6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Яһалма дарыуҙар индереүгә кәртә ҡуйылды
02.04.08


       Беҙҙең кәйефебеҙ нимәгә бәйле һуң? Әлбиттә, һаулығыбыҙға. Ә әгәр ул етешмәһә, әгәр ҡапыл төрлө сырхауҙар ябырылһа? Ул саҡта бөтә өмөт дарыуҙарға. Дөрөҫөрәге, уларҙың сифатына. Һүҙебеҙ ошо хаҡта, Башҡортостандың фармацевтика баҙарына килгән дарыу препараттарының сифаты нисәнсе йыл инде тикшереү органдарын да, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың үҙҙәрен дә борсой бит.
       Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә надзор буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр ғына инеү контроле стадияһында 344 атама менән дарыуҙар бракка сығарылды һәм өс яһалма препарат асыҡланды. Быларҙың бөтәһен дә, ауырыу кешеләр ярҙам өмөт итеп килгән аптекаларҙа һатыу өсөн, республикабыҙ территорияһына индерергә маташтылар.
       Белгестәр әйтеүенсә, баҙарыбыҙға "һул" дарыуҙар индереүгә юл ҡуймау - ябай мәсьәлә түгел, әммә хәл итерлек. Медикаменттарҙың норматив документтарға тап килеүен тикшереү менән дарыуҙарҙың сифатына контроль яһау үҙәктәре тип аталған эксперт ойошмалары шөғөлләнә. Башҡортостанда был функция Республика дарыу средстволары сифатына һәм уларҙы сертификациялауға контроль үҙәгенә йөкмәтелгән.
       Үҙәктең төп бурысы - ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлау, Башҡортостан халҡын юғары сифатлы һәм хәүефһеҙ дарыуҙар менән тәьмин итеү. Яһалма тауар табылған һәр осраҡта мәғлүмәт республика прокуратураһына һәм эске эштәр органдарына ебәрелә.
       Төбәккә килтерелгән һәр дарыу партияһы тураһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт алырға мөмкин булһын өсөн Үҙәк базаһында дарыу препараттары буйынса берҙәм мәғлүмәт-иҫәпкә алыу базаһы булдырҙылар.
       Әммә дарыуҙарҙы аптека кәштәһенә еткәнсе тикшереү бер мәсьәлә булһа, ә бит шул уҡ аптекала таблетка һәм иретмәләрҙе тейешенсә һаҡламауҙары - икенсе эш. Уларҙы ла күҙәтеү органдары эксперттары тикшерә. Әгәр элек аптека пункты өсөн 12 квадрат метр ҙа етһә, яңы стандарттар буйынса дарыу средстволары һатыу өсөн урын 60 квадрат метрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
       Был сара, беренсе сиратта, яһалма таблеткаларға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелде, сөнки йышыраҡ ялған продукция ҙур аптекаларҙа түгел, ә тап ошондай, етди инвестиция һалмайынса, ашығыс төҙөлгән "ояларҙа" һатылды.
       Бөгөн майҙан планында аптекаларға артыҡ ҡаты талаптар ҡуйылмай. Бәләкәй ҙә, ҙур ҙа аптекалар үтәргә тейешле төп талап - санитария нормалары критерийҙарын һәм, ғөмүмән, фармацевтика эшмәкәрлеге ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәү.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал