6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Дукалисты башҡорт бизнесмены алмаштырҙы
15.04.08


       "Арҡайым сере" фильмын төшөрөүселәр унан бер ниндәй ҙә сер яһаманы. Киреһенсә, "Родина" кинотеатрында үткән матбуғат конференцияһында бөтә серҙәрҙе асып һалдылар. Күп өфөләр "Арҡайым сере" картинаһының киноверсияһы менән таныш - 2006 йылдың декабрендә күрһәтелгәйне. Ә 21 апрелдән БСТ каналында таҫманың телевизион версияһы башлана. Фильмдың нисек төшөрөлөүе, унда ҡатнашҡан актерҙар тураһында журналистарға ҡуйыусы режиссер Булат Йосопов, "Vista Vision" студияһы директоры Ирина Никитина, төп ролдәрҙе башҡарыусыларҙың береһе Александр Вахитов, генераль продюсер Марат Сәхәпов һөйләне.
       Булат Йосопов:
       - Был фильмды төшөрөп бөтөүгә ике йыл үтеп тә китте. Автор уйлап сығарыуҙан башланған һәм тамашасы - телевизорын тоҡандырып, беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе баһалаясаҡ кеше - менән тамамланған бик ҡатмарлы осор артта ҡалды. Бер аҙнанан картина прокатҡа сығарыласаҡ.
       - Ватан кинематографы йондоҙҙарынан фильмда кемдәр төштө?
       - Сергей Селин. Тамашасылар аудиторияһына фильм ҡыҙыҡлы булһын өсөн проектҡа беҙ "Улицы разбитых фонарей" телевизион сериалынан Дукалис роле буйынса барыһына ла билдәле, популяр актерҙы саҡырҙыҡ. Ни өсөн тап уны? Сөнки фильм төшөрөлгән мәлдә ул буш ине. Ләкин был шаяртыу ғына. Ысынында иһә миңә уның типажы оҡшай.
       - "Арҡайым сере" фильмының киноверсияһы менән телеверсияһы айырыламы?
       - Телеверсия форматы буйынса оҙайтылған. Ул бер нисә кис ҡарауға иҫәпләнгән. Киноверсия, башлыса, бер-ике серия. Тамашасылар уның менән таныша алһын өсөн беҙ дискыларҙа ҡыҫҡартылған вариантта фильм сығарҙыҡ.
       - Үҙегеҙ ҡайһы форматҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
       - Миңә тарих ҡыҙыҡлы, режиссерҙың эше ҡыҙыҡлы, шуға күрә фильмдың ике версияһы ла оҡшай.
       - Башлап уйнаусы актерҙарға танылған Сергей Селин менән эшләүе нисек булды?
       Булат Йосопов:
       - Улар өсөн фильмда төшөү үҙе бер мажара булғандыр, тип уйлайым. Селинға килгәндә, ул эш планында бик һығылмалы актер, тиер инем. Фильмды төшөргән ваҡытта бөтә актерҙар ҙа - профессионалдары ла, яңы ғына эшләй башлағандары ла - ҙур бер татыу ғаилә ағзаларылай, үҙҙәрен иркен тойҙо.
       Александр Вахитов, төп ролдәрҙең береһен башҡарыусы:
       - Сергей Селин - ул юғары профессионал. Ул майҙансыҡта күренгәнгә тиклем, беҙ барыбыҙ ҙа, нисек килер, нисек ҡарар, ни әйтер инде, тип тулҡынландыҡ. Ә ул үҙен электән беҙҙең менән таныш кеүек тотто. Ул шундай асыҡ, изге күңелле, ябай. Яҡшы артист, бына тигән кеше.
       - Дебютанттарҙың артабанғы яҙмышы нисек һалынды, берәйһе профессиональ актер булып киттеме?
       - Юҡ. Героиняны уйнаған бер ҡыҙ хәҙер Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй - ул стилист. Был уның хыялы ине. Икенсе бер йәш егет бизнес менән шөғөлләнә. Саша Вахитов үҙенең балалар ҡурсаҡ театрын ойоштороу өҫтөндә эшләй.
       Марат Сәхәпов:
       - Фильмды ижад итеү идеяһы тураһында иҫкә төшөрөп китәйек, уның нигеҙенә дүрт йәш кеше тураһында тарих һалынған. Ижади төркөм, режиссер, сценарист менән һөйләшеүҙәр алып барғанда беҙ, проектҡа тәбиғи уйнаған, үҙ-үҙҙәре ролендә сығыш яһаған йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк, тигән һығымтаға килдек. Шуға күрә лә кешеләрҙе урамдан йыйҙыҡ, тип әйтергә мөмкин. Фильмда бер нисә профессиональ артист төштө: Азат Йыһаншин (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры), Татьяна Калачева (Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры) һәм башҡа ҡайһы берәүҙәр. Селинға килгәндә, шуныһы ҡыйын булды - уны ян-яҡҡа тартҡыланылар. Ҡайһы берҙә хатта милиционерҙарҙы йәлеп итергә тура килде, улар бер яҡтан кешеләрҙе ҡыуһа, икенсе яҡтан ағылып килә торғайны. Сөнки Селин бик изге күңелле кеше - бөтәһе менән фотоға төштө, автографтар таратты. Бына шул яҡтан ҡатмарлылыҡтар килеп тыуҙы.
       - Тағы ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осраштығыҙ?
       Булат Йосопов:
       - Мәҫәлән, Дуҫлыҡ монументы аҫтындағы мәмерйәлә төшөргәндә. Был урындан алыҫ түгел торлаҡ комплексы төҙөлөшө бара, шуға күрә ҡайһы берҙә мәмерйә емерелеп, башыбыҙға тупраҡ ҡойола торғайны. Мин бик ныҡ борсолдом, сөнки бөтә төркөмдөң иҫән-һау, зыян күрмәй сығыуы өсөн бөтә яуаплылыҡ миңә йөкмәтелгәйне бит. Беҙ тауға ла күтәрелдек, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, был да еңелдән түгел.
       - Һеҙҙең фильмда каскадерҙар төштөмө?
       Марат Сәхәпов:
       - Юҡ, каскадерҙар булманы. Әммә дублер булды. Баҡһаң, Селин тау саңғыһында йөрөй белмәй икән, шуға күрә уның урынына билдәле бер башҡорт бизнесмены шыуҙы.
       - "Vista Vision" студияһының яҡын араға пландары?
       Булат Йосопов:
       - Проекттар бик күп. Шул иҫәптән документаль картиналар серияһы, бер нисә клип. "Президент менән бейеү" проекты бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы, уны беҙ канадалылар менән бергә төшөрәсәкбеҙ. Был тарих инглиз телендә, грузин авторҙары яҙған, ә ваҡиға Испанияла бара. Фильм бер ҡыҙҙың ауыр яҙмышы тураһында һөйләй. Эш бында президентта түгел.
       - "Арҡайым сере" ниндәй тамашасы аудиторияһына иҫәпләнгән?
       Марат Сәхәпов:
       - Сценарист Флорид Бүләковтың матбуғат конференцияһында ҡатнаша алмауы бик йәл. Ундағы идеялар тиҫтәләгән фильмға етерлек. Беҙ сценарийҙы уҡыу менән фильмдың бөтә быуын кешеләренә лә ҡыҙыҡлы буласағын аңланыҡ.
       Булат Йосопов:
       - Бындай проекттар республикабыҙҙа күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ. Беҙҙә яҡшы актерҙар, режиссерҙар, фильмдарға бағыусы була алырлыҡ уңышлы бизнесмендар күп. Яҡын арала республикала күп кенә яҡшы фильмдар күренер, тип уйлайым.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал