6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Был уҡыу йорто Назар Нәжми кеүек уҡыусылары менән дан тота
03.04.08


       1952 йылдың 3 апрелендә Бөрө дәүләт педагогия институты асыла. 1663 йылда нигеҙ һалынған ҡала өсөн был ҙур ваҡиға була. Институт буш урында барлыҡҡа килмәй. Уны 1939 йылда асылған уҡытыусылар институтының өс бүлексәһе базаһында төҙөйҙәр.
       Ҡалалағы халыҡ мәғарифының тамырҙары күптәнге. 1919 йылда Бөрөлә өс айлыҡ уҡытыусылар курстары, шулай уҡ һуңыраҡ өс йыллыҡ педагогик курстар итеп үҙгәртелгән татар уҡытыусылар семинарияһы асыу ҡала һәм Башҡортостандың төньяҡ райондары тормошонда мөһим ваҡиға була.
       Милли педагогик кадрҙар әҙерләү республиканың мәҙәни тормошон аяҡҡа баҫтырыуҙа мөһим роль уйнай.
       Ваҡыт үтә. Уҡытыусылар курстары базаһында 1922 йылда Бөрө педагогия техникумы төҙөлә. Мәктәп, мәктәпкәсә йәштәге, тәрбиәүи-сәйәси, ике әҙерлек бүлексәләре барлыҡҡа килә. Педтехникум уҡытыусылары яҡшы әҙерлекле булыуҙары менән айырылып тора, сөнки уларҙың күптәре революцияға тиклем Бөрө реаль училищеһында эшләп өлгөрә.
       Бөрө уҡытыусылар учреждениеһына уны тамамлаусылар дан килтерә. Бының өсөн Ғайнан Әмири, Али Карнай, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазановтың исемдәрен атау ҙа етә.
       Илдә халыҡ мәғарифы өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр үткәрелә. Дөйөм ете йыллыҡ белем индерелә. Дөйөм белем биреү мәктәптәренең бишенсе-етенсе кластары өсөн квалификациялы уҡытыусылар етешмәүе үҙен һиҙҙерә. Шуға күрә лә 1939 йылда Бөрө дәүләт уҡытыусылар институты асыла. Тиҙҙән Башҡортостандың ауыл мәктәптәренә, төньяҡ райондарға уны тамамлаусылар килә.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында студенттарға бер аҙ ҡыҫыла бирергә тура килә. Интернациональ урамындағы 1912 йылда төҙөлгән 10-сы йортта, төп ике ҡатлы кирбес бинала, хәрби училище урынлаша. Һуңғы ваҡытҡа тиклем курсанттар араһында ул саҡта билдәһеҙ булған Георгий Свиридов та булыуы хаҡында бер кем дә белмәй ине. Хәҙер композитор Г.В. Свиридовты бөтә донъяла беләләр. Һуғыш осоронда оркестр барабансыһы булараҡ бөрөләрҙең иҫендә ҡалған гениаль композитор иҫтәлегенә институт биналарының береһендә таҡтаташ ҡуйылған.
       2005 йылдан БДПИ яңы исем һәм статус йөрөтә, хәҙер ул Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы. Бөгөн унда ун факультет, уларҙа 23 специальность буйынса 3,5 меңгә яҡын студент уҡый.
       Үҙе эшләгән йылдарҙа Бөрө юғары уҡыу йорто 25 мең белгес әҙерләп сығарҙы. Мин шағир, ғалим Ғилемдар Рамазановты яҡшы белә инем, уның менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында бергә эшләргә тура килде. Яҙыусы Ғайнан Әмири, шағир Назар Нәжми менән яҡшы таныш булдым.
       Бөгөн академия "Гете" немец мәҙәни үҙәге, АҠШ-тың Бейлор университетының славян филологияһы кафедраһы, Австрия, Великобритания һәм Нидерландтар вуздары менән хеҙмәттәшлек итә.
       Бөрөлә булғанда мин мотлаҡ академияның тарихи бинаһына килеп, башҡорт халҡының мәшһүр ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаға ҡуйылған бюст эргәһендә тороп китәм. Һуңынан Ағиҙелдең текә ярына баҫып, йылға аръяғындағы киңлектәргә һоҡланып ҡарап торам. Бөрө академияһы ла үҙ уҡыусылары тормошонда ошондай уҡ офоҡтар аса бит.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал