6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Даталар

Партия шелтәһе булмаған...
14.04.08


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙән алыҫлашҡандан-алыҫлаша бара. Ветерандар тураһында "байрамдарҙа" ғына иҫкә алыу ғәҙәткә инә башланы. Әммә һуғыш менән бәйле һәр дата, хатта 9 май ҙа, бигүк күңеллеләрҙән түгел: был көндө беҙ тере ветерандарға хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм һуғыш яланында һәләк булғандарын иҫкә алабыҙ. Шулай уҡ "бигүк" батырҙарса булмаһа ла, йәғни чекист төрмәләрендә йәки немецтарҙа әсирҙә һәләк булған яугирҙарҙы ла иҫкә төшөрәбеҙ. Заманында уларҙың барыһын да "халыҡ дошманы" тип атанылар. Аллаға шөкөр, заманалар үҙгәрҙе.
       1941-1945 йылдар ваҡиғалары, статистиканан күренеүенсә, һәр совет ғаиләһендә ҡара эҙ ҡалдырҙы. Беҙҙең ғаилә лә бынан ситтә ҡалманы. Тик был турала мин Еңеү көнө - 9 май алдынан түгел, ә бөгөн, Фашистик лагерҙар тотҡондарын азат итеү көнөндә, һөйләргә теләйем.
       Минең ҡарт олатайым, Петр Семенович Курочкин, бөтә һуғышты үтә. 41-се йылда Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла, ә 1945 йылда тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Дөрөҫ, башҡа герой- ҡотҡарыусыларҙан бер аҙ һуңыраҡ - сентябрҙә. Һәм Еңеүҙән һуңғы был оҙаҡҡа һуҙылған айҙар уның хәрби биографияһында иң ҡот осҡосо булғандыр, моғайын. Ни өсөн? Яуап ябай: ул һуғыш ауырлыҡтарын ғына түгел, ә концлагерҙа булыу афәтен дә кисерә.
       Ул алыҫ 1902 йылда Иглин районының Спасск ауылында, автобиографияһында яҙғанса, "крәҫтиән ғаиләһендә" тыуған. Олатайымдың ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ бите ваҡыт үтеүҙән һарғайып, тишкеләнеп бөткән. Шулай ҙа уның яҙмаларын тергеҙергә маташып ҡарайыҡ әле:
       "1917 йылға тиклем ата-әсәйем крәҫтиән хужалығы менән шөғөлләнде. Уртаса хужалыҡтары бар ине. Ауыл мәктәбен, өс синыфты тамамланым. Ҡыҙыл Армия саҡырыуы буйынса 1924 йылда Өфөләге 100-сө полктың алмаш составына индерелдем. 1930 йылға тиклем уртаса хәлле ауыл хужалығында эшләнем. 1931 йылда ВКП(б) ағзалығына индем. ВКП(б)-ның Иглин райкомы мине Бөрөгә совет партия мәктәбенә курстарға ебәрҙе. Мәктәпте тамамлағас, ВКП(б)-ның Иглин райкомы мине Ауструм ауыл Советына партия ойошмаһы секретары итеп ебәрҙе, унда малсы ла булып эшләнем.
       Партия шелтәһе юҡ, хөкөм ителмәгәнмен, башҡа армияларҙа ҡатнашмағанмын, сит илдә бер ниндәй ҙә бәйләнешем юҡ.
       1941 йылда 22 сентябрҙә Иглин район хәрби комиссариаты тарафынан мобилизацияланып, Ҡыҙыл Армияға, 29-сы армия 381-се дивизияһының 1259-сы уҡсылар полкына санитар ротаға санинструктор сифатында ебәрелдем. 1941 йылдың октябрендә беҙҙең армия ойошторола, ноябрҙә фронтҡа юл алдыҡ һәм Калинин өлкәһе Ржев районында һуғышҡа индек".
       ...Мин ошонда бер аҙ ситкә китәйем әле. Тарихсылар яҙыуынса, Мәскәү өсөн һуғыш кешелек тарихында иң бөйөк һәм иң ҡан ҡойғос алыш була. Был һуғыштың бер өлөшө булған Ржев эргәһендәге алыш Советтар Союзы өсөн генә түгел, шулай уҡ айырым бер ғаилә - Курочкиндар өсөн дә ҡот осҡос һынау була.
       Ҡарт олатайымдың ҡатыны Пелагея менән балалары күп була, ләкин төрлө сирҙәр арҡаһында һуғышҡа тиклем алтауһы ғына: дүрт улы һәм ике ҡыҙы, шул иҫәптән минең өләсәйем Раиса Петровна тере ҡала. Һеңлеләре менән ике кесе улдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын өйҙә үткәрә. Өлкән улдары Иван Фин һуғышынан аяғы яраланып ҡайта. Икенсеһе - Александр 17 йәшендә бер нисә ай өҫтәп яҙҙырып, үҙ теләге менән фронтҡа китә. 42-се йылдың апрелендә ғаилә Шуранан һуңғы хат ала. Ул атаһының да фронтҡа алыныуы хаҡында күптән түгел генә белеүе тураһында яҙа, уларҙың часын яңы һөжүмгә әҙерләү сәбәпле, иҫке адресҡа хат яҙмауҙарын үтенә, ебәргән фотокарточкаһының насар сифатлы булғаны өсөн ғәфү үтенә.
       Яҙмыш ата менән улды 1942 йылда Калинин ерендә осраштыра. Осраштыра, ләкин күрешергә насип булмай. Шура Ржев эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, бер нисә көндән унда кесе политрук Петр Курочкин менән артиллерия полкы килә. Совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ерҙән үтеп барғанда ҡарт олатай палаткаға элеп ҡуйылған, яугирҙарҙың фамилиялары яҙылған исемлеккә иғтибар итә - улар араһында үҙенең фамилияһын күреп ҡала. Инициалдары улдарыныҡы менән тап килә, яугирҙарҙан Шура Курочкиндың ҡайһы яҡтан булыуы хаҡында һораша. Баҡһаң, Башҡортостандан икән. Ул! Улы! Улыҡайы!
       Командование менән һөйләшкәндән һуң Шураның полкташтары менән ҡамауға эләгеүе, егеттәрҙең һуғыштан әйләнеп ҡайтмауы асыҡлана. Политрук Курочкин шунда уҡ һалдаттарын йыйып алып, һөжүмгә әҙерләнә.
       ...Петр Семенович улын күрмәй. Фашистар менән ҡаты һуғыш башлана. Ҡарт олатайым яҙғанса, "беҙҙең армия ҡамауҙа ҡалды. Дошмандың туҡтауһыҙ бомбаға тотоуы һөҙөмтәһендә мин көслө контузия алдым, өс тәүлек буйына урманда яттым, частарыбыҙҙың артҡа сигенеүен белеп, партбилетымды юҡ итергә мәжбүр булдым. Дүртенсе тәүлегенә немецтарҙың трофей командаһы мине әсиргә алды".
       Уның менән бергә илбаҫарҙар ҡалған яралыларҙы ла әсиргә ала, шул иҫәптән бер нисә яҡташын һәм кейәүе Петр Семеновичты ла. Олатайымдың яраһы ауыр була. Аяғы яраланыу сәбәпле, ул атлай алмай. Һуғыш тураһында фильмдарҙағы кеүек, хәлдән тайғандарҙы һәм яралыларҙы немецтар йыйып алып, атып китә. Уны ла атып китерҙәр ине, әммә полкташтары уны күтәреп тиерлек алып бара, уның хәлһеҙ кәүҙәһен үҙҙәренеке менән ҡаплай. Шулай итеп, тиҙҙән хәрби әсирҙәр Литваның Радвилишкис ҡалаһына - хәрби әсирҙәр өсөн лагерь лазаретына килеп етәләр. 1943 йылдың майында ҡыҙылармеецтарҙы Швибус ҡалаһына (Германия) күсерәләр. Өс ай лагерь лазаретында ятып сыҡҡандан һуң, олатайым Губин ҡалаһына (был инде Польша) килтерелә. Дауаланып сыҡҡас, 1944 йылдың ноябрендә уны Гамбургҡа килтерәләр, мәжбүри хеҙмәт лагерыналыр инде, бында ул 45-се йылдың 5 майына, союздаш ғәскәрҙәр килеп азат иткәнгә тиклем, лагерҙы йыйыштырыусы булып эшләй. Июндә Гамбургтан сығаралар. 24 августан 24 сентябргә тиклем - тыуған яҡҡа юл. Дөрөҫөрәге, "Алкин-2 станцияһы лагерына, 12-се запас уҡсылар дивизияһы 40-сы полкына".
       Ҡарт олатайым тыуған ауылына шунда уҡ ҡына ҡайта, татлы ла, шул уҡ ваҡытта әсе лә еңеү шатлығын тере ҡалған һалдаттар менән шунда уҡ уртаҡлаша алмай. Башҡа элекке әсирҙәр менән бергә бер нисә ай уны бүлектәр буйлап йөрөтәләр, хәрби һәм әсирлек юлын аҙымлап өйрәнәләр, характеристикаларҙы, аңлатма яҙмаларын тәфсирләп тикшерәләр - йәнәһе, халыҡ дошманы түгел микән? Шулай итеп, кемдер хәрби юлын холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында тамамлай, ә кемгәлер был тәҡдиргә дусар булмау бәхете йылмая. Беҙҙекен, элекке коммунист булараҡ, тыуған колхозында ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырға ҡайтаралар. Дөрөҫ, партияға кире ҡабул итмәйҙәр.
       Олатайымдың автобиографияһында уның концентрацион лагерҙамы, әллә граждандар лагерында булғанмы - асыҡ ҡына телгә алынмай. Тик шуны әйтеп китер инем: уны әсиргә алыу Ҡыҙыл Армияның Мәскәү эргәһендәге еңеүҙәр ваҡытына тура килә, ул саҡта Германияла резервтар кризисы һиҙелә башлай. Уға нисек тә юл ҡуймау өсөн, немецтар Рәсәй хәрби әсирҙәрен, шулай уҡ СССР-ҙың оккупацияланған райондарынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм ҡарттарҙы немецтарҙың хәрби иҡтисадын хеҙмәтләндереү өсөн мәжбүри хеҙмәт лагерҙарына күсерә башлай. Ауыр яранан һуң имгәнгән политрук Курочкин да ошондай лагерҙарҙың береһендә булыуы бик ихтимал. Әммә өләсәйем атаһының һөйләгәндәрен иҫкә төшөрөп һөйләүенә ҡарағанда, былар концлагерь лазареттары булған, буғай. Уларҙа совет яугирҙарын артабан файҙаланыу өсөн дауалаған булып, яралыларҙа төрлө "һынауҙар" үткәргәндәр бит. Аяҡтары һынып лагерға эләккән олатайымда, мәҫәлән, һөйәктәрҙе тергеҙеү буйынса эксперимент үткәргәндәр. Һуңынан һөйәк туҡымаларының нисек тиҙ тоташыуын ҡарағандар. Һөйәктәр ялғанғас та, аҫып ҡуйған аяҡҡа көс менән һикереп, яңынан һындырғандар. Һуңынан тағы дауалағандар, тағы һындырғандар... Юҡҡа ғына "фашистар" тимәгәндәр бит.
       Алғы һыҙыҡта булған, үлем менән күп тапҡырҙар күҙгә-күҙ осрашҡан, нацистар тылында ҡот осҡос һынауҙар үткән олатайым Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡас, һуғыш тураһында иҫкә алырға яратмаған. Дөрөҫөрәге, уның тураһында һөйләргә яратмаған. Тик иҫтәлектәрҙән нисек ҡасаһың инде? Уны туғандары һорашып маҙаһыҙлаған, мәктәпкә ветерандар кисәһенә саҡырғандар - ул ҡул ғына һелтәп ҡуйған.
       9 май беҙҙең ғаиләлә Еңеү көнө лә, ҡайғы көнө лә булды. Ҡарт өләсәйем Ржев эргәһендә һәләк булған Шураны иҫкә алып илар, иренең шундай тәҡдиргә дусар булып, һаулығы ҡаҡшауына үкһер ине. Петя олатайым был көндө үҙ-үҙенә бикләнеп, бөтөнләй өндәшмәҫ ине. Һәр йыл һайын 9 майҙа шулай булды. Ул үҙенең иң яҡшы костюмын кейеп, юбилей миҙалдарын таға ла (партбилетһыҙ хәрби наградалары, әлбиттә, күп түгел ине), иртәнсәк үҙебеҙҙең Дим районының Еңеү паркына китә торғайны. Кискеһен генә әйләнеп ҡайтыр ине. Көн буйына башынан кисергәндәрен хәтеренә төшөрөп, уйланып йөрөнө. Нимә тураһында - инде хәҙер бер кем дә белмәйәсәк. Уның күңел һыҙланыуҙарының берҙән-бер дәлиле - тәмәке еҫе һеңгән пинжәге. Араҡыны ауыҙына ла алмаған һәм ғүмер буйы тартмаған олатайым Еңеү көнөндә күпме ҡайғы, һыҙланыуҙар, яфалар, күңел төшөнкөлөгө килтергән 1941-1945 йылдар осорона һәм тәмәке төтөнөнә сума торғайны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал