6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Күңелле студенттар яҙы
04.04.08


       Студент өсөн яҙ - ул байрам! Ике сессия араһындағы был ваҡытта, ҡояшҡа һәм йылыға шатланып, бер аҙ ял итеп алырға мөмкин. Тап шуға күрә йылдың иң матур миҙгелендә илдең бөтә юғары уҡыу йорттарында студенттарҙың үҙешмәкәрлек ижады фестивалдәре үткәрелә. Барығыҙ ҙа, моғайын, "Студенттар яҙы" тураһында һүҙ барыуын аңлағанһығыҙҙыр.
       Республикабыҙҙа "Студенттар яҙы" күп йылдар инде үткәрелә. Был фестиваль студенттар тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде.
       Фестивалдең конкурс программаһына, ғәҙәттә, театр тамашалары, нәфис уҡыу, төрлө музыкаль жанрҙағы йырҙар башҡарыу, музыка ҡоралдарында уйнау, бейеү, цирк номерҙары, пародиялар, шулай уҡ юмористик миниатюралар инә. Ғөмүмән, студенттар нимәгә һәләтле, шуны күрһәтә.
       Ошо көндәрҙә республиканың бөтә юғары уҡыу йорттарында һайлап алыу турҙары бара. Вуздың һәр факультеты үҙ программаһын әҙерләп, махсус комиссияға күрһәтә. Комиссия ағзалары оҡшаған номерҙарҙы дөйөм университет "Студенттар яҙы"на һайлап ала. Бында инде ҡала комиссияһы май айында үтәсәк "Студенттар яҙы-2008" республика фестивалендә кемдәр ҡатнашасағын хәл итә. Бына шундай ҡатмарлы схема.
       Әйҙәгеҙ, республика вуздарында студенттарҙың фестивалгә нисек әҙерләнеүен беләйек. ӨДАТУ-нан башлайыҡ. Был уҡыу йортонда бөтә факультеттар ҙа нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтергә өлгөрҙө лә инде. Әле 11 апрелдә башланасаҡ дөйөм университет "Студенттар яҙы"на әҙерлек бара.
       Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ла "Студенттар яҙы" ошондай уҡ стадияла. Факультеттарҙа һайлап алыу турҙары 24 марттан 29 мартҡа тиклем үтте. Бөтә студенттар дөйөм университет "Студенттар яҙы" үтәсәк 29 апрелде көтөп ала алмай. Педуниверситет профкомында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл студенттарҙың әҙерлеге юғары булды.
       БДМУ факультеттарында һайлап алыу турҙары дауам итә. Улар 31 мартта башланды һәм 4 апрелдә тамамланасаҡ. Етмәһә, был вузда студенттар бейеү, йыр һәм театраль сығыштарҙан тыш, үҙҙәрен рәссамдар (БДМУ-ла "Студенттар яҙы-2008" фестиваленең иң яҡшы эмблемаһына конкурс үтә) һәм хатта журналистар (жюри студенттар тормошо, фестиваль тураһында материалдарҙы ҡарай) сифатында ла һынап ҡарай. Шулай уҡ әле БДУ-ла (24 марттан 4 апрелгә тиклем), Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында ла (17 марттан 21 апрелгә тиклем) һайлап алыу турҙары бара.
       Студент-нефтселәр ҙә сығыштарға әҙерләнә. ӨДНТУ-ла һайлап алыу турҙары 3-8 апрелдә үтәсәк. Вуздың гуманитар факультетында әҙерлек нисек барыуы хаҡында беҙ туған факультетына һәр яҡлап ярҙам итеүсе Евгениянан белештек.
       - Женя, быйыл сценарий ниндәй буласаҡ?
       - Идея "Студенттар яҙы"на алырлыҡ номерҙарҙы ҡарап ултырғанда тыуҙы. Беренсе курстан бер ҡыҙ аҡ гвардия тураһында йыр башҡарҙы. Шул саҡта мин сценарийҙың Граждандар һуғышы тураһында буласағын аңланым. Быйыл "Студенттар яҙы"ның темаһы "Мин, һин, ул - бергә татыу ғаилә" тип алыныу сәбәпле, беҙ сюжетты шулай ҡорорға ҡарар иттек. Беҙҙең сценарийҙа төп геройҙар - ғашиҡ егет менән ҡыҙ. Етмәһә, ҡыҙ аристократтар ғаиләһенән, ә егет - ябай эшсе. Граждандар һуғышы фонында үҙенсәлекле бер Ромео һәм Джульетта.
       - Сценарийҙы яҙыуы ауыр булдымы?
       - Сценарийҙы мин илһамланып китеп бер кистә ултырып яҙҙым. Ул бик көслө килеп сыҡты.
       - Бик етди тема һайлағанһығыҙ, ябайыраҡ берәй нәмә алып булмай инеме?
       - Мин үҙ факультетымды бик яратам һәм уның тураһында фекерҙең үҙгәреүен теләйем. Һуңғы сценарийға ярашлы, факультетыбыҙҙы мин аҡ гвардия, утрауҙағы Колчак кеүек кеүек ҡабул итәм.
       - Эйе-е, техник вузда берҙән-бер гуманитар факультет булыу ауырҙыр ул...
       - Беҙҙе аҡса һәм әйбер менән генә ҡыҙыҡһыныусы ахмаҡтар тип иҫәпләйҙәр кеүек тойола. Беҙҙе башҡаса ҡабул итмәйҙәр. Бәлки, кемгәлер бының киреһен иҫбат итеү кәрәкмәйҙер ҙә, ләкин мин барыбер маташып ҡараясаҡмын.
       - Ярай, яҡшы. Ә студенттар быға әҙерме һуң?
       - Студенттар менән быйыл эшләүе рәхәт. Улар бөтә яҡтан ярҙам итергә тырыша. Әлбиттә, ығы-зығы килеп сыға, әммә шуға ла улар студенттар бит. Улар өсөн был эш түгел, ә күңел асыу. Шулай ҙа репетицияларға барыһы ла йөрөй, етди әҙерләнәләр. Беҙҙе яҡлаусы төркөм дә бик яҡшы буласаҡ, бының өҫтөндә лә эшләйбеҙ.
       - Женя, элекке студент булараҡ әйт әле, "Студенттар яҙы" һинең өсөн нимә ул?
       - Студенттар өсөн был, беренсе сиратта, байрам! Әммә ӨДНТУ-ла үҙенә хас айырым бер традиция бар, беҙҙең өсөн "Студенттар яҙы" - ул ярыш, көрәш, шау-шыу. Минең өсөн студенттар яҙы - ул үҙем яратып, ентекләп уйлап әҙерләгән спектакль. Һәр сценарийым - ул минең балам.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал