6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Тәүәккәллек еңеүгә килтерә
01.04.08


       "Салауат Юлаев" менән "Аҡ барыҫ"тың көмөш миҙал өсөн ярышы бик көсөргәнешле барҙы. Ике принципиаль ярышташ өсөн миҙгелдең иң хәл иткес матчы - "Аҡ барыҫ"тың ҡапҡа һаҡсыһы Эш, талап ителгән ышаныслылыҡ күрһәтә алмай, үҙ командаһын еңелеүгә дусар итә. Эш үткәргән дүрт шайбаның нисәүһен кире ҡаға ала ине? Беренсеһен һәм һуңғыһын. "Салауат Юлаев"ты финалға сығарған Алексей Терещенконың шайбаһы бигерәк тә балаларса килеп сыҡты.
       Икенсе ҡапҡала Александр Еременко торҙо. Ул ышаныслы һәм ҡайһы берҙә бик яҡшы уйнаны, шулай ҙа барыбер бер шайбаны үткәрмәй ала ине. Был Евгений Медведевтың күк һыҙыҡтан ташлаған шайбаһы, Еременконың хаталаныуы арҡаһында ҡапҡаға үтеп инеп, "Аҡ барыҫ"ҡа матч аҙағында иҫәпте тигеҙләргә булышлыҡ итте, 3:3.
       Был хәл тәүҙә аптыратты, һуңынан асыуҙы ҡабартты, ә аҙаҡтан инде көлдөрҙө. Беренсе сиратта, "Аҡ барыҫ" көйәрмәндәре көлдө, ә бына бөтә Башҡортостан Александрҙы бик ҡаты һүккәндер, тип уйлайым.
       Матчтан һуң, команда буйынса бөтә партнерҙар "Салауат Юлаев"тың финалға сығыуына шатланған саҡта, Еременко интервьюла үҙен ғәйепләүен дауам итте.
       Хәҙер барыһы ла артта ҡалды. Терещенко еңеү шайбаһын ташланы, 4:3, һәм "Аҡ барыҫ" миҙалһыҙ ҡалды. Хәҙер "Салауат Юлаев" финалда "Локомотив"ты еңергә тейеш. Барыһын да, әлбиттә, ҡапҡа һаҡсыбыҙ Александр ҡыҙыҡһындыра. Ул кисергән шаңҡыуынан арынғанмы икән?
       Бөгөн Еременко көр тауыш менән "БАШвестЪ"ҡа үҙенең тулы тәртиптә булыуы һәм башҡаса борсолмауы хаҡында хәбәр итте. Өфөлә үтәсәк финалға уны һәм "Салауат Юлаев"ты яҡлау өсөн өс дуҫы менән ағаһы киләсәк икән.
       - Улар өсөн әлегә дүрт билет ҡына һатып алырға йыйынам,- ти беҙгә Александр. - Ҡатыным бәләкәй бала менән ултыра, килә алмай...
       Шулай итеп, тиҙҙән "Салауат Юлаев" "Локомотив" менән уйнаясаҡ, уның ике уйынсыһын Рәсәйҙә бик маҡтайҙар. Тамашасылар ни өсөндөр, әгәр Алексей Яшин плей-оффта күп мәрәй йыйған, ә голкипер Семен Варламов аҙ шайба үткәргән икән, тимәк, бөттө - ҡаршы яҡ команда ҡурҡышынан бөгөлөп төшөргә тейеш, тип уйлай.
       Буш һүҙ былар барыһы ла, әфәнделәр, совет гәзиттәрен уҡымағыҙ, телевизор ҙа ҡарамағыҙ! Яшинға һәм уның звеноһы буйынса партнерҙарына ҡаршы оҫта уйнаһаң, улар бер ни ҙә ҡыла алмаясаҡ. Ни өсөн? Плей-оффта бер уйынсы бер ни ҙә хәл итмәй, шулай уҡ ике уйынсы ла.
       Варламов, ҡапҡа ҡалҡанында ни тиклем ныҡышмалы һәм батырҙарса тормаһын, уның ҡапҡаһына сифатлы ташлауҙар аҙ булған хәлдә генә финал геройы булыуы мөмкин. Семен йәш һәм тәжрибәһеҙ, шуға күрә лә төрлө психик проблемаларға бирешеүсән.
       "Локомотив"тың көсө - мыҡты егеттәрҙән торған ойошҡан оборонала. Әгәр был командаға ҡаршы етеҙ һәм ҡыйыу уйнаһаң, еңеүгә өлгәшеп буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал