6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

Немец киноһы - мөхәббәт хаҡында
09.04.08


       Немец йырсыһы һәм йәһүд-музыкант, йыйыштырыусы һәм эшсе-иммигрант, гимназия директоры һәм еңел холоҡло ҡатын - өс ғашиҡ парҙың да тойғолары эскерһеҙ. Улар - уҙған быуаттың 80-се йылдарында ижады кинематограф донъяһын аҫтын-өҫкә килтергән һәм немец тамашасыһын шаҡ ҡатырған режиссер Райнер Вернер Фассбиндер фильмдарының геройҙары. Хәҙер режиссерҙың картиналары классика категорияһына күсте һәм шуға күрә ниндәй илдә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, кино һөйөүселәрҙең барыһы ла уларҙы яратып ҡабул итә. Немец мастерының фильмдарын DVD-ла ғына түгел, был көндәрҙә Өфөнөң "Родина" кинотеатрына барып та ҡарарға мөмкин. 8 апрелдә бында немец киноһы фестивале старт алды. Ул "Башҡортостан-Германия" Рәсәй-герман дуҫлығы йәмғиәте эше һөҙөмтәһендә Өфөлә традиционға әйләнгән Башҡортостанда Немец теле аҙналығына ярашлы үткәрелә.
       Быйыл фестиваль Фассбиндер иҫтәлегенә арналды, 2007 йылда күренекле немец режиссеры, актер һәм драматургтың вафат булыуына 25 йыл тулды бит. Фестивалде асырға Германия Федератив Республикаһының Екатеринбургтағы Генераль консулы Альберт Констен килде:
       - Республикаларыбыҙ араһында урынлаштырылған тығыҙ хеҙмәттәшлеккә мин бик шатмын. Шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә лә. Киң экранда Өфө халҡы немец режиссерының фильмдарын тәүге тапҡыр күрәсәк. Улар һеҙгә оҡшар, тип өмөтләнәм.
       Фестиваль программаһында бөтәһе дүрт кинофильм тәҡдим ителә: "Лили Марлен" (1980), "Ҡурҡыу күңелде ашай" (1973- 1974), "Лола" (1981) һәм "Вероника Фостың һағышы" (1981). Һуңғы өс картина кинотеатрҙа 9, 10 һәм 13 апрелдә күрһәтеләсәк. Бөгөн һүҙебеҙ фестивалде асҡан "Лили Марлен" таҫмаһы хаҡында.
       Фестиваль ни өсөн тап ошо фильмды күрһәтеүҙән башланыуы картинаның тәүге кадрҙарынан уҡ аңлашылды. Таҫма нигеҙенә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һалынған. Фассбиндер үҙ фильмында немецтар үҙҙәре лә фашизм ҡорбандарына әйләнеүен күрһәтә. Эшләп, һөйөп, һөйөлөп кенә йәшәргә теләгән кешеләр. Ләкин һуғыш уларҙың бөтә хыялдарын һәм өмөттәрен селпәрәмә килтерә. Фильмдың исеменә икенсе донъя һуғышы йылдарында популяр булған шул уҡ исемле йыр сығарылған. Йырҙы фронттың төрлө яғындағы һалдаттар ҙа тыңлай. Барыһында ла ул тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуға, мөхәббәткә өмөт уята. Уны Британия армияһы һалдаттары, француздар йырлай. Немец һалдаттары араһында йырҙың популярлығын фашистар хөкүмәте халыҡҡа идеологик йоғонто яһау сараһына әйләндерергә ҡарар итә. Уларға йыр төҙөргә һәм йәшәргә түгел, ә көрәшергә һәм бирешмәҫкә ярҙам итә. Йырҙы нацистик пропаганда символы яһарға маташыу Фассбиндерҙың фильмында "Лили Марлен" йырын башҡарыусы йырсы, музыкантҡа ғашиҡ Вилькииҙың яҙмышы менән бергә үрелә. Был тойғо ике яҡлы, әммә Роберттың атаһы, йоғонтоло йәһүд адвокаты, улын немец йырсыһынан алыҫ тотоу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һуғыш башланыу уларҙың мөнәсәбәттәрен тағы ла ҡатмарлаштыра. Роберт Швейцарияла йәшәй, Вилькии - Германияла, улар бер-береһен шул тиклем һағына, әммә эшкә күмелеп, бирешмәҫкә тырыша. Роберт дирижер булырға хыяллана һәм быға өлгәшә, ә Вилькии бөтә рейхта дан яулай, уның башҡарыуында "Лили Марлен" йыры бөтә динамиктарҙан яңғырай. Ҡайһы бер тамашасылар, героиня, фашизмдың ысын асылы хаҡында уйлап та бирмәйенсә, үҙ йыры менән уны нығытыуға булышлыҡ итте, тиҙәр. Был мөләйем һәм бер үк ваҡытта бигүк аҡыллы булмаған ҡатын үҙен маҡтауҙарға шатланып, бер үк ваҡытта, "Өсөнсө рейх"тың юғары даирәләренә яҡын булыу һәм уның йәһүд-музыкантты яратыуы уның тормошон ҡырҡа үҙгәртеүе ихтималлығын аңлап, ҡурҡып йәшәп. Әммә яҙмыш уға тағы ла ҙурыраҡ ҡайғы килтерә. "Лили Марлен" йыры нигеҙенә һалынған йәш егеттең ике ҡыҙҙы һөйөү тарихы уның башҡарыусыһы яҙмышында ҡабатлана. Вилькии Цюрихҡа килгәндә Роберт өйләнгән була.
       Шулай ҙа был фильм, беренсе сиратта, мөхәббәт хаҡында, унан һуң ғына һуғыш тураһында. Бер-береһен яратыусы ике кешегә ҡатмарлы ваҡытта йәшәргә тура килә. Тап мөхәббәт - немец режиссеры Райнер Вернер Фассбиндер ижадының төп темаларының береһе. Был тойғоноң тәбиғәте хаҡында фекерләүен оҫта "Ҡурҡыу күңелде ашай", "Лола" һәм "Вероника Фостың һағышы" картиналарында дауам итә.

Олеся Серегина .
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал