6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Еңеүгә барыһы ла шатланды
15.04.08


       "Салауат Юлаев" хоккейсылары чемпион кубогын яуланы. Ләкин был триумф - уларҙың ғына еңеүе түгел. Уңыштың бер өлөшөн республика халҡы араһында бүлешергә кәрәк. Башҡортостандар "Салауат Юлаев" хоккей командаһын бағыусы фирмалар тауарҙары һәм хеҙмәттәре өсөн түләй. Беҙ даими рәүештә АЗС-та машинабыҙҙы заправкалайбыҙ, электр уты өсөн түләйбеҙ, урындағы етештереүселәр - хоккей клубы бағыусыларының тауарҙарын һатып алабыҙ һәм бының менән үҙебеҙҙең хоккей командаһына ярҙам итәбеҙ.
       Образлы итеп әйткәндә, республика - ҙур бер кеше, ә "Салауат Юлаев" - барыһы ла яратҡан еңмеш бала, шуға күрә еңеү төнөндә "Беҙ - чемпиондар!" тип ҡысҡырыусылар хаҡлы. Был ысынлап та шулай, һәм һис тә бәйләнерлек урын юҡ. Был мәлде Өфөләге һәм унан ситтәге күп кешеләр нисәмә тиҫтә йылдар көттө бит, һәм, ахыр килеп, был тормошҡа ашты!
       Бишенсе матч алдынан хеҙмәткәрҙәр инә торған ишек алдында "юлаевсылар"ҙы еңеүгә саҡырып яҙылған ҡатырға тотҡан ҡарт олатай ҡаршы алды. Йәғни, беҙ был чемпионлыҡты 40 йыл көттөк, һәм һеҙ, уландар, зинһар, беҙҙең өмөтөбөҙҙө аҡлағыҙ! Белмәйем, Өфө клубы уйынсылары барыһы ла был плакатты уҡырға өлгөрҙө микән, әммә олатайҙың был ижады тәьҫир итеүе ҡайһы берҙәренең йөҙөнә сыҡҡайны.
       Трибуналарҙың шау-гөр килеүе "Салауат Юлаев"ты алға ынтылдырҙы һәм ул матч башында уҡ бик матур гол индерҙе. "Локомотив" бер аҙҙан яуап шайбаһы индереп, Өфө тамашасыһын бер аҙ тынысландырҙы.
       Өсөнсө осор инде - чемпиондар ваҡыты. Семен Варламов ҡапҡанан тәгәрәп китеп, балаларса хата ебәрҙе. Михал Микеска шайбаны бик яҡшы тапшырҙы, ә "Локомотив"тың ҡапҡа һаҡсыһы, тәбиғи, алтын шайбаны ташлаусы "Салауат Юлаев" командаһы капитаны Владимир Антиповҡа ҡамасаулап өлгөрмәне - 2:1.
       Александр Пережогин һәм Алексей Медведев бик матур берәр гол ташланы - 4:1, һәм Өфөнөң һуңғы суперлига чемпионы булыуы асыҡланды. Был уйын өсөн бөтә уйынсыларға рәхмәт.
       Матч алдынан Өфөлә финалда бөтәһе лә аныҡ, матур, бер ниндәй бәрелешһеҙ булыр кеүек тойолғайны. "Локомотив" көйәрмәндәрен милиция машиналары Башҡортостан сигенә барып йылы ҡаршы алды һәм Өфөгә тиклем оҙатып килде.
       Ләкин минең коллегам: "Салауат Юлаев" чемпионлыҡҡа әҙер, ә бына өфөләрҙең күбеһе - юҡ", тип әйткәйне һәм хаҡлы булған ҡәһәрең. Сөнки беҙҙә хоккей өсөн янып-көйөү мәҙәнилегенә күптәр эйә түгел икән.
       Матч тамамланғас, боҙға көйәрмәндәрҙең кепкалары осто. Матур традиция - еңеүселәр алдында баш кейемдәрен һалдылар. Боҙға ташланған шарфтар ҙа хәүефһеҙ тамаша. Ләкин ни өсөндөр күптәр һыбыҙғыларын да боҙға ташларға булды. Күрәһең, йомшағыраҡ атрибутика булмағандыр инде, әллә булһа ла, ташларға йәлләнеләрме? Һыбыҙғылар баш кейемдәренә һәм шарфтарға ҡарағанда күберәк булды. Пластик һыбыҙғылар боҙҙа ярылып бөттө, ә улар шатлыҡтан шлемдарын сискән хоккейсыларҙы яралауы мөмкин ине бит. Баштарына эләгеүе, ярсығы күҙҙәренә тейеүе, уларға тайып йығылыуҙары мөмкин ине. Еңеүҙе байрам иткән уйынсылар йығылмау өсөн һаҡ ҡына шыуырға, һыбыҙғыларҙы мөйөшкә типкеләргә мәжбүр булды.
       Һыбыҙғыны боҙға ташлау традицияһы юҡ бит! Кем ташлаған - ул дилетант, хоккейҙа һәм спорттың был төрө традицияларында бер нәмә лә аңламай.
       Хөрмәтһеҙ һыбыҙғысылар! Киләһендә өйҙә телевизор алдында ғына ултырһағыҙ, яҡшыраҡ булыр.
       Беҙҙең милиция ла хоккейҙы "тәрән белеүе" менән айырылып торҙо. Тәртип һаҡсыларына боҙға әйбер ташлаусыларҙың барыһын да тоторға ҡушылған, һәм улар, бер ниндәй традицияға ҡарамаҫтан, шуға эйәрҙе.
       Минең йәнәштә "Салауат Юлаев" символикаһы менән кепка кейгән егет ултырҙы, һәм мин уға еңеү матчы тамамланғас, баш кейемен боҙға ырғытырға тәҡдим иттем. Көйәрмәнгә тәүҙә сувениры йәл булды, шикелле, ләкин һуңынан, өфөләр еңгәс, шатлығынан ул да ҡушылды. Егетте шунда уҡ милиционерҙар эләктереп тә алды. Тамашасылар, хоккей традицияһы шундай, тип, уны ҡурсалап алып ҡалды. Ләкин тәртип һаҡсылары бирешергә теләмәне. Бахырҙы күҙәтеп, икенсе ишектән сығып барғанында тотоп алдылар.
       Уның ҡыҙы илап, егетенә йәбешкән. Башҡа көйәрмәндәр ҙә погонлы кешеләргә аңлатырға маташты, әммә улар ыҡҡа килерлек түгел ине. Был пар өсөн чемпионлыҡ байрамы күңелһеҙ тамамланды, сөнки милиция хоккей традицияларын аңларға һәм кешеләргә кешесә ҡарарға теләмәй. Ҡайҙан ғына кепкаһын ташларға кәңәш иттем икән!
       Урамда тағы бер засада. Хоккейсылар өсөн автобустар һәм уларҙың шәхси транспорты ҡуйылған майҙансыҡ тирәләй тимер яңдауырҙарҙан кордон ҡуйылған, уны милиция һаҡлай. Бер яҡтан, дөрөҫ кеүек - күҙҙәре тонған күмәк халыҡ хоккейсыларҙы ла, машиналарҙы ла тапап, иҙеп китер. Тик шуныһы - был кордон эсенә журналистарҙы ла үткәрмәйҙәр. Кесе чиндағылары өлкәндәренә ебәрә, өлкәндәре, үҙ властарына маһайып, баш тарта. Шулай итеп, "Локомотив" һәм "Салауат Юлаев" уйынсыларынан интервью алырға тура килмәне, ә был матчты яҡтыртыу яғынан ҡарағанда бик насар...
       Өфө еңеү көнөндә байрам итеү генә түгел, ә аҡылдан шашып ҡоторҙо. Дим районында өс егет шыр яланғас сисенеп, үҙәк Ухтомский урамы буйлап "Салауат! Салауат!" тип ҡысҡырып йүгерҙе. Милиция уларҙы ҡыуып етә алманы - яланғас егеттәрҙе пенсионерҙар үҙ фатирында йәшереп алып ҡалды...
       "Өфө-Арена" тирәләй йыйылған өфөләр ҙә, хоккейҙы һәм яратҡан командаһын "белеүҙәрен" күрһәтеп, дыу ҡупты. Ғәҙәттә, "юлаевсылар"ҙы ташыған автобус торған "ябыҡ зона" мөйөшөндә кеше аҙ ине, уның ҡарауы, еңелгән ярославлдәр ултырған автобус янына халыҡ күп йыйылған. Шатлыҡтан аҡылдан шашҡан көйәрмәндәр "тимер юлсыларҙы" чемпион-"юлаевсылар"ҙы ҡотлаған кеүек тәбрикләне, улар уйынсыларҙың ҡыҙыл костюмда булыуына ла иғтибар итмәне. Миңә яҡташтарым өсөн оят булып китте, һәм, кемдәргә ҡысҡыраһығыҙ һуң, тип бер аҙ ликбез үткәргәс, берәүҙәре оялып ситкә китте, икенселәре ышанманы, ә өсөнсөләре ярославлдәр адресына төрлө һүҙҙәр ҡысҡыра башланы.
       "Локомотив" менән автобус киткәс кенә мин эскә үтә һәм допингка анализ биреү арҡаһында тотҡарланған Алексей Терещенко менән һөйләшә алдым. Алекс менән бергә уның ҡатыны Виктория ла интервью бирҙе. Мөләйем генә ханым үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр интервью бирәлер инде, оялып, битен иренең муйынына йәшерҙе.
       - Алексей өсөн киләһе бурыс ниндәй?
       - Донъя чемпионатында еңеү. Әгәр ул унда барһа, мин дә барам, - ти ҡатын.
       - Һеҙ бөтә өс чемпионлыҡта ла Леша менән бергәме?
       - Эйе, өсөһөндә лә.
       - Иң мөһиме ҡайһы булды?
       - Быныһы.
       - Ни өсөн?
       - Сөнки өйҙә яуланыҡ! - тип яуап бирә ҡатыны өсөн Терещенко.
       - Алексей, һеҙ Рәсәй йыйылма командаһына индерелгәнһегеҙ, Варламов менән Еременко ла. Бишенсе матчта ҡапҡа һаҡсыларының ҡайһыһы милли командала беренсе номерға лайыҡ булды?
       - Ике егет тә лайыҡлы! Саша уҙған чемпионатта финдар менән ярымфиналда бер аҙ һынатты, ләкин бөгөн ул бының ҡонон ҡайтарҙы һәм киләһе чемпионатта ла үҙен күрһәтер тип уйлайым. Минең өсөн хәҙер иң мөһиме - йыйылма команда составына үтеү.
       Икенсе чемпион һәм йыйылма команда ағзаһы Виталий Прошкин телефон аша беҙгә, көйәрмәндәрҙең шатлығы шул тиклем ҡырағайҙарса булды, хатта "Өфө-Арена"нан урау юл менән сығып китергә тура килде, тип хәбәр итте.
       - Команда ресторанда ябыҡ кисәлә еңеүен байрам иткән саҡта бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Мин сәғәт өстә өйҙә инем инде, - тине Прошкин.
       Иртәгеһенә барыһы ла тынысланғайны. Иртәнсәк урам йыйыштырыусылар урамдарҙан шешәләрҙе йыйып алды, ә көндөҙ Рәсәй чемпионы Александр Еременко телефон аша беҙгә, автомобиль йыуған урында уны бер кем дә танымауы, әммә быға ул һис тә борсолмауы хаҡында хәбәр итте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал