6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Локомотив"ты иркәләп алдырып була икән
08.04.08


       Финал хоккей серияһының икенсе матчы миңә мөхәббәт тураһында кәнфит фильмынан әүрәтеү күренешен хәтерләтте. "Салауат Юлаев", ныҡышмалы рәүештә үҙ теләгенә ирешергә маташып, "Локомотив"ты төрлөсә иркәләп ҡараны. Әүрәтеү ҡорбаны оҙаҡ ваҡыт ризалашмай, ҡулын этәрҙе, ләкин аҙаҡ килеп, барыбер бирелде...
       "Салауат Юлаев" уйынсылары беренсе матчта уйнаған кеүек уйнарға ярамағанлығын аңланы. Уйын "дилбегәһен" үҙ ҡулдарына алып, хужалар аҙаҡҡа тиклем уны ысҡындырманы.
       Минеңсә, был матчта рефери Вячеслав Буланов яҡшы эшләне, тип әйтмәҫ инем, ул элек асыҡтан-асыҡ урындағы көйәрмәндәр арҡаһында Өфөлә эшләргә яратмауын белдергәйне. Оҡшаймы, оҡшамаймы - һәр ваҡыт сифатлы, намыҫлы эшләргә кәрәк бит.
       Мин ихтирам иткән Өфө рефериҙарының береһе был матч араһындағы тәнәфестә:
       - Буланов, ғөмүмән, яҡшы хөкөм итә. Уға бер ниндәй ҙә дәғүә булыуы мөмкин түгел. Шулай ҙа иң яҡшы арбитрҙар - Кадров менән Киселев, - тигәйне.
       Тағы ла судья:
       - "Салауат" өсөн шул тиклем борсолам, был матчта нисек нервыларым ҡаҡшағанын белһәгеҙ... Артабан нимә булыр? - тип өҫтәне.
       Ғөмүмән, Мәскәү арбитрҙарына Мәскәү командалары матчтарын хөкөм итеүҙе ышанып тапшырмаҫҡа кәрәк ине, минеңсә. Ә Буланов кеүек "отличниктарҙың" ҡайһы бер аңлайышһыҙ ҡарарҙарын аҡрынайтылған ҡабатлауҙарҙы файҙаланып тикшерергә кәрәк.
       Һис шикһеҙ, "Локомотив"тың "Салауат Юлаев"тан алда шайба индереү мөмкинлектәре булды. НХЛ-да, мәҫәлән, һәр мөмкинлекте, буш боҙҙоң һәр сантиметрын шунда уҡ файҙаланырға күнеккәндәр. Ә беҙҙә шыуғансы, уйлағансы, төҙәгәнсе әллә күпме ваҡыт үтеп китә.
       Мин Алексей Яшинға элегерәк, Рәсәй хоккейында шайба ташлау менән проблема, тип әйткәйнем. Ул, ысын патриот булараҡ, килешмәгәйне, ләкин хәҙер нимә күрәбеҙ? Йә бер команда, йә икенсеһе 60 минут буйына шайба ташлай алмай.
       Күптәр ҡапҡа һаҡсыларын маҡтап телгә ала. Варламов! Еременко! Голопупенко! Ә мин иһә тулыһынса оло тренер Сергей Николаевтың фекерен уртаҡлашам, ул, һөжүм итеүсе уйынсыларыбыҙ насар ташлай, һөҙөмтәлә ҡапҡасылар суперйондоҙ булып килеп сыға, тип иҫәпләй.
       Матчтан һуң Мәскәүҙең ике билдәле журналисы менән торабыҙ. Улар үҙ мәҡәләләрендә Еременконы ла, Варламовты ла маҡтарға ярата, ә Рәсәй йыйылма командаһы тураһында һүҙ сыҡҡас, икеһе лә бер тауыштан:
       - Варламовҡа үткәрәләр унда! Еременконы бәреп кенә ҡуясаҡтар! - тимәһендәрме.
       - Ә Брызгалов? - тип ҡыҙыҡһынам мин.
       - Уға ла үткәрәсәктәр. Ул ҙур булғанға тора. Бына Набоков булһын ине. Ул ысынлап уйнай, исмаһам, - тип яуап бирәләр...
       "Локомотив" хужаларҙың баҫымынан ҡаушап ҡалды, ышаныслы уйнауҙан туҡтаны һәм һөҙөмтәлә еңелде. Хәҙер серияла иҫәп тигеҙ, 1:1. Финалда артабан нимә булыр - әйтеүе ҡыйын.
       Уйындан һуң НХЛ-дың элекке уйынсыһы Даниэль Тярнквист менән әңгәмәләшеү уңайы тура килде.
       - Беренсе матчтан һуң нимә үҙгәрҙе һуң? Ни өсөн шундай һөҙөмтә?
       - "Салауат Юлаев" беренсе уйындағынан яҡшыраҡ уйнаны. Ул беҙҙән өҫтөн булды.
       - "Юлаевсылар" нимәһе менән һеҙҙән өҫтөнөрәк булды һуң? Көс көрәшендәме?
       - Бөтә яҡтан, - тип ысын күңелдән һәм тыныс яуап бирҙе швед. Әйткәндәй, ул Туриндағы олимпиада чемпионы.
       - Миңә ҡалһа, һеҙҙең форвардтарҙың шайба ташлау килеп сыҡманы кеүек тойолдо. Беҙҙең суперлигала, ғөмүмән, ысын снайперҙар аҙыраҡ - бөтәһе лә тиерлек НХЛ-ға китеп бөттө.
       - Эйе шул, бөтә шәп уйынсылар НХЛ-да, ул бит донъяла иң яҡшы лига.
       - Һеҙ "Миннесот"та бөйөк, иң тәжрибәле кәңәшсе-тәрбиәсе Жак Лемерҙа уйнанығыҙ. Әйтегеҙ әле, "Локомотив"тың оборона тактикаһы нимәһе менәндер был Төньяҡ Америка командаһыныҡына оҡшағанмы?
       - Әлбиттә, ике команда ла бер төрлөрәк эш итә, оборонаға ҙур әһәмиәт бирә. Иғтибар итһәгеҙ, "Локо"ла, ғәҙәттә, тапшырыуҙар күп түгел - бер-икәү генә була бит.
       - Ә "Локомотив"тың ҡапҡа һаҡсыһы Семен Варламовтың уйнауын нисек баһалайһығыҙ, ул яҡшыраҡ уйнай ала инеме?
       - Юҡ, ул бик яҡшы уйнай. Ҡарағыҙ әле - быға тиклем ул күпме сейв яһаны!
       Күрәһең, гәзиттә "ҡапҡа һаҡсыларын маҡтау" уйынсыларға ла күскәндер - улар бөтәһе лә голкиперҙарҙың уйнауына һоҡланды. Матчтан һуң миңә Семен Варламовтың үҙе менән һөйләшеү бик мөһим ине, һәм быға өлгәштем. "Вашингтон Кэпиталз" "Херши Берз" фарм-клубының буласаҡ ҡапҡа һаҡсыһы "Локомотив"тың ҡапҡа һаҡсыһын маҡтамаған берҙән-бер кеше булды:
       - Үткәрелгән шайбаларҙы аңлата алаһығыҙмы?
       - Беренсеһендә ҡаҡсып килеп инде, ҡатмарлы ташлау булмағайны.
       - Ә икенсе голды үткәрмәҫкә мөмкин инеме?
       - Волков бик көслө сәпәне, әлбиттә, мин алданыраҡ ултыра бирҙем. Шайба уңайһыҙ бейеклектә осоп килеп инде, уны тотоп өлгөрөү ауыр булды.
       - Үткәрелгән шайбалар буйынса үҙ һаҡсыларыңа дәғүәң юҡмы?
       - Мин, ғөмүмән, бер ваҡытта ла үҙ уйынсыларыма дәғүә белдермәйем, минең эшем - шайбаларҙы кире ҡағыу, ә уйынсыларға нимәне, нисек эшләргә күрһәтеү түгел.
       Матчтан һуң өйгә ҡайтып барам - юл ситендә көйәрмәндәр "Салауат Юлаев" тип яҙылған шарфтар тотоп йүгерешә. Ҡайһы бер машиналар "ту-ту, ту-ту-ту" тип сигнал бирә. Барыһы ла ҡәнәғәт, ә шатланырға иртәрәк бит әле. Алда тағы ике матч тора...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал