. Бер нисә көндән һуң килеп, эштән бушатыуҙарын һор ап ғариза яҙҙы. Йәки бына тағы бер миҫал. Иретеп йәбештереүс ене эшкә алдыҡ. Бер аҙна эшләгәндән һуң ул аванс биреүҙәрен һораны. Уға ярҙам итеү йөҙөнән, беҙ аҡса бирҙек һәм ...уны башҡа күрмәнек. Ә бер заман беҙгә ҡасан ҡайһы рычагты борорғ а икәнлеген белмәгән экскаваторсы килде..."
       Уларҙың эшләргә теләге юҡ
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғарыла әйтеп үтелгән осраҡтар берәҙәк т үгел, ә дөйөм тенденция. Төрмәнән сығыусыларҙың күпселеге эш ләргә теләмәй. Ғәҙәткә кергән шөғөл менән булышыуы еңелерәк
       шул. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ирекле тормошҡа сыҡҡ андарҙың дүрттән бер өлөшө беренсе йылда уҡ яңынан рәшәтк ә артына эләгә.
       2003 йылда республиканың холоҡ төҙәтеү колонияларынан биш меңдән ашыу кеше сыҡты. Уларҙың ни бары 548 -ҙе генә х алыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән. Шул уҡ ваҡытта күпселек "шунда -шунда иҫәптә тора, эш эҙләй" тиг ән белешмә алыр өсөн генә бында килгән.
       Предприятиеларҙы ҡыҙыҡһындырыу талап ителә
       Өфө ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Василий Сорокин әйтеүенсә, граждандарҙың был ҡатламын эшкә а лыуы предприятиелар өсөн файҙалы булырға тейеш, бының өсөн уларға ниндәйҙер ташлама булдырырға кәрәк.
       Бөгөн республиканың холоҡ төҙәтеү колонияларында барлығы 1 7 меңдән ашыу кеше тотола, 3 меңдән ашыуы тикшереү аҫтында. Колонияларҙың барыһында ла тиерлек яза алғандар эшләгән пред приятиелар бар. Әммә улар барлыҡ ҡеүәтенә эшләмәй, производс тво ни бары 70 процентҡа ҡына йөкмәтелгән. Колонияларҙа белг естәр әҙерләүсе училищелар ҙа бар. әммә уларҙы юғары квалифи кациялы тиеп булмай.
       Бынан тыш төрмәнән сыҡҡас та, эшләй белгән, ә иң мөһиме тел әге булған кеше, паспорты йә иһә теркәлеү тураһында документ ы булмағас, эшкә урынлаша алмай. Был киҫкен мәсьәлә ҡасан хә л ителере билдәһеҙ.
       Күренеүенсә, хәл итәһе проблемалар етәрлек. Практика шуны күрһәтә : эшкә урынлаштырыу хеҙмәттәренең енәйәт - холоҡ тө ҙәтеү системаһы менән берлектәге хеҙмәттәшлек практикаһы үҙ- үҙен аҡламай, иҫкергән. Үткән семинарҙа был мәсьәләләр ентек ле тикшерелеп, уларҙы хәл итеү юлдары асҡланды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал