6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Төҙөкләндереү

Сүп-сарҙан нимә ҡотҡарыр?
08.04.08


       Тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ әле! Яҙ инде тулыһынса үҙ хоҡуғына инде - ҡояш ҡыҙҙыра, газондарҙа йәш үлән ҡалҡып сыға, ә авитаминоздан йонсоған граждандар асфальт тротуарҙар буйлап ҡайҙалыр ашыға, уларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу балҡый... Һыуыҡтар артта ҡалды, һаумы, ғәмһеҙ апрель!
       Дөрөҫ, йыш ҡына яҙғы "бер мискә балда" бер аҙ дегет тә булып ҡуйғылай. Аҡ ҡар менән бергә урамдарыбыҙҙан сафлыҡ иллюзияһы юғалды. Аяҡ аҫтында ҙур-ҙур күләүектәр, батҡаҡ, сүп-сар менән тулы ихаталар... Күпмелер ваҡыт былар барыһы ла ҡар аҫтында күмелеп ятҡайны. Беҙ тәмәке төпсөгөн ергә ташлайбыҙ - ҡар бөртөктәре уны хәстәрләп ҡаплап ҡуя. Сүп-сар ҡатламы - ҡар ҡатламы. Сүп-сар - ҡар... Ҡар - сүп-сар...
       Ә бит йыйыштырған урында түгел, сүпләмәгән урында таҙа була. Ниңәлер күптәребеҙ ҡулындағы сүпте урнаға илтеп һалырға күнекмәгән шул.
       Әйткәндәй, урналар хаҡында. Күптәрегеҙ һиҙгәндер, моғайын, ҡыш көнө ҡалала был файҙалы ҡорамалдар аҙая. Был нимә менән бәйләнгән һуң? Был һорауға Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығының мәғлүмәт менән тәьмин итеү бүлеге начальнигы Светлана Кувшинова яуап бирә.
       - Ысынлап та, ҡышҡылыҡҡа парк һәм скверҙарҙағы урналар йыйып алына, ә яҙын ҡайтанан ҡуйыла. Был аңлашыла ла - һыуыҡ ваҡытта кешеләр күпләп паркка йөрөргә сыҡмай, тимәк, унда сүп-сар һалыу урындары кәрәкмәй ҙә.
       Баш ҡалала бындай территорияларҙы (баҡсаларҙы, бульварҙарҙы, скверҙарҙы, квартал эсендәге зоналарҙы) хеҙмәтләндереү менән "Горзеленхоз" муниципаль унитар предприятиеһы шөғөлләнә. Йыл һайын урналар, эскәмйәләр һәм башҡа бәләкәй архитектура формалары һатып алыуға һәм урынлаштырыуға тресҡа республика бюджетынан средстволар бүленә - бындай мөлкәт оҙаҡҡа сыҙамай бит. Шуға күрә быйыл да ҡалала урналар былтырғынан аҙ булмаҫ.
       Ләкин был "йәшел территорияларға" ҡағылғаны ғына. Төп урамдарға урналар ҡуйыу өсөн яуаплылыҡ ҡала эшҡыуарҙарына йөкмәтелә. Һеҙ, моғайын, Өфөлә эшләп килгән "Ҡыҙыл һыҙыҡтарҙы төҙөкләндереү концепцияһы" тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр: бөтә кафе, магазиндар һәм башҡа ошондай йорттар хужалары үҙ территорияһын берҙәм проект буйынса төҙөкләндерергә тейеш. Бында тротуарҙарҙы тигеҙләү, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу, яҡтыртҡыстар һәм, әлбиттә, урналар ҡуйыу инә.
       Әгәр ихатағыҙҙа контейнерҙар аҙ йәки бөтөнләй юҡ икән, яуап бер - йәшәгән урынығыҙ буйынса торлаҡ-эксплуатация участкаһына мөрәжәғәт итегеҙ!
       Күҙ алдына килтерегеҙ әле: күптән түгел ямғыр яуып үткән, ә һеҙ магазиндан ҡайтып киләһегеҙ. Йәки киреһенсә - ҡайҙалыр ашығаһығыҙ, юҡһа унда бына-бына тәнәфес ваҡыты етәсәк. Йә булмаһа, эшкә һуңлап бараһығыҙ, ти. Ә аяғығыҙҙа - резина итек түгел, ә туфли. Бына шулай юл сатында йәшел ут янғанын көтөп тораһығыҙ. Бына ул яна, инде генә атлайым тигәндә аяҡ аҫтында... диңгеҙ икәнен күреп ҡалаһығыҙ! Бында хәл ике төрлө юл менән үҫешеүе ихтимал: 1. Сығыр урын эҙләп, юл буйлап ары-бире йүгерәһегеҙ, һөҙөмтәлә эшкә һуңлайһығыҙ. 2. Һеҙ тигеҙлекте юғалтаһығыҙ ҙа, тротуарға кире сигенер урынға, күләүеккә шап итеп баҫаһығыҙ. Туфлиегеҙҙе алмаштырыу өсөн өйгә йүгереп ҡайтаһығыҙ ҙа, кире йүгерәһегеҙ. Сценарийҙар араһында артыҡ айырма юҡ - икеһенең дә һөҙөмтәһендә түрәнән "эләгә".
       Быға ҡаршы нисек көрәшергә? Светлана Кувшинова әйтеүенсә, иң элек, ҡаланың Яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм тотоу буйынса махсуслаштырылған идаралығына шылтыратырға. Тап ошо ойошма ирегән ҡар һәм ямғыр һыуҙары ағып төшә торған махсус коллекторҙарҙы ремонтлау һәм тотоу өсөн яуап бирә бит. Әгәр уларға сүп тығылһа, хеҙмәт идаралығы рәшәткәне таҙартасаҡ һәм барыһы ла яҡшы хәл ителәсәк. Ә инде был саралар ярҙам итмәһә һәм һыу ҡалһа, ҡәҙимге тракторҙар ярҙамға киләсәк.
       Яңы "ямғыр һыуы соҡорҙары"н төҙөргә мөмкинме һуң? Әйтәйек, күләүектәр даими йыйылып ятҡан райондарҙа. Светлана Кувшинова аңлатыуынса, ямғыр һыуы канализацияһы системаһы төҙөлөштәр башланғансы уҡ һалына. Шуға күрә яңы коллекторҙар һалыу - ул ҙур проблема. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында ямғыр һыуы коллекторҙары бөтөнләй юҡ, бында берҙән-бер хәл итеү юлы - даими профилактика эштәре үткәреү.
       "Коммуналь хужалыҡ өлкәһендә беҙҙә барыһы ла тәртиптәме һуң?" тигән һорауға "юҡ" тип кенә яуап бирергә мөмкин. Урналар булмау, сүп-сар һауыттарының туп-тулы булыуы, төҙөлөп бөтмәгән ямғыр һыуы коллекторҙары - ул етешһеҙлектәрҙең бер өлөшө генә.
       "Кем ғәйепле", "нимә эшләргә" - әлегә билдәһеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа ҡалала аҙ булһа ла тәртип булдырыу өсөн коммуналсыларға, шулай уҡ ҡәҙимге граждандарға ла күп көс һалырға тура килгәнен күреп торабыҙ. Ҡала өмәләре генә ни тора!
       Яҙғы йыйыштырыуға, ысынлап та, күп көс һалына. Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә өмәләр 26 апрелдә һәм 17 майҙа үтәсәк. Уларҙа бөтә предприятиелар, шәхси сектор халҡы, мәктәп һәм башҡа уҡыу йорттары уҡыусылары ҡатнашасаҡ.
       Шулай уҡ 7 апрелдән "Урман һәм баҡса айлығы" башланасаҡ, уға ярашлы баш ҡалала меңәрләгән йәш ағастар ултыртыласаҡ. Район хакимиәттәре тротуарҙарҙы һәм юлдарҙы ремонтлай, яр буйы һыҙаттарын таҙарта, биналарҙың фасадтарын һәм цоколдәрен буяй, трамвай юлы аша сығыу урындарын, инженер селтәрҙәрен ремонтлай башлаясаҡ. Административ райондарҙың һәр береһендә 150-нән ашыу техника берәмеген эшкә егеү планлаштырыла.
       Былар барыһы ла - планлы саралар, һәм улар проблеманы тулыһынса хәл итер микән? Бәлки, башҡа ҡалаларҙың тәжрибәһен ҡулланырға кәрәктер, етмәһә, үрнәк эҙләп алыҫ йөрөргә лә кәрәкмәй.
       Шулай итеп, "БАШвестЪ" хәбәрсеһе Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү һәм инженер тәьминәте бүлегенә мөрәжәт итте. Ул, билдәле булыуынса, республиканың иң таҙа ҡалаларының береһе булараҡ дан алған.
       Ғәжәпкә ҡаршы, урындағы коммуналсылар бер ниндәй ҙә айырым технологиялар ҡулланмай. Территорияны таҙартыу буйынса шул уҡ өмәләр, айлыҡтар һәм башҡа саралар. Дөрөҫ, баш ҡала белгестәренә иғтибар йүнәлтергә кәрәкле ҡайһы бер моменттар бар. Бүлек начальнигы Мәҙихәт Зарипов һөйләүенсә, Стәрлетамаҡтың коммуналь хеҙмәттәре көҙөн дә өмәләр үткәрә. Был яҙғы эштәр күләме артыҡ ҙур булмаһын өсөн эшләнә. Стәрлетамаҡтарҙың ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өлкәһендәге тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы. Баҡһаң, ҡаланың торлаҡ хужалыҡтары күптән инде уңышлы рәүештә сүп-сар йыйыуҙың дүрт кимәлле системаһын индерә икән. Мәҙихәт Зарипов әйтеүенсә, технологияны үҙләштереү ауыр барыуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ торлаҡ-эксплуатация участкаларының яртыһынан ашыуы уға күскән. Бәлки, беҙгә лә һынап ҡарарға кәрәктер?

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал