6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Тормош ваҡиғалары

Уртаҡ ҡайғы
03.04.08


       Ғаиләлә Саньканы әсәһен ҡотҡарыусы тип иҫәпләнеләр. Донъяға тыуыуы менән. Бер ваҡыт йәш ҡатындың түшендә ҡаты бер төйөн барлыҡҡа килә. "Рак!" - ул күҙ йәштәрен йота-йота, таныш үләндәр белгесенә барҙы. Уныһы ҡараны ла:
       - Бында бер ниндәй ҙә дауалау кәрәкмәй, һин тағы бер бала тап, ҡул менән һыпырып алғандай булыр!
       Зинаида оҙаҡҡа һуҙманы, һәм шулай итеп Шурик тыуҙы. Көтөп алынған ҡотҡарыусы. Бәлки, етди бер нәмә лә булмағандыр, быны бер кем дә аныҡ ҡына белмәй, тик хәҙер Зинаида Ивановна улын өф итеп кенә торҙо. Ә өлкән ҡыҙы Лераға элек тә бик иркәлек эләкмәһә, хәҙер инде бигерәк тә. Алты йәшендә ул уҡырға өйрәнә. Йәй көнө сарлаҡҡа менеп, ул саң-туҙан баҫҡан иҫке бер китап табып ала. Ҙур хәрефтәр менән яҙылған, һүрәттәре шундай матур. Лера көн буйына сарлаҡтан төшмәй, әкиәтте уҡып бөтөрә. Был бит минең турала яҙылған, тип уйлай ҡыҙыҡай. Йәш ҡатынды убырлы ҡарсыҡ сихырлай. Ул үҙ балалары менән бик рәхимһеҙ мөғәмәлә итергә тейеш була, юҡһа, балалары шыуышыусы мәхлүҡтәргә әйләнәсәк. Ҡатындың йөрәге өҙөлһә лә, балаларын ауыр эштәр башҡарырға мәжбүр итергә тейеш була, һәр ваҡыт әрләй, туҡмай. "Бәлки, минең әсәйемде лә сихырлағандарҙыр?" - тип уйлай Лера һәм иғтибар менән күҙәтә башлай. Зинаида быны һиҙеп ҡала ла:
       - Нимә миңә текәлеп ҡарайһың? Ашағың киләме әллә? - тип асыуланып ҡысҡыра.
       Лера башын ҡаға ла, моғайын, сихырлағандарҙыр, тигән ҡарарға килә.
       Ә Шурикка ҡарата апаһы бер ниндәй ҙә дошманлыҡ тоймай. Малай был төйәкһеҙ йән эйәһе өсөн берҙән-бер яҡын кеше була. Атай кешенең өнө-тыны сыҡмай. Бер нәмә менән дә ҡыҙыҡһынмай, бер нәмәне лә һәм бер кемде лә яратмай. Кис буйына ике һүҙ әйтһә - тимәк, теле асылды, тигән һүҙ. Зинаида күптән инде уға ҡул һелтәгән. Аҡсаһын өйгә килтерә, эсеп йөрөмәй. Ҡунаҡҡа ҡултыҡлашып барыр кешеһе бар. Тағы нимә кәрәк? Балаларына атай: "Мин һеҙгә теймәйем бит, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ!" тигән принцип буйынса ҡарай. Санькаға күпмелер иғтибар бүленһә, ҡыҙы атаһы өсөн булды ни, булманы ни.
       Әлбиттә, Сашеньканы яратмау мөмкин түгел. Сабый башҡалар кеүек түгел, үҙенә бер башҡа ине. Әсәһе лә, атай тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, быны күрмәне. Зинаида Ивановна сабыйын ни тиклем генә яратмаһын, баҙарҙа сепрәк-сапраҡ менән һатыу итеп, аҡса эшләргә мәжбүр булды. Һуңынан тағы тауар артынан "командировкаға" китә. Шуға күрә малай менән күберәк унан биш йәшкә өлкәнерәк апаһы ултырҙы. Йәйен ул сәғәттәр буйы тыныс ҡына ҡомлоҡта ҡаҙынып ултырыр ине. Берәй өлкәнерәк сәркәш малай уның биҙрәһен йә машинаһын тартып алһа, ул иламаны ла, зарланманы ла. Кәрәк икән, ал әйҙә, тигән ҡиәфәттә ҡарап торор ине. Әсәһе эштән ҡайтҡас, улын ҡосаҡлап алып иркәләгәндә лә, ул йылмайып ҡына ҡарап торҙо.
       Тағы бер бәләкәй генә хәл Лераның һис иҫенән сыҡмай. Бер ваҡыт уларҙың аҡсаһы бөтөп китте. Тик әсәй, әлбиттә, яратҡан сабыйын витаминһыҙ ҡалдыра алмай. Лера кухняға килеп ингәс, өҫтәлдә йәшел алма ятыуын күреп ҡалды. Ҡыҙыҡайҙың шул тиклем уны ашағыһы килде! Ләкин Зинаида бүлергә уйламаны ла. Һис оялмайынса, аҡланмайынса, алманы алды ла улына һондо:
       - Ал, алтыным!
       Саняға ул ваҡытта өс кенә йәш ине, әммә ул барыһын да аңланы шикелле. Ул иғтибар менән апаһына ҡарап алды, әммә күстәнәсте шунда уҡ кимереп ашай башламаны. Һуңынан үпкәләгән ҡыҙыҡай артынан йоҡо бүлмәһенә инде лә уға алманы һондо. Лераға был шул тиклем ныҡ тәьҫир итте! Ҡыҫҡаһы, улар икәүләп алманы рәхәтләнеп ашап ҡуйҙы, был улар араһындағы айырылғыһыҙ дуҫлыҡты тағы ла нығытты.
       Һуңынан Шурик ауырып китте. Был инде ул беренсе класҡа уҡырға барғас булды, уҡытыусы уны маҡтап бөтмәй торғайны. Башта бер кем дә быға әллә ни әһәмиәт бирмәне - ябығып, ағарып китте, температураһы төшмәй. Һалҡын тейҙергән, тинеләр. Әммә аҙна, ай үтте, ә малай төҙәлмәй. Зинаида уға дарыуҙар эсереүен дауам итте, сәғәттәр буйы әхирәте менән телефондан һөйләшер ине:
       - Юҡ, ниңәлер температураһы 37,5-тән төшмәй. Врач, бронхит, ти. Эйеме?, Банка ҡуйырға? Яҡшы ярҙам итәме? Һин кил әле, ярҙам ит, мин белмәйем бит!
       Шул саҡ ниҙер һиҙенгәндәй, Лераның йөрәге ҡыҫып алды. Иртәнсәк мәктәпкә лә барғыһы килмәне. Дәрестән һуң тиҙерәк ҡустыһын күреү өсөн өйгә йүгереп ҡайтты. Әсәһенең арыған моңһоу ҡарашына тап булды.
       - Ни ерең ауырта һуң? - тип һораны Лера.
       - Бер ерем дә ауыртмай, - тип яуап бирҙе малай, - тик нисектер насар, күңелем тыныс түгел...
       Участка педиатры ҡан анализын ҡарағандан һуң, малайҙы шунда уҡ Республика балалар клиник дауаханаһына ебәрҙе. Врачтар шаҡ ҡатты:
       - Нисек һеҙ ауырыуҙың шул тиклем аҙыуына юл ҡуйғанһығыҙ!
       - Эй, Аллам, - тип өҙгөләнде Зинаида, - кем белгән инде! Улым бит бер ваҡытта ла зарланманы!
       Саняны дауаханала алып ҡалдылар. ә ике аҙнанан һуң Лера уны тыуған көнө менән ҡотларға килде. Палаталағы тағы ике малай Шурик менән дуҫлашып алған. Тыуған көндө улар менән бергә билдәләнеләр. Зинаида өҫтәлде врач рәхсәт иткән продукттарҙан тәмле итеп әҙерләргә тырышҡан.
       Малайҙар ултырғысҡа ултырып, Саняны көтә башланылар. Ә ул шул тиклем хәлһеҙ ине, ни тиклем маташһа ла, карауатынан тора алманы. Шул саҡ Лера уның илап ебәреүен күрҙе. Был уның һуңғы тыуған көнө булды...
       Был ҡот осҡос ҡайғы Зинаиданы бик ныҡ үҙгәртте. Ул ҡапыл йомшарып, нисектер йыуанайып китте. Ҡыҙына яҡшыраҡ ҡарай башланы. Уртаҡ ҡайғы уларҙы дуҫлаштырҙы. Лераның да әсәһенә ҡарата күңеле йылынды. Күптән түгел ул ҡапыл ғына:
       - Үҫкәс, кейәүгә сығым. Улым тыуһа, уға Саша тип исем ҡушам! - тип әйтеп һалды.
       Зинаида Ивановна уға оҙаҡ итеп, иғтибар менән ҡарап торҙо ла башынан һыйпаны:
       - Ҡуш, ҡыҙым!

Ирина Евгеньева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал