6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Көлдөрҙөләр, кәйефте күтәрҙеләр
03.04.08


       Йырсылар, артистар, фигуристар - Рәсәй һәм сит илдәр шоу-бизнесы йондоҙҙары - Башҡортостан баш ҡалаһында йыш ҡунаҡта була. Ҡаланың бөтә билдәле майҙансыҡтарында көн һайын тиерлек концерттар, спектаклдәр, популяр башҡарыусылар ҡатнашлығында төрлө шоуҙар үтә. Рус дәүләт академия драма театрында яҙыусы-сатириктар Лион Измайлов менән Анатолий Трушкин сығыш яһаны. Улар тамашасыға 100 минут көлөү вәғәҙә иткәйне. Һүҙҙәрендә торҙолармы? Ирмәк булдымы?
       Халыҡ аҡрынлап йыйылды. Зал ярайһы уҡ тулы булды, буш урындар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды.
       - Дөрөҫөн әйткәндә, концертҡа шул тиклем тамашасы килер, тип көтмәгәйнем, - тип ысын күңелдән шатланды Лион Измайлов. - Телевизорҙан хәҙер бит күпме юмористик программалар бара, көлөү өсөн өйҙән сығырға ла кәрәкмәй.
       Әммә кешеләр сыҡҡан. Кемдеңдер юмористарҙы "тереләй" күргеһе килгән, ә кемдер ваҡытын театрҙа культуралы үткәрергә теләгән. Тамаша залы ишеге алдында Анатолий Трушкин йомарт рәүештә автограф таратты. Ул уны үҙе яҙған китаптар битендә ҡалдырҙы. Китаптар тигеҙ итеп өйөлгән өҫтәл артында автор үҙе ултыра. Баҫмалар рекламаға мохтаж түгел - яҙыусы-юморист ижадын яратыусылар уны түңәрәк яһап уратып алған.
       - Ҡайһы китабығыҙҙы һатып алырға кәңәш итер инегеҙ? - тигән һорау ишетелде.
       - Бына ошоһон, - юмористың ҡулы ҡалын тышлы китаптарҙың береһенә ятты. Ул 400 һум тора ине. - Тик ул ҡиммәт булған өсөн тәҡдим итә тип уйламағыҙ. Был минең яңы китабым.
       Концерт башланыуы оҙаҡҡа һуҙылды. Ахыр килеп, ҡул сабыуҙарҙы ла көтмәй, Лион Измайлов сәхнәгә килеп сыҡты, ә уның дуҫы һәм коллегаһы Анатолий Трушкин һаман да фойела автограф таратыуын дауам итте. Хәҙер оятһыҙ шаяртыуҙар башланыр инде, тип уйлап ултырғанда сатирик үҙ тормошонан көлкөлө тарихтар, лаҡаптар, мәҙәк хәлдәр һөйләй башлағас, күңел күтәрелеп китте. Измайлов шунда уҡ, юмор менән күптән шөғөлләнеү сәбәпле, ул уны махсус эҙләмәй, ә юмор уны таба, тип аңлатып китте. Лион Измайлов та, Анатолий Трушкин да тәүҙә техник вуз тамамлап, һуңынан юғары гуманитар белем алыуын белгәс, юмористарға ихтирамым тағы ла артты. Икеһе лә күп юмористар өсөн яҙылған сатирик монолог авторҙары булып китә. Мәҫәлән, Геннадий Хазанов Лион Измайлов ижад иткән кулинария техникумы уҡыусыһы монологын уҡый ине, ә Михаил Евдокимовҡа Анатолий Трушкин яҙған ауыл хикәйәләре танылыу килтерә. Күп яҙғандан һуң ғына икеһе лә үҙҙәрен башҡарыусы сифатында һынап ҡарарға була.
       - Минән, ниндәйҙер бер ауыр һүҙ нисек яҙыла, тип һораһалар, мин, һеҙ кемдән һорайһығыҙ, мин бит инженер, тием, - тип яуап бирә Анатолий Трушкин ике юғары белемдең өҫтөнлөгө тураһындағы һорауға. - Ә минән, лампочка бороп бир, тип үтенһәләр, үҙемдең гуманитарий икәнлегемде иҫтәренә төшөрәм.
       Шулай ҙа эрудиция, белем, тәжрибә яҙыусы-сатириктарға аҡыллы шаярырға мөмкинлек бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юмористарҙың сығыштарынан тәүге тәьҫорат ялған булып сыҡты. Башта Измайлов та, Трушкин да аяҡ аҫтарын һәрмәп ҡаранылар, күрәһең, арыу ғына монологтар уҡынылар, әммә аҙаҡтан инде йышыраҡ тупаҫ шаярыуҙар китте. Кешеләр шарҡылдап көлдө, алҡышлап ҡул сапты. Нишләйһең, бер классик әйтмешләй, көлкөлө нәмәнән көлөү гонаһ түгел инде ул.
       - Концерт бик шәп булды, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты тамашасыларҙың береһе. - Лион Измайлов менән Анатолий Трушкинды мин бик ихтирам итәм. Уларҙың әҙәпһеҙ ҡыланмай, халыҡ менән шаярмай сығыш яһауҙары оҡшай. Трушкин да, Измайлов та, икеһе лә эскерһеҙ, яғымлы. Ҡыҫҡаһы, минең ваҡытым бушҡа үтмәне, кәйефем күтәрелде.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал