6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Күп аҡсаны нисек таратырға?
16.04.08


       Башҡортостан дәүләт корпорацияһынан - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан - 6,7 миллиард һум аҡса ала ала. Әгәр билдәле бер шарттар үтәлһә.
       - Ябай ғына итеп әйткәндә, беҙҙә төбәктәр реформалаштырыу буйынса ҡайһы бер шарттарҙы үтәгән осраҡта, уларға таратыу өсөн аҡса етерлек, - тип аңлата Өфөгә Башҡортостан Республикаһының Фондтан средстволар алыуға заявкаһын әҙерләү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмәгә килгән Фонд вәкилдәре. - Беҙ, дәүләт был тармаҡтан китһен ине, ә үҙ инвестициялары менән шәхси бизнес унда килһен, тип теләйбеҙ.
       Ошо маҡсат менән хәҙер халыҡҡа килеп тыуған мөмкинлектәр тураһында аңлатыу буйынса киң кампания йәйелдерелде. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр РФ Президенты Владимир Путин тарафынан бирелгән ҙур бәлеште - әлегә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды ҡарамағында булған 250 миллиард һум аҡсаны бүлеүҙә нисек ҡатнаша аласаҡтарын белергә тейеш.
       Бәлешкә, йәғни миллиардтарға, юл бик ябай. Йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш йыйырға һәм унда үҙҙәренең йортонда йәшәү сифаты уларҙы ҡәнәғәтләндермәүе тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Һуңынан йыйылыш протоколы муниципалитетҡа ебәрелә. Унда протоколдар ҡарала, һәм әгәр йорт ысынлап та ремонтҡа мохтаж тип танылһа, заявка тейешле төбәк органына ебәрелә. Төбәк заявкаларҙы туранан-тура дәүләт корпорацияһына ебәрә. Һәм унда, эксперт департаментында, ыңғай йәки кире ҡарар ҡабул ителә.
       Фонд вәкилдәренең БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән осрашыуында ошо турала һүҙ барҙы. Осрашыуҙа Фонд средстволарын алыуға республика заявкаһын әҙерләү, шулай уҡ 185-се "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды тураһында"ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу һәм Фонд средстволарын тотоноу мониторингы мәсьәләләре ҡаралды.
       БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында 185-се законда күрһәтелгән талаптарға тап килгән һигеҙ муниципаль берәмек башлыҡтары менән семинар-кәңәшмә үткәрелде. Кәңәшмәлә был муниципалитеттар заявкаларын әҙерләү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.
       Эксперт департаменты директоры Сергей Крайнев, был эштә иң ҙур роль халыҡҡа бирелә, тине. Халыҡ үҙе идара итеүсе компания һайлай йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте төҙөй, һуңынан ниндәй эштәр башҡарырға планлаштырыуы тураһында ҡарар ҡабул итә. Һуңынан инде үҙ теләген протокол йәки заявка формаһында төҙөп, уны муниципалитетҡа ебәрә. Чиновниктарҙың эше документтарҙы төрөүгә генә ҡайтып ҡала. Халыҡ ғәмәлде башлай һәм ул, ремонтланған йортто ҡабул итеп, был ғәмәлде тамамлай. Бынан да ябайыраҡ сылбырҙы хатта уйлап табыуы ла ҡыйыныраҡтыр.
       6,7 миллиард һум лимитты республика дүрт йыл эсендә ала ала. Бер миллиард 350 миллион һум быйыл уҡ бүленеүе мөмкин.
       Ошо көндәрҙә үк Башҡортостандан Мәскәүгә торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлауға финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорап беренсе заявка ебәрелергә тейеш. БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин әйтеүенсә, ул республиканың һигеҙ ҡалаһы - Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай, Нефтекама, Дүртөйлө, Туймазы - документтарынан төҙөлгән. Фондтың заявкаларҙы ҡарау срогы - 30 көн. Ләкин, ғәҙәттә, улар тиҙерәк ҡарала. Әгәр ыңғай ҡарар сығарылһа, аҡса июлдә бүленәсәк. Был заявка буйынса 200-ләп күп фатирлы йортто ремонтларға мөмкин буласаҡ. Икенсе заявка документтарҙы әҙерләүгә ҡарап ебәреләсәк.
       Крайнев әйтеүенсә, былтыр йыл аҙағында бер төбәк тә Фонд аҡсаһын алыу өсөн кәрәкле шарттарға яуап бирмәгән. 2008 йылдың 1 ғинуарына биш төбәк "өлгөрөп еткән". Хәҙер инде - 45. Аҡса алты төбәккә бүленгән дә инде. Әле 14 заявка ҡарала.
       Ремонтҡа аҡсаны тотоноуҙы эксперт департаменты контролдә тота.
       - Ләкин был яҡтан да иң ҙур ышаныс граждандарға, - тине Крайнев. - Улар процесты дөйөм йыйылыш протоколы менән башлай һәм уны, кәрәкле ремонт үткәрелде, сифатына ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәбеҙ юҡ, тип күрһәтелгән протокол менән тамамлай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал