6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Президенттың Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе
10.04.08


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында Башҡортостан Республикаһы Президентының парламентарийҙарға мөрәжәғәте төп урынды биләне. Президент "Башҡортостандағы һәр ғаиләнең, бөтә кешеләрҙең именлеге һәм мул тормошона" мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын уҡып ишеттерҙе.
       - Бөгөн Башҡортостан - сәйәси тотороҡлолоҡ, иҡтисади үҫеш һәм милләт-ара татыулыҡ өлгөһө ул, - тине Рәхимов.
       Ул депутаттар эшенең төп йүнәлештәрен билдәләне.
       - Иң мөһиме - республиканың дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәрен ваҡытында хоҡуҡи тәьмин итеү, - тине ул. - Парламент һәм Хөкүмәт үҙ-ара килешеп эшләүен дауам итергә тейеш.
       Власть һөҙөмтәлелегенең төп критерийы - кешегә мөнәсәбәт. Шуға күрә лә власть органдары үҙ эштәрен конституцион-хоҡуҡи башланғысҡа таянып ҡорорға бурыслы. Әммә граждандар ҙа законды ихтирам итергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ҙур өлөшөндә хоҡуҡи мәҙәнилек кимәле түбән.
       Дәүләттең мөһим бурысы - енәйәтселек кимәлен кәметеү, уға ҡаршы һәр ерҙә ҡәтғи эш итеү. Коррупцияға ҡаршы көрәште дөйөм милли программа кимәленә күтәрергә кәрәк.
       Рәхимов, республикала хәҙер сәйәси партияларҙың, коммерция булмаған ойошмаларҙың күп төбәк бүлексәләре эшләй, төрлө дини конфессиялар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә бер-береһен ихтирам итеү шарттарына өлгәшелде, тип билдәләне. Һигеҙ дини үҙәк эшләй. Общиналар иҫәбе артты.
       Былтыр республикабыҙҙың иҡтисади үҫеше федераль үҙәк, Рәсәй субъекттары, сит ил дәүләттәре һәм йәмәғәтселектең айырым иғтибар объектына әүерелде. 2007 йылда тулайым төбәк продукты - 8,2 процентҡа, сәнәғәт етештереүе - ете процентҡа, ауыл хужалығы продукцияһы күләме - 3,1 процентҡа, төҙөлөш эштәре 20,7 процентҡа артҡан. Бер миллион 856 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был былтырғыға ҡарағанда 8,9 процентҡа күберәк. Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше - 1,3 тапҡырға тиерлек, халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күләме 14,5 процентҡа артҡан. Төп капиталға инвестициялар 20,1 процентҡа күберәк йәлеп ителгән, ә сит ил инвестициялары 5,2 тапҡырға артҡан!
       Шул уҡ ваҡытта төп макроиҡтисади күрһәткестәрҙең ыңғай үҫешенә ҡарамаҫтан, сәнәғәттә һәм ауыл хужалығында үҫеш темптары бер аҙ һүлпәнәйҙе. Инфляция 12,6 процент тәшкил итте һәм көтөлгәндән артығыраҡ булды.
       - Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы борсой, - тине Рәхимов. - Һөт етештереү буйынса илдә беренсе урынды биләгән һәм үҫешкән етештереү сәнәғәтенә эйә булған республикала һөт ризыҡтарына ваҡлап сауҙа итеү хаҡтары бер йыл эсендә һиҙелерлек артты. Өҫтәүенә, килемдәрҙең ҙур өлөшөнә крәҫтиәндәр түгел, ә аралашсы алыпһатарҙар эйә. Хәлде өйрәнергә һәм уны яйға һалыу буйынса иҡтисади саралар күрергә кәрәк.
       Үткән йыл сәнәғәтебеҙҙең ике төп тармағы - нефть һәм энергетика системалары өсөн юбилей йылы булды. Тап нефть һәм электр энергияһы Башҡортостандың индустриаль ҡеүәтен булдырыу нигеҙенә әүерелде, күп яҡлап уның иҡтисади профилен билдәләне.
       Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостан "Агросәнәғәт комплексын үҫтереү" милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса, һис шикһеҙ, лидерҙар иҫәбендә. Ғөмүмән, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең өлгәшелгән кимәлен иғтибарлыраҡ баһаларға, хеҙмәт етештереүсәнлегенең төп факторҙарын анализларға һәм уның артабан да планға ярашлы үҫешен тәьмин итеү буйынса кисектергеһеҙ саралар күрергә кәрәк.
       - Ауылда йәшәү шарттарын артабан яҡшыртыу кәрәклегенә иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә теләйем, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Бында хеҙмәткә лайыҡлы түләү проблемаһы әлегә тиклем киҫкен тора. Уның күләме республика буйынса уртаса күрһәткестәрҙән 2,7 тапҡырға, ә 26 районда хатта йәшәү минимумынан түбәнерәк. Хөкүмәткә, муниципаль райондар хакимиәттәренә хәлде яйға һалыу буйынса йоғонтоло саралар күрергә кәрәк. Торлаҡ, коммуналь һәм көнкүреш тәьминәте ауылдың социаль һәм мәҙәни инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре лә айырым контролдә тотолорға тейеш.
       Юбилей йылында төҙөүселәребеҙ тарафынан ҙур эш башҡарылды. Сит ил партнерҙары төҙөлөш индустрияһын нығытыуҙа әүҙем ҡатнаша. Заманса технологиялар буйынса цемент, керамик плиталар һәм гипс ҡатырға сығарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөштөң сифатына иғтибарҙы кәметергә ярамай. Бөгөн проект ҡарарҙары талаптары һәм техник нормалар йыш ҡына үтәлмәй. Ҡайһы бер төҙөүселәрҙең төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙҙарының срогы үткән йәки улар бөтөнләй юҡ. Төп конструкцияларҙа бетондың тейешенсә ныҡлы булмау осраҡтары асыҡлана, стеналарҙың йылылыҡ изоляцияһында һәм башҡа эштәрҙә етешһеҙлектәр бар. Быға юл ҡуйырға ярамай. Заказсылар һәм төҙөүселәр эштәрҙең сифаты өсөн бөтә яуаплылыҡты күтәрергә тейеш.
       Элемтә лә бик ҙур үҙгәрештәр кисерә. Ҡалала һәм ауылда элемтә хеҙмәттәренән файҙаланыу тигеҙләшә. Барлыҡ тораҡ пункттарға тиерлек телефон үткәрелгән. Һанлы АТС-тар төҙөлгән, сүс-оптик линиялар үткәрелгән. Һәр район үҙәге һанлы селтәргә тоташтырылған. Кәрәҙле элемтә бөгөн республиканың кеше йәшәгән барлыҡ территорияһында тарала.
       Сауҙа тармағы һәм хеҙмәттәр өлкәһе камиллаша. Уларҙың инфраструктураһы планға ярашлы яҡшыра. Тауарҙарҙың, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡулланыу баҙарын сифатһыҙ продукциянан һаҡлау эшен көсәйтеү мөһим. Белем биреү, дауалау-профилактика һәм һауыҡтырыу учреждениеларында балаларҙы ашатыу ҡәтғи иғтибар талап итә.
       Республика туризмды ныҡлы үҫтереү өсөн үҙенсәлекле шарттарға эйә. Һәм уға булышлыҡ итеү режимын көсәйтергә кәрәк. Был туризмдан табыш алырға, кешеләрҙең ял мәҙәниәтен күтәреүгә ярҙам итәсәк. Хөкүмәткә, ғәмәлдәге эшләнмәләрҙе дөйөмләштереп, тейешле комплекслы программа әҙерләргә кәрәк.
       Эш менән мәшғүл кешеләрҙең һәр бишенсеһе бәләкәй бизнеста хеҙмәт итә. Йылына тауарҙар етештереүҙә һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙә уның өлөшө барлыҡ республика күләменең 12,6 процентын тәшкил итә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ инфраструктураһы үҫә. Хөкүмәт эшҡыуарлыҡҡа әүҙем булышлыҡ итеүсе муниципалитеттарҙы иҡтисади йәһәттән дәртләндереүҙе яҡшыртырға тейеш.
       Республикала банк секторы үҫтерелә, уның хеҙмәт баҙары киңәйә. Банк хеҙмәтләндереүе нөктәләре һаны арта бара. Шуның менән бергә, ауылда кредит ойошмалары селтәрен артабан киңәйтеү бурысы өлгөрөп етте.
       Тәбиғәттән файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре айырым иғтибар талап итә. Һыу һәм һауа бассейндарын бысратыу кимәле юғары булып ҡала. Көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү проблемаһы ла киҫкен тора.
       Тыуымдың артыуы менән бәйле мәктәпкәсә учреждениелар етешмәй башланы. 39 меңдән ашыу сабый балалар баҡсаһына урын көтә. Проблеманы хәл итеү өсөн Хөкүмәт һәм муниципаль берәмектәр алдына аныҡ бурыстар ҡуйыла. Бындай учреждениелар микрорайондарҙы проектлағанда уҡ планлаштырылырға тейеш. Һәм икенсе юл - уларҙың, иң элек, ауылда дөйөм белем биреү учреждениелары менән интеграцияһы.
       Юбилей йылында йәмәғәтселек тормошон бәйләүсе звено, халыҡтар берҙәмлегенең һәм татыулығының илһам сығанағы булараҡ мәҙәниәттең роле ныҡ сағылды. Рәхимов, музейҙарға, китапханаларға йөрөүселәр һаны артты, кинематографияның роле күтәрелде, тип билдәләне.
       Башҡортостан спорт объекттары, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр һаны буйынса илдә алда бара. Әммә әлегә ҙур спорт ҡоролмалары, айырыуса бассейндар етешмәй. Спорт объекттары төҙөү һәм реконструкциялау буйынса махсус программа кәрәк.
       Дәүләттең социаль сәйәсәте һөҙөмтәлелеге демографик күрһәткестәрҙә айырыуса асыҡ сағыла. Республикалағы демографик хәл уртаса ил күрһәткесенән яҡшыраҡ. Былтыр ғына 51 меңдән ашыу сабый тыуған. Был - һуңғы 15 йылда иң юғары күрһәткес!
       Быйылғы йыл республикала Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде. Күп балалы ғаиләләргә һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Шуға ла уларҙың һаны арта. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа күбәйә. Мәҫәлән, социаль учреждениелар эргәһендә кризис үҙәктәре булдырып, ошондай осраҡтарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
       Өлкән быуынға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса беҙҙә бик күп эш башҡарыла. Былтыр төбәктең льготаға эйә булыусыларына ай һайын түләнә торған аҡса уртаса 1,5 тапҡырға артты. Был эш дауам иттереләсәк. Ҙур хеҙмәт стажына эйә пенсионерҙарға, йәғни ир-егеттәр өсөн - 40 йыл, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 35 йыл, "Хеҙмәт ветераны" исемен биреү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.
       Халыҡтың тормош кимәле күтәрелә. Былтыр аҡса килеме 23,4 процентҡа артҡан. Реаль килемдең үҫеш тиҙлеге тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ҡулланыу хаҡы үҫешенән артып китә. Әммә хеҙмәткәрҙәрҙең 20 проценты самаһы әлегә тиклем йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡы ала.
       Иҡтисади күтәрелеш социаль сәйәсәтте көсәйтергә, кешеләрҙең имен тормошон тәьмин итеү, арзан һәм уңайлы торлаҡ, тауарҙарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ҡулланыусылар баҙарын яҡшыртыу буйынса яңы саралар күрергә мөмкинлек бирәсәк. Әсәлеккә һәм балалыҡҡа, йәштәргә һәм өлкән йәштәгеләргә ярҙам иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Республика илдең үҫешкән, тотороҡло һәм имен төбәктәренең береһе булараҡ үҙ ролен нығытасаҡ. Иң мөһиме - быйыл да Башҡортостандың һәр ғаиләһе һәм һәр кешеһе үҙ тормошонда яҡшы яҡҡа үҙгәреш тойһон ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал