6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Зөфәр Еникеев: "Беҙгә бюджет федерализмы кәрәк"
10.04.08


       Һеҙҙең эш көнө барышында урындағы үҙидара һәм 131-се закон тураһында уйланырға ярты сәғәт ваҡытығыҙ бармы? Хәйер, артыҡ ярты сәғәт ваҡытығыҙ булған хәлдә лә һеҙ был турала уйланмайһығыҙ. Ә бит урындағы үҙидара - беҙҙең барыбыҙға ла һәм айырым һәр беребеҙгә туранан-тура ҡағылған мәсьәлә. Ә был турала беҙ белем, гражданлыҡ яуаплылығы етешмәү арҡаһында уйланмайбыҙ.
       РФ-тың 131-се "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында"ғы Федераль закон тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Эйе, беҙ уның уңышһыҙ тип иҫәпләнеүен ишетеп беләбеҙ. Ләкин уның асылы нимәлә, ни өсөн уңышһыҙ, тип иҫәпләнә - ҡағиҙә булараҡ, был беҙҙең өсөн ҡараңғы.
       Был закон 2003 йылдан ғәмәлдә. Уға ярашлы урындағы үҙидараны ойоштороу муниципаль берәмектәргә - ҡала һәм ауыл биләмәләренә, муниципаль райондарға, ҡала округтарына йәки федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙың ҡала эсендәге территорияларына тапшырыла.
       Төшөнсәләрҙе асыҡлап китәйек. Һүҙлектә аңлатылыуынса, "муниципалитет" (Munizipalitat) латинса Municipium (үҙ-үҙе менән идара итеүсе община) һүҙенән - ҡайһы бер илдәрҙә һайланма урындағы идара һәм үҙидара органдарының берләшмәһе. Ғәҙәттә, муниципалитет мэр, бургомистр һәм башҡалар етәкселегендәге һайланма коллегиянан һәм чиновниктар башҡарма аппаратынан тора. Муниципалитеттың үҙ табыштарының төп сығанағы булып халыҡтан урындағы һалымдар тора.
       Бөтә бәлә, дөрөҫөрәге, муниципалитеттарыбыҙҙың күбеһе һөрөнгән төп кәртә ошо билдәләмәнең һуңғы юлына ҡайтып ҡала ла инде. Муниципалитеттар табыштарының төп сығанағы булырға тейешле урындағы һалымдар федераль үҙәккә китеп тора. Һөҙөмтәлә урындағы үҙидараға аҡса ҡалмай ҙа.
       Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара ниндәй проблемалар кисереүе тураһындағы һорау менән беҙ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берләшмәләре буйынса комитеты рәйесе, юридик фәндәр докторы, профессор, Хоҡуҡ институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире Зөфәр Еникеевҡа мөрәжәғәт иттек.
       - Урындағы үҙидара тураһында Европа хартияһы тарафынан ҡаралған формалағы урындағы үҙидара хәҙер беҙҙең илебеҙҙәгенән ныҡ айырыла, - тип иҫәпләй Зөфәр Ирғәли улы. - Урындағы үҙидара ысынлап булһын һәм 131-се закон эшләһен өсөн бюджет федерализмы кәрәк. Хәҙер йыйылған һалымдарҙың 70 проценттан ашыуы федераль үҙәккә китә, ә ҡалған аҙ ғына өлөштән төбәктәр, етмәһә, муниципалитеттар менән бүлешергә тейеш.
       - Нимә һуң ул үҙидара? - тип дауам итә Еникеев. - Был, иң элек, һыу менән тәьмин итеү, газ менән тәьмин итеү, юлдарҙың торошо, таҙалыҡ, тәртип, муниципаль мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙе көн һайын уратып алған бөтә нәмә. Әгәр былар барыһы ла юлға һалынһа һәм яҡшы эшләһә, беҙ быны һиҙмәйбеҙ. Әгәр берәй ерҙә өҙөклөк килеп сыҡһа, беҙ, Федерациянан башлап, һуңынан төбәккә күсеп һәм урындағы менән тамамлап, властарҙы әрләй башлайбыҙ. Средстволар булһа, яҡшы власть урамдарҙың таҙа булыуын, ҡыйыҡтан һыу аҡмауын һәм һыу үткәргестең төҙөк эшләүен тәьмин итәсәк.
       Зөфәр Ирғәли улы муниципаль хәрәкәттең барлыҡҡа килеү тарихына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә. Уны тыуҙырыусы булып инглиздәр иҫәпләнә. Уҙған быуатта улар, диңгеҙ, океандарға эйә булған, ер шарының яртыһында тиерлек колониялары булған илдә ярлылар булырға тейеш түгел, тигән идеяны күтәреп сыҡты. Был бер хужаға иҫәпләнгән ике ҡатлы йортта бүлмәләр етерлек, усадьба алды участкаһы ла бар. Был йорттарҙа йәшәүселәрҙән символик кенә түләү йыйыла.
       Йәки муниципалләштереүҙең Америка системаһын алайыҡ. Унда муниципаль мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙы муниципаль мәктәп автобусы йорт ҡапҡаһы төбөнән алып китә һәм дәрестән һуң өйөнә килтереп ҡуя. Дәрес ваҡытында муниципаль полицейҙар мәктәп тирәләй тәртипте күҙәтә.
       Рәсәй, 1996 йылда Европа Советы составына инеп, урындағы үҙидара тураһында хартияны ратификациялай һәм хәҙер бөтә Рәсәйҙе муниципалләштереү бара. Ләкин әгәр Европа дәүләттәрендә, мәҫәлән, Швейцарияла, муниципалитеттарҙа урындарҙа йыйылған һалымдарҙың өстән бер өлөшө ҡалһа һәм тағы өстән бер өлөшө төбәккә бирелһә, беҙҙә муниципалитеттарға хатта ундан бер өлөшө лә ҡалмай. Шуға күрә Рәсәй муниципаль берәмектәренең 96 проценты - дотациялы. Йәғни улар үҙәккә бәйле.
       БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары хәлде үҙгәртеү өсөн нимә эшләй һуң?
       - Беҙ РФ Дәүләт Думаһына закондарҙы төбәктәр һәм муниципалитеттар файҙаһына үҙгәртһендәр, һалым өлкәһендә ҡайтанан бүлеүҙе ҡараһындар өсөн закон сығарыу инициативаһы ебәрҙек, - ти Зөфәр Ирғәли улы. - Башҡа төбәктәр ҙә ярашлы инициативалар ебәрә. Ләкин Дәүләт Думаһында был закон проекттары яҡланмай.
       Еникеев үҙенең йыш ҡына республикабыҙҙың
ауыл Советтары рәйестәре, муниципаль райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуы тураһында
һөйләне. Улар барыһы ла һалым түләүҙәренең үҙәкләштерелеүенә ризаһыҙлығын белдерә. Юлдар, медпункттар, балалар баҡсалары төҙөүгә аҡса кәрәк. Рәсәй Садовый кольцонан ғына тормай бит. Рәсәй - ул Башҡортостан да, Силәбе өлкәһе лә, Татарстан да, Себер ҙә, Алыҫ Көнсығыш та. Төбәктәр эшләп алған аҡса уларға ҡалдырылырға тейеш. Аҡса эшләргә тейеш. Юғиһә, муниципалитеттарға, төбәктәргә үҫеш өсөн стимул юҡ.
       Тимәк, килеп тыуған хәлдән сығыу юлы, Еникеев иҫәпләгәнсә, бер генә - бюджет федерализмы кәрәк - төбәктәр эшләп алған аҡса уларҙы үҫтереү өсөн файҙаланылырға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал