6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Рәссамдарҙан кофе өсөн аҡса алмайҙар
02.04.08


       Рәссам Виктор Домашников 58 көн Парижда йәшәй һәм был матур ҡалаға арнап 58 картина яҙа. Ҡайһы берҙәрен тыуған ҡалаһына тамамлап алып ҡайта, ә ҡайһы берҙәренең өҫтөндә үҙ оҫтаханаһында эшләүен дауам итә. Франция баш ҡалаһында ЮНЕСКО штаб-квартираһында республиканың Халыҡ-ара презентацияһы үткән көндәрҙә Өфө һынлы сәнғәт галереяһында Виктор Домашниковтың күргәҙмәһе асылды. Автор уны "Өфө - Париж - Өфө" тип атаны.
       Рәссам Парижға нисек барып сыҡҡан һуң? Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы 2006 йылдың июлендә Францияға стажировкаға килә. Икенсе бер билдәле башҡорт рәссамы Риф Абдуллин менән бергә улар суйырташтар түшәлгән урамдар буйлап үтә, эскиздар яһай, картиналар яҙа.
       Француздар - ғәжәйеп халыҡ, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаша Виктор Борисович. - Рәссамдарға улар хөрмәт менән ҡарай. Урамда мольберт менән эшләп торғанда үтеп барыусылар туҡтап ҡарап китерҙәр, транспорт водителдәре сигнал биреп сәләмләп, ҡул болғап үтерҙәр ине. Бер көн шулай кафе урынлашҡан бинаның һыҙмаларын яһап торғанда ишек асылып китте лә урамға официант килеп сыҡты, ул ҡулына пары сығып торған кофе һалынған сынаяҡ тотҡайны. Кеше туп-тура миңә йүнәлде. Мин французса тиҫтәгә яҡын ғына һүҙ белә инем, шулай ҙа официанттан: "Күпме?" тип һорай алдым. Ул йылмайҙы ла, бушлай, тип яуап бирҙе. Был хәл әле булһа иҫемә төшһә, күңелемә бер рәхәтлек бирә.
       - Француздар картиналарығыҙҙы һатып алырға һораманымы?
       - Булды ундай хәл. Берәү хатта 200 евро тәҡдим итте, тик мин риза булманым. Бөтә эштәремде өйгә алып ҡайтырға, өфөләргә күрһәтергә теләнем.
       Парижда ике ай һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ләкин был ҡалала үткәрелгән һәр көн үҙе тураһында картинала иҫтәлек ҡалдыра. Көнөнә берәр сюжет - нимәлер шунда уҡ яҙыла, ә ҡайһыһы айырым бер рухланыу талап иткәнгә күрә аҙаҡҡа ҡалдырыла. "Нотр-Дам", "Лувр һәм Консьержери", "Эйфель башняһы", "Сан-Мишель майҙаны", "Кис. Сена йылғаһы", "Париж урамы" - ҡаланың бөтә донъяға билдәле һәм француздар үҙҙәре генә белгән иҫтәлекле урындары.
       - Беҙ Париждағы бөтә музейҙарға бушлай йөрөнөк, билет артынан сиратта торманыҡ. Беҙ үҙебеҙҙең рәссам булыуыбыҙ хаҡында әйтеү етә - беҙҙең алда бөтә сәнғәт йорттары ишектәре асыла, - ти Виктор Борисович. - Парижда күп кенә урыҫтарҙы осраттыҡ. Улар туристар ғына түгел ине. Тантаналы кисәләрҙең береһендә Оболенскийҙар вәкилдәре менән таныштыҡ. Ул, әйткәндәй, русса бик матур һөйләшә.
       - Виктор Домашниковтың "Париж циклы" - ул һәр ваҡыт һинең менән ҡаласаҡ байрам, - ти Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире Әмир Мәзитов. - Рәссам донъяны үҙенсә күрә. Виктор Парижда булып ҡайтҡандан һуң уның эштәрендә моңһоулыҡ барлыҡҡа килеүен һиҙҙем.
       - Бөтәһенә лә, ләкин рәссамдарға айырыуса, үҙ тауышын, үҙ башҡарыу манераһын табыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, - тип дауам итә Риф Абдуллин. - Виктор күп эшләне, күп кисерҙе, әммә үҙен тапты. Уның картиналары хаҡында бер нисек тә, ул теге йәки был рәссамды ҡабатлай, тип әйтеп булмай.
       Уның Париж тураһында иҫтәлектәре пастель тонында. Өфө рәссамдың картиналарында сағыуыраҡ төҫтәрҙә баҫа. Парижға арналған эштәрен ҡарап, үҙеңде шәм яҡтыртҡан бүлмәгә ингәндәй тойһаң, тыуған ҡала төшөрөлгән полотнолары иһә ҡояш нурҙары балҡыған йортҡа барып ингәндәй тәьҫир ҡалдыра. "Алһыу шыршылар", "Боҙ китеү. Ҡыҙғылт һары ҡарағайҙар", "Күк шыршылар. Алһыу зәңгәр күк йөҙө" - картиналарҙың исемдәре үк үҙҙәре тураһында әйтеп тора. Ҡарағайҙар һәм шыршылар ундай төҫтә булмай, тиерһегеҙ һеҙ. Хаталанаһығыҙ. Рәссам төҫтәр менән уйнай, ҡурҡмайынса, үҙ төҫтәр гаммаһын тәҡдим итә. Шуға күрә лә уның эштәре ғәжәйеп яҡты, оптимизм менән һуғарылған.
       - Мин күргәҙмәлә Башҡортостан пейзаждары ла, Париж урамдары ла булыуын теләнем, - ти Виктор Борисович. - Тегеһен дә, быныһын да мин ысын күңелдән яратам. Был шәхси күргәҙмәм менән мин, Өфө матур һәм Париж да насар түгел, тип әйтергә теләйем.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал