6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Парижды күреү... һәм әйләнеп ҡайтырға теләү
07.04.08


       - Әсәйем Франциянан ҡайтҡас, һин беҙҙең менән Төркиәгә барырһыңмы? - тип һорап ҡаңғыртҡан ҡыҙым апаһын (минең һеңлемде).
       - Белмәйем, әсәйең Франциянан ҡайтҡас, тағы ҡайҙалыр барғыһы килер микән, - тип яуап биргән һеңлем. Һәм хаҡлы булған бит, шайтан алғыры.
       Эйфель башняһы, Нотрдам, Монмартр, Версаль - быларҙы, моғайын, үҙен ихтирам иткән һәр кем беләлер. Беҙҙең арала таралған "бонжур", "мерси", "мадемуазель" һүҙҙәре тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡыҫҡаһы, Парижға командировкаға барыуға мин тулыһынса әҙер инем. Етмәһә, мәктәптә факультативта Мопассан телен өйрәнеүсе ҡыҙымдың ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында французса "Сәләм, хәлдәр нисек? Минең исемем Элен" тигән һүҙҙәрҙе лә ятлап алдым.
       Парижға барып ҡайтҡанға тиклем был минең өсөн карталағы бер урын, Д'Артаньян һәм өс мушкетер ҡалаһы, танылған мода баш ҡалаһы ине. Ниндәйҙер буй етмәҫлек, әкиәт кеүек тойола ине. Хәҙер иһә - был тағы ла үҙенә саҡырып торған ҡала. Хәйер, был инде лирика. Шулай ҙа дөрөҫ.
       Парижды күрергә - һәм үлергә. Был өшөткөс һүҙҙәрҙе минең сәфәрем тураһында хәбәрҙар булған һәр кемдән тиерлек ишеттем. "Китсәле! Бигерәк шаштырып ебәрәләр!" - тип эстән генә уйланым мин. Дөрөҫөн әйтәм, баҡһаң, мин ошоға тиклем үҙ ғүмеремдә бер нәмә лә күрмәгәнмен икән.
       Иллюминаторҙан ҡарағанда Францияның баш ҡалаһы Рәсәй ҡалаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Берҙән-бер айырма - уны һәр яҡлап уратып алған йәшеллек күҙгә ташлана. "Ҡарағыҙ әле, Чесноковкаға оҡшаған", - тине кемдер, тыуған яғын һағынып та өлгөргән, күрәһең.
       Объекттың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә икәнлеген раҫлаусы теплицалар рәттәрен күреп, мин ниңәлер "Алексеевка" совхозын иҫкә төшөрҙөм. Тик бында ул икенсе төрлөрәк "Елисеевка" тип аталалыр, моғайын, тип уйлап ҡуйҙым.
       Парижда һауа торошо Өфөләге кеүек ине - дүрт-алты градус йылы. Әммә март аҙағында унда бөтә ерҙә сәскәләр атҡан, ағастар япраҡ ярған. Март аҙағында Парижда магнолияларҙың сәскә атҡанын күргәнегеҙ бармы? Бөтә ерҙә йәшеллек. Етмәһә, унда сәскәләр һәм ағастар бының өсөн бүленгән ерҙә генә түгел, ә йорт ҡыйыҡтарында ла үҫә. Быға өҫтәп, урамдарҙағы иҫ киткес таҙалыҡ, юлдар быяла кеүек тип-тигеҙ. Күҙ ҡамаштырғыс тамаша.
       Донъяның иң ҙур аэропорттарының береһе - Шарль де Голль исемендәге аэропортҡа барып төшкәс тә мин иң элек ҡыҙғылт һары таҫмаларҙан лабиринтты күрҙем. Был сик буйы посына ингәндә халыҡ тығылмаһын өсөн эшләнгән - бер-бер артлы теҙелешеп, беҙ был ҡаршылыҡты бик тиҙ үттек.
       Онотмаҫ борон әйтеп үтәйем, донъяның һәр ҡайһы илендә үҙегеҙҙе уңайлы тойоу өсөн мотлаҡ телдәрҙе өйрәнегеҙ. Францияла, мәҫәлән, матур итеп йылмая белеү бик мөһим. Һәр кем ярҙам ҡулы һуҙасаҡ! Француздар, ғөмүмән, бик ярҙамсыл халыҡ кеүек тойолдо. Парижда, хәйер, ҡала картаһы булһа, аҙашыуы бик ауыр.
       Беҙҙең сәфәр эш маҡсатында һәм ваҡыт бик сикләнгән булыу сәбәпле, беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ экскурсия ойошторҙоҡ. Бәхеткә ҡаршы, отель Эйфель башняһынан алыҫ түгел урынлашҡайны, шуға күрә унда барыу ҡыйын булманы. Париж ғына түгел, бөтә Францияның символы булып торған башня ишеге алдындағы сират һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаһын. Был сәғәттәр буйы билет артынан тороп, һуңынан эскә үтеү өсөн тағы шул тиклем торорға тура килгән Лувр түгел. Башняның бер нисә тиҙ йөрөүсе лифты теләүселәрҙең барыһына ла иң өҫкә күтәрелергә мөмкинлек бирә. Матурлыҡ һуш китерлек. Ә Ги де Мопассан, мәҫәлән, Эйфель башняһын яратмаған, ул эстәге ресторанда ашап сығыуҙы өҫтөн күргән.
       Беҙ шулай уҡ Францияның иҫтәлекле урындарының береһе - Рәсәйҙән килгән кешеләр ерләнгән Сент-Женевьев-де Буа зыяратында булдыҡ. Ундағы атмосфера ниндәйҙер фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә. Белмәйем, нисек аңлатырға - әммә унда үлем алдында ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Бында үлем - ул ғүмерҙең дауамы икәнен аңлайһың кеүек.
       Ҡәберҙәр барыһы ла тиерлек шундай тәртиптә - тере сәскәләр, бәләкәй генә ағастар ултыртылған. Шулай ҙа иң матуры - беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың ҡәбере ине, буғай. Бөтә донъянан уның таланты алдында баш эйеүселәр, улар әйтеүенсә, сәхнәлә Аллалай осоп йөрөгән мәшһүр бейеүсене иҫкә алыу өсөн бында килә. Ә йәш балериндар, бәлки, бейеү Аллаһының фатихаһын алыу өсөндөр, ҡәбер ташында үҙ пуанттарын ҡалдыра.
       Тағы нимәгә иғтибар иттем - ғүмер оҙайлылығына. Ҡәбер таштарындағы тыуыу һәм үлеү даталары араһындағы айырма - 80, 90, 100 йыл. Оҙаҡ йәшәү өсөн Францияла йәшәргә кәрәкме икән?
       Зыярат менән йәнәштә, ғүмерҙең тамамланмауын билдәләүсе булараҡ, цирк-шапито һәм Ҙур теннис һарайы урынлашҡан, унда француздар - Ролан Гаррос илендә йәшәүселәр - теләп йөрөй.
       Эстетик зауыҡтан тыш, көнкүреш мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырған кешеләр өсөн дә үҙ тәьҫораттарым менән уртаҡлашып китәйем. Айырым алғанда, шоппинг. Эйе, унда күңел асырлыҡ урындар байтаҡ... Дөрөҫ, ҡайһы бер шарттарҙы үтәгәндә. Беренсеһе. Һеҙҙең аҡсағыҙ булырға тейеш. Күп аҡсағыҙ. Франция - арзан ил түгел. Икенсеһе. Һеҙҙең ваҡытығыҙ булырға тейеш. Күп ваҡытығыҙ. Унда кеше хоҡуҡтары ихтирам ителә, бөтә магазиндар, мәҫәлән, 19 сәғәткә тиклем эшләй. Һәм өсөнсөһө. Урынын белергә кәрәк. Бында һеҙгә интернет ярҙам итәсәк. Йәки Рәсәйҙән килгән кешеләр, Францияла йәшәүсе таныштарығыҙ. Әйткәндәй, улар унда аҙ түгел.
       Ғөмүмән, Париж - әкиәттәге кеүек ҡала. Бейек йорттар теҙелгән тар урамдарҙа тығыҙлыҡты тоймайһың. Бәлки, был архитекторҙарҙың үҙенсәлекле бер талантылыр. Һәм һәр ерҙә сәскәләр. Хатта фатирҙарҙың тәҙрә төптәрендә, эстән түгел, ә тыштан, урам яғынан, сәскә көршәктәре теҙелгән. Һеҙ Рәсәйҙә шундайҙы күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин - юҡ.
       Париж урамдары һәм майҙансыҡтары менән тигеҙ киҫәктәргә бүленгән тортты хәтерләтә. Ул барыһына ла берҙәй яғымлы - ике миллиондан ашыу тәшкил иткән төп халҡына ла, иҫәбе Франция баш ҡалаһы ғына түгел, бөтә ил халҡынан бер нисә тапҡырға ашып киткән туристарға ла. Был тормош байрамында үҙеңде һис тә сит тоймайһың. Хемингуэй әйтмешләй, "Париж - ул һәр ваҡыт һинең менән ҡалған байрам".

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал