6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Бәләкәй "юлаевсылар" төркөмө
04.04.08


       "Салауат Юлаев" "Локомотив" алдында һәр яҡлап ебеп төштө. Ә был матч ҡына түгел, ҙур әһәмиәткә эйә осрашыу ине бит.
       Ҡаршы яҡ команданың уртаса ғына форварды боҙҙа ултырған көйө командаңа шайба ташлаһын әле, ғәрлегеңдән ер тишегенә инеп китерһең.
       Белһәң ине, "Салауат Юлаев" хоккейсыларына матчтар араһындағы тәнәфес ваҡытында рухландырып ебәрерлек берәй нәмә әйттеләр микән? Уйынды нисек йомшаҡ башлаһалар, шулай тамамланылар бит. Андрей Назаров беҙҙә тренер булһа, түҙмәй, хоккейсыларҙың баштарына йоҙроғо менән төйөп-төйөп алыр ине.
       Кирилл Кольцов менән Андрей Кутейкинға бигерәк тә йән көйҙө. Тәүгеһе шоҡрайып алып тик йөрөй, ә икенсеһе тигеҙ урында сәбәпһеҙгә "ҡасып", үҙ командаһына үҙе соҡор ҡаҙый.
       Асылда, "Салауат Юлаев"тың бөтә командаһы был матчта әрләүгә генә лайыҡ. Берәүҙәре бер гол да индермәһә, икенселәре һөжүм ойошторғанда һәм үҙ ҡапҡаларын һаҡлағанда зыян килтерҙе.
       "Юлаевсы"лар йүгерер урынға торҙолар, аяҡта ныҡ баҫып торорға кәрәк булғанда ҡоланылар, бер-береһенә шайбаны аныҡ тапшырмауҙар күп булды - был уйынды хоккей тип атап буламы ни?
       Хужаларҙан һәр ваҡыттағыса Алексей Шкотов ҡыйыу уйнаны, һәм әгәр уға партнерҙары тейешенсә ярҙам итһә, гол индергән булырҙар ине.
       "Локо" был уйында үҙен еңелмәҫлек һәм бөйөк итеп күрһәтте, тип әйтеп булмай. "Юлаевсы"лар ауыҙ асып ҡалыу арҡаһында бөтә шайбаларҙы үткәрҙеләр.
       Ғәҙәттәгесә, матчтан һуң иң дөрөҫ, ғәҙел һүҙҙәрҙе журналистарға Олег Твердовский әйтте. Бына беҙҙең уның менән интервью:
       - Бөгөнгө матч ни сәбәпле килеп сыҡманы?
       - Көрәштә, өмөттә еңелдек. Белмәйем, бәлки, был ниндәйҙер финал тулҡынланыуы булғандыр.
       - Тағы нимәлә отолдоғоҙ?
       - Уйын тәртибендә. Айырыуса беренсе осорҙа бөтә майҙан буйлап көрәштә ҡалыштыҡ.
       - "Салауат Юлаев"ҡа тиҙлек етешмәнеме?
       - Бына шуны әйтәм дә, ни өсөндөр уйын дәрте булманы. Булманы. Ләкин плей-оффта бындай хәлдәр булғылай. Бәлки, егеттәр хәлдән тайғандыр. Беҙҙең бурыс хәҙер - үҙебеҙҙе киләһе матчтарға көйләү һәм үҙ зонабыҙҙа яңылышмайынса, тиҙлекле, һөжүм итеүсе хоккей күрһәтеү.
       - Варламовты хәҙер баш ҡаланың бөтә баҫмалары маҡтай. Һеҙгә ҡаршы ул нолгә уйнаны. Һеҙҙә, бәлки, "Варламов комплексы" барлыҡҡа килгәндер.
       - Бер уйындан ғына комплекс булмай, әгәр ул беҙҙең менән дүрт йәки биш уйынды нолгә еңһә, бында сәбәп булыр ине. Беҙ уға бер уйында ғына индерә алманыҡ, был комплекс өсөн сәбәп түгел, тип уйлайым.
       - Уның кимәлен баһалай алаһығыҙмы? Ул НХЛ-да уйнауға лайыҡлымы?
       - "Локомотив" оборонала бик шәп уйнаны. Беҙҙең тәүге ташлаған шайбаларҙы ул кире ҡағып торҙо һәм үҙ эшен "бик яҡшы" башҡарҙы, сөнки башҡаса шанс бирмәй, хәлде ныҡ аныҡ контролдә тотто. Варламов - бик яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы, хәҙер беҙ уны еңеү юлдарын эҙләргә тейешбеҙ.
       - "Аҡ барыҫ"тан һуң ниндәйҙер рухи төшөнкөлөк һиҙеләме әллә?
       - Мин үҙебеҙҙе профессионалдар, тип иҫәпләйем. Был финал, бында яңы эмоциялар булырға тейеш. Кубок тора - шуға күрә бер ниндәй аҡланыу булырға тейеш түгел. Алты көн ял бирелде, һәм һәр уйынсы үҙен һәр матчҡа әҙерләргә бурыслы. Ярымфиналда күп көс һалдыҡ, тип әйтеү хаҡлы түгел, тип уйлайым. Һәр хәлдә быны аҡланыу булараҡ ҡабул итмәйем. Был бер кемде лә борсомай. Беҙ яңы көс, яңы хистәр табырға тейешбеҙ, ә быны эшләй алмағанбыҙ икән, тимәк, бөтә ғәйеп тулыһынса үҙебеҙҙә. Ҡабатлап әйтәм, киләһе матчта "Локомотив"ты еңербеҙ.
       - Нисек уйлайһығыҙ, киләһе матчта уйын беренсе ташлаған шайбаға тиклем генә бармаҫмы? "Локомотив"тың оборонала көслө уйнауын иҫәпкә алғанда, әгәр ул беренсе булып шайба индерһә, ышаныс ҙур булмаҫтыр, моғайын.
       - Мин киләһе уйында гол индерәсәкбеҙ, тип кенә гарантиялай алам.
       - Һеҙҙе 1 апрелдә баҫмаларҙың береһе, үҙен КХЛ вәкилдәре тигән булып, яңы лиганың шәхесе булырға һәм хатта йыһанға барып ҡайтырға тәҡдим итеп, шаяртты буғай? Һеҙ был шаяртыуға асыуланманығыҙмы?
       - Юҡ, ниңә асыуланырға - мин бының шаяртыу булыуын шунда уҡ аңланым, тик мәҡәләлә был турала яҙылмаған. Йыһанға барыу тураһында һүҙ сыҡҡас, был үҙенән-үҙе аңлашыла бит инде...
       Шаяртыуҙары менән аңлаштыҡ. Хәҙер төп һорау - "Салауат Юлаев" артабан нисек уйнаясаҡ. Шәхсән үҙемә килгәндә, ярославлдәрҙең Өфө командаһынан көлөүен башҡаса ишетәһем килмәй:
       - Һеҙҙең уйынсыларығыҙ хоккей мәктәбенән балалар кеүек - төркөм булып йыйналышалар ҙа шайба артынан йүгерәләр...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал