6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ауыл әпәйе ҡала икмәге менән йәнәш
10.03.04


       Башҡорт Урал аръяғы - икмәккә бай төбәк. Уңышлы йылдарҙа ул республикала үҫтерелгән икмәктең дүрттән бер өлөшөн бирҙе . Ҡоролоҡ йылдарында ла Урал аръяғы уңышһыҙ ҡалманы. Тик шун ыһы ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡлы ла: икмәкле төбәк тиҫтә йылдар буйы на яҡшы итеп бешерелгән икмәк күрмәне. Икмәк бешереү башлыса
       район үҙәктәрендә ойошторола ине: Асҡар, Баймаҡ, Йылайыр, А ҡъяр...Иң ҡеүәтле икмәк бешереү заводтары Сибай, Белорет, Уч алыла эшләп килде. Уларҙың барыһында ла ҡасаба һәм ауылдарға
       продукция ташыу өсөн транспорт булды. Ә Урал аръяғында ауыл дар араһы бик алыҫ, был үҙ сиратында икмәк етештереү заводта рының иҡтисадына ҡамасау итмәй ҡалманы. Һөҙөмтәлә йылдар буй ына реконструкцияға ваҡыт алманы, ә унһыҙ продукцияның сифат ын яҡшыртыу тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
       Бала саҡ иҫтәлектәре
       - Ошоно икмәк тип әйтергә телдәре әйләнәме! - Ир кеше ҡулындағы киҫәкте әйләндереп - әйләндереп ҡарай. - Ул бит эс тән сеп - сей! Тыштан да һабын киҫәген хәтерләтә. Төрмәлә лә
       бынан яҡшыраҡ бешерәләр...
       Был ир кеше төрмәлә ниндәй икмәк бирелгәнен яҡшы белгәнд ер, күрәһең, ҡулдары һәр төрлө һүрәттәр менән сыбарланып бөт кәйне.
       - Ысын икмәкте беҙҙең ауылда ғына бешерә белә торғайнылар
       , - тип дауам итте ул, икмәк киҫәген ситкә этеп ҡуйып, ашҡа
       тотонғас. - Яңы бешерелгән икмәкте ҡулдарыңда ҡыҫаһың, ул я ңынан тәүге рәүешенә ҡайта. Беҙҙең ауылда ҡамырға ҡаймаҡ өҫт әрҙәр ине. Ә күрше ауылда - кеүәҫ. Кем икмәген ашағаныңды еҫ енән белеп тораһың. Ә хәҙер икмәк түгел, ә күҙ йәштәре...
       Уны уратып алған башҡалар ҙа ихлас һөйләшеүгә ҡушылып ки тте:
       - Хет, нимә тип әйт, әммә икмәк бешерә белмәйҙәр беҙҙ ә хәҙер...
       - Минераль ашламалар арҡаһында игендең тәме боҙола...
       - Ярты көн асыҡ ятһа, ҡата башлай...
       Бала саҡтан хәтеремә уйылып ҡалған: колхоз эше өсөн бирелгә н игенде әҙ - мәҙ тарттыралар ҙа, малға ашата торғайнылар. Ни өсөе тигәндә, он рәүешенә еткергәнсе тарттырырға мөмкинсе лек булманы. Шул сәбәпле күптәр урыҫ мейестәрен емереп, пар менән йылытыу ҡаҙанлыҡтарын ҡуйып сыҡты. Әммә барыһының да к үңеленә бындай яңылыҡ хуш килмәне, әлбиттә. Оло ҡыйынлыҡтар менән булһа ла, өйрәнелгән хуш еҫле икмәк өҫтәлгә ҡуйыла тор ғайны.
       Беҙҙең йортта ла мейес емерелмәй ҡалды һәм ике -өс көн тиг әндәуны йортто йылытыуҙан да бигерәк, икмәк бешереү өсөн имә н утын яға торғайнылар. Бойҙай ҡулдан тартылды. Ҡул тирмәнен ең ташын атайым йәки олатайымдан башҡа әйләндерергә һәләтлел әр юҡ ине. Беҙ, малайҙар, уның ташын әйләндереү түгл, ҡыбырҙ ата ла алмай инек. Әйткәндәй, тап ошондай тирмәндәр иң яҡшыл ары тип иҫәпләнгән дә инде. Он тарттырылғас, эшкә әсәйем мен ән оләсәйем тотона. Әсетке әҙерләү серҙәрен улар ғына белә кеүек ине миңә. Төн уртаһында, өй эсе иҫ китмәле хуш еҫ мен ән тула. Олоғайғас та минең икмәк еҫе минең төштәремә инә ин е. Хәҙер инде төштәр күреп изалау юҡ. Урал аръяғының ниндәй ауылына барма, бына тигән тирмән, икмәк бешереү цехтары бар.
       Әгәр элегерәк уларҙың һаны ни бары тиҫтә булһа, хәҙер киле п улар бер йөҙгә еткән. Һәр районда икмәкте бешереү серҙәре үҙҙәренә генә хас. Мәҫәлән, Хәйбулла икмәген Баймаҡтыҡы, Ейә нсураныҡы йәки Йылайырҙыҡы менән сағыштырып булмай. Баймаҡта р икмәке мейесәт оҙағыраҡ тоа һәм уның өҫтө ҡытырҙап тора. Е йәнсуралар икмәккә бер аҙ бал өҫтәйҙәр һәм бешеп еткәс, ул сәскә болонон хәтерләтә. Әбйәлилдәрҙең икмәген хатта Магнито горск ҡалаһынан килеп алалар. Ә бит уларҙың икмәк бешереү бу йынса ҡеүәтле"Ситно" тип исемләнгән производстволары бар. Әм мә ҡыҙыу мейестә, күмер эҫеһендә бешкән икмәк тәмлерәк шул.
       Юғарыла әйтеп үткән, "Ситно" берекмәһе Урал аръяғының икм әк баҙарын яулай башланы ла инде. Бының ыңғай яҡтары ла бар . Өс йыл элек Белорет ҡалаһының икмәк заводын көрсөлөктән йо лп ҡалыуға булышлыҡ итте, Учалыла ла ярҙам ҡулын һуҙып, уны килемле эшмәкәрлеккә сығарҙы. Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе
       үҙ-ара конкурент булыуҙан күберәк, бер береһен тулыландыры п йәшәй. Ә инде ҡулланыусы өсөн кемдең хужа булыуы мөһим түг ел, икмәк сифатлы, хаҡы арзан булһа - шул еткән. Һатып алыус ыны икмәктең сифаты ҡәнәғәтләндермәй икән, быныһы инде икенс е эш. "Ҡул" производствоһы был етешһеҙлектәргә ҡеүәтле предп риятиеларға ҡарағанда тиҙерәк тәьҫир итә. уға күрә уларҙың и кәүһе лә бер-береһен тулыландырып эшләргә тейештер. Ауыл икм әге һәр ваҡыт тәмлерәк була бит. Икенсе яҡтан, ҡала икмәге к еше организмы өсөн мөһим матдәләргә бай. мәҫәлән, Урал аръяғ ында үтә дефицит йод ҡушылған икмәкте бик теләп алалар. Ни тиһәң дә, килешеп, кәңәшләшеп, бергә -бергә эшләүгә етмәй
       инде.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал