6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Яңы Премьер тәғәйенләнде
11.04.08


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында төп мәсьәләләрҙең береһе булып Министрҙар кабинетындағы үҙгәртеүҙәр торҙо. БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов БР Президенты указдары менән вазифаһынан бушатылды, Салауат Юлаев ордены менән наградланды һәм РФ Федерацияһы ағзаһы - Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органынан вәкил итеп тәғәйенләнде. БР Хөкүмәтенең яңы Премьер-министры итеп Рәхимов БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Раил Сарбаевты тәғәйенләргә тәҡдим итте.
       Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында сығыш яһап, Байдәүләтов:
       - Киң мәғлүмәт сараларында мине йыш ҡына "оҙон ғүмерле сәйәсмән" тип атайҙар. Был минең өсөн ғорурланырлыҡ билдәләмә. Туғыҙ йылдан ашыу Премьер-министр вазифаһында - был, ысынлап та, билдәле бер һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн ҙур осор. Был ваҡыт эсендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҙур эштәр башҡарҙы. Социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре тураһында беҙ Башҡортостан Президентына һәм БР Дәүләт Йыйылышына йыл һайын хәбәр итеп торҙоҡ.
       Халыҡтың бөгөнгө матди һәм рухи ҡиммәттәре күктән төшмәгән бит. Улар - бөтә халҡыбыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе. Республикабыҙ Президенты үткәргән сәйәси һәм иҡтисади курс арҡаһында Башҡортостан илдә иҡтисади ныҡлы, социаль имен, йылдам үҫешкән төбәктәрҙән һанала.
       Мин Президентыбыҙҙың берҙәм командаһында эшләү мөмкинлеге биргән өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Мортаза Ғөбәйҙулла улы яғынан һәр саҡ иптәштәрсә аңлашыу, ярҙам һәм яҡлау таптым. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы, - тине.
       Рафаэль Байдәүләтов Сарбаев Раил Сәлих улын БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм уға уңыштар теләне.
       - Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Раил Салих улы етди хужалыҡ һәм идара итеү эшмәкәрлеге мәктәбен үтте, - тине Байдәүләтов. - Ул Ейәнсура районы, һуңынан Сибай хакимиәте башлығы булып эшләне. Башҡортостан Республикаһының ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһында үҙен компетентлы идара итеүсе итеп күрһәтте. Уның етәкселегендә Хөкүмәт инновацион иҡтисадты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү һәм халыҡтың тормош кимәлен артабан яҡшыртыу кеүек мөһим йүнәлештәрҙә республика ҡаҙаныштарын арттырыр, тип ышанам.
       Шулай уҡ Байдәүләтов Президентты, Дәүләт Йыйылышын, республика Хөкүмәтен, яңы сифатта ул Башҡортостандың күп милләтле халҡы именлеге хаҡына артабан да хеҙмәт итергә әҙер, тип ышандырҙы.
       Раил Сарбаев республика башлығына үҙенә күрһәткән ҙур ышаныс өсөн рәхмәт белдерҙе.
       - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә етәкселек итеү тәҡдимен мин аванс рәүешендә ҡабул итәм, уны мин эшләп түләргә тейешмен, - тине Раил Салих улы. - Эште мин буш урында башламайым. Республика иҡтисадта, социаль өлкәлә ныҡ алға китте. Сәйәси система үҫешә. Бында, һис шикһеҙ, туғыҙ йылдан ашыу БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында эшләгән Рафаэль Байдәүләтовтың хеҙмәте ҙур.
       БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев ултырышта ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан Республикаһы Президентына БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына Раил Сарбаевты тәғәйенләүгә ризалыҡ биреүе тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Үҙ сиратында, республика Президенты Мортаза Рәхимов Раил Сарбаевты БР Хөкүмәте Премьер-министры итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
       Бынан һуң Константин Толкачев Рафаэль Байдәүләтовҡа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын һәм исемле сәғәт тапшырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал