6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Виноград сыбығы тылсымсыһы
07.04.08


       Бынан утыҙ йыл элек Башҡортостанға Болгариянан ҡунаҡ Вилко Димитров килеп киткәйне. Тарихсы һәм журналист, сит ил ҡунағын болгар коминтернсыларының Башҡортостан биттәре ҡыҙыҡһындырҙы. Ә 1978 йылда минең "Планета гвардиясылары (коминтернсылар Башҡортостанда)" тигән ҙур булмаған китабым сыҡҡайны. Вилко уны ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡты, ә икенсе көнөнә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында болгар антифашистары ла уҡыған Коминтерн мәктәбе эшләгән Кушнаренкоға барып килергә саҡырҙы.
       Еңел машина беҙҙе район үҙәгенә елдереп алып барып та еткерҙе, унда ҡасандыр тау башында мәктәп урынлашҡан булған. Виноград ҡыуаҡлыҡтары эргәһендә ҙур булмаған ағас йортта һуғыш йылдары ваҡиғалары шаһиты агроном-селекционер Лидия Николаевна Стреляева йәшәй ине.
       Беҙ болгар тарихсы-журналисы менән Стреляеваның китап кәштәләре теҙелеп киткән яҡты бүлмәһендә ултырҙыҡ. Хужабикә әҙерләгән виноград шарабын эстек. Шарап ҡунаҡҡа оҡшаны, уға Болгарияны хәтерләтте.
       Бөгөн, Лидия Николаевнаның тыуған көнөндә, шул әңгәмә асыҡ күҙ алдыма баҫты.
       Лидия Стреляева 1902 йылдың 7 апрелендә Украинала Мелитополдә тыуған. 1920-1923 йылдарҙа Фрунзе исемендәге Ҡырым университетында уҡыған. 1926 йылда Василий Стреляев етәкселегендә емеш-еләк культураларын өйрәнеү буйынса Кушнаренко үҙәге ойошторола. Уның менән бергә ҡатыны Лидия ла килә, көньяҡта тыуып үҫкән ҡыҙ виноградһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй, шуға күрә үҙе менән бер нисә көньяҡ еләге ботағын килтерә. Шулай итеп, Стреляевтар менән бергә Кушнаренкола төньяҡ винограды ла урынлаша.
       Башта Лидия Николаевна йәшелсә культураларының дәүләт сорт участкаһы мөдире булып эшләһә лә, виноград үрсетеү тураһында ла онотмай.
       - Башҡортостанға мин ирем һәм балам менән килдем, - тип һөйләне хужабикә. - Беҙгә өс бүлмәле фатир вәғәҙә иттеләр, әммә беҙ бында, Кушнаренкола, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡандалалары менән бер бүлмәгә килеп урынлаштыҡ. Урман йортобоҙға терәлеп тора ине. Бүреләр тәҙрә алдында ғына олой торғайны.
       Революцияға тиклем имение сәй менән һатыу итеүсе сауҙагәр Грибушиндыҡы булған. Йорт эргәһендә баҡса шәрәмәте бар ине, күрәһең, тап ул бында тәүҙә ауыл хужалығы мәктәбен, ә һуңынан, 1932 йылда, йәшелсә-емеш техникумын ойоштороу сәбәбе булып торғандыр.
       Ирем күберәк хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнде, ә мин тулыһынса фәнгә бирелдем. Мине бигерәк тә виноград ҡыҙыҡһындырҙы. Башҡортостанда ла виноград менән шөғөлләнгәндәре хаҡында ишетеп белдем. Шул саҡта миң ҡанатланып киттем. Тимәк, урындағы, башҡорт, сорттарын үҫтереп буласаҡ!
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана, Лидия Николаевнаның ире һәм улы фронтҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай.
       Стреляева һуғыш йылдарын телгә алғас, Болгариянан ҡунаҡ йәнләнеп китте. Ул саҡта Кушнаронко тауында Коминтерн мәктәбе урынлашҡан булған, унда төрлө илдәрҙән йәш антифашистар уҡыған. Бында йыш ҡына Коминтерндың күренекле эшмәкәрҙәре булып киткән.
       Ул, башлыса, элек журналист Рәмил Хәкимов менән осрашҡанда һөйләгән хикәйәһен ҡабаттан һөйләне. Хәкимов уның иҫтәлектәрен "Ете юлда" ("На семи дорогах") исемле китабында файҙаланғайны.
       - Урын аҙ ине. Кем - йортта, ә ҡайһылары баҡсала йәшәне. Бер ваҡыт миңә килделәр ҙә: "Әсе генә берәй нәмә бирегеҙ әле, Димитров иптәш ауырып китте", - тинеләр. Мин варенье, һут алдым да: "Үҙем барам", - тинем.
       - Оҡшанымы?
       - Ә һеҙгә оҡшаманымы ни? Ул "рәхмәт" тине.
       Селекция эшенең нигеҙе итеп агроном француз винограды сорттарын ала. Яҡшы үҫемлектәрҙе ентекле һайлап алып, ул башҡорт виноградын килтереп сығара, уның бер сортын һуғышта һәләк булған берҙән-бер улы хөрмәтенә "Александр" тип атай.
       Лидия Николаевна үҙенең тәүге "Башҡорт зөбәржәте" сорты өҫтөндә ун биш йыл буйына эшләй. Уның артынса "Иртә башҡорт винограды", "Бәләкәй", "Юбилей" сорттары барлыҡҡа килә.
       Өс гектар майҙанда өлгөлө виноград баҡсаһы төҙөй ул. Уның өлгөһө буйынса Башҡортостандың башҡа мөйөштәрендә лә виноград плантациялары ойошторалар. Стреляеваның виноград баҡсаһынан ботаҡтар илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә үҙ тамырҙарын ебәрә.
       1951 йылда Стреляеваны Сталин премияһына тәҡдим итәләр. Награда документында, уның фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып виноград үҫтереү һәм ҡаты климат шарттары өсөн сорттар сығарыу агротехникаһын эшкәртеү тора, тип әйтелгән. Лидия Николаевна - СССР-ҙың Европа өлөшөнөң төньяҡ райондарында һәм Башҡортостанда виноградты киң таратыуға булышлыҡ итеүсе берҙән-бер селекционер, тиелә. Ул виноградтың ун сортын һәм биш элиталы гибрид сығара.
       Виноград менән селекция эше өсөн Стреляева Сталин премияһына лайыҡ була.
       Беҙ барыбыҙ ҙа Кушнаренко ерендә осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Хушлашҡанда фотоға төштөк. Бик яҡшы ҡатын-ҡыҙ, виноград сыбығы тылсымсыһы Лидия Стреляева менән был һуңғы осрашыу булды. Болгар Димитров "Димитров аҙналығы"нда баҫылған очеркын ебәргәйне. Унда Стреляева тураһында йылы һүҙҙәр әйтелгән. Сираттағы тапҡыр ул Кушнаренкоға очеркын Лидия Николаевнаға күрһәтеү өсөн килгән. Ләкин был ваҡытта ул яҡты донъянан киткәйне инде: 1987 йылдың 25 июнендә вафат булды.
       Әммә әле лә Кушнаренко тауында виноград ҡыуаҡлыҡтары үҫә һәм емеш бирә.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал