6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Париж ике көнгә Башҡортостанға әйләнде
01.04.08


       Ике быуатҡа яҡын ваҡыт үткәс, Башҡортостан халҡы тағы ла Парижды яуланы. Әгәр 1814 йылдың 1 мартында башҡорт полктары рус армияһының башҡа частары менән бергә, азатлыҡ һуғышы алып барып, Парижға аяҡ баҫһа, 2008 йылдың март аҙағында республикабыҙ мәҙәни традициялары һәм сәнғәте менән Франция баш ҡалаһын хайран итте.
       ЮНЕСКО штаб-квартираһында республиканың "Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә" Халыҡ-ара презентацияһы үтте, унда ЮНЕСКО-ла ҡатнашыусы илдәр илселәре йөҙөндә бөтә донъяға Рәсәй Федерацияһының бай мәҙәни традициялары һәм йолалары, рухи һәм фәнни тормошо менән күп милләтле төбәге күрһәтелде. Башҡортостандың үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге ЮНЕСКО-ның тап йөрәгендә урынлаштырылған экспозицияла берләштерелде.
       Был абруйлы ойошманың Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныуы осраҡлы түгел. Йөҙҙән ашыу милләт тыныс һәм татыу йәшәгән, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен үҫтереү дәүләт сәйәсәте рангына күтәрелгән төбәк ЮНЕСКО - Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса берләшкән милләттәр ойошмаһы идеалдарына тулыһынса тап килә. Рәсәй Федерацияһының Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Александр Авдеев белдереүенсә, Башҡортостан моделе властарҙың күп милләтле төбәктә именлекте һаҡлауға булышлыҡ итеүсе аҡыллы сәйәсәт алып барыуы өлгөһө була ала һәм булып торорға тейеш тә.
       Презентация саралары мәшһүр бейеүсе, яҡташыбыҙ Рудольф Нуриевтың ҡәберенә сәскәләр һалыуҙан башланды. 1993 йылда ул Париж эргәһендәге Сент-Женевьев-Де-Буа зыяратында ерләнгән. Презентацияла ҡатнашыусылар Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан кешене хөрмәтләп иҫкә алды. "Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй Федерацияһы) Хөкүмәтенән" тип яҙылған ҡыҙыл таҫма менән уратылған ал һәм һары розалар кәрзине ҡәбер ташы нигеҙенә ҡуйылды.
       Республика һәм ЮНЕСКО ғалимдары ҡатнашлығында үткән ғилми семинарҙа Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт һәм телдәр төрлөлөгө тураһында һүҙ алып барылды. Башҡортостандың фән вәкилдәре инглиз, башҡорт һәм француз телдәрендә һөйләшеү алып барҙы. Башҡортостанда милли-тел сәйәсәте айырым иғтибарға лайыҡ, тип белдерҙе ЮНЕСКО Секретариатының матди булмаған мәҙәни мираҫ бүлеге начальнигы Рик Смитс. "Башҡортостан етәкселегенең туған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләләре буйынса позицияһы ЮНЕСКО позицияһына тулыһынса тап килә, әйткәндәй, ул 2008 йылды Туған тел йылы тип иғлан итте", - тине Смитс әфәнде. Уның үтенесе буйынса "Урал батыр" эпосы башҡорт телендә яңғыраны. Башҡорт халҡының рухи мираҫы булып торған әҫәрҙең тоналлегенә Рик Смитс хайран ҡалды. Унда эпосты оригиналда уҡып сығыу теләге тыуҙы. Һәм ул шунда уҡ донъя әһәмиәтендәге әҙәби ҡомартҡынан бер нисә юлды уҡып та ҡараны. "Башҡорт теленең, "Урал батыр" теленең - перспективаһы бына тигән!" - тине Смитс әфәнде.
       Әйткәндәй, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов менән ЮНЕСКО генераль директорының беренсе урынбаҫары Марсио Барбозаның осрашыуы йомғаҡтары буйынса ҡул ҡуйылған коммюникела артабанғы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен сағылдырыуҙан тыш, башҡорт фольклор-һүҙ сәнғәте шедевры - "Урал батыр" эпосын, шулай уҡ башҡорт милли музыка ҡоралы - ҡурайҙа уйнау сәнғәтен популярлаштырыу буйынса саралар комплексы билдәләнде.
       Ә был уникаль уйын ҡоралын әҙерләү процесы менән презентацияла ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар "Ҡурай тылсымы" күргәҙмәһендә танышты. Уларҙың күҙ алдында үҫемлеккә һуңғы тишек яһалды, ә һуңынан ҡурайсы башҡарыуында һоҡланғыс моң ағылды.
       Экспозиция масштабтарын телдән әйтеп биреү генә ҡыйын. Уны күрергә кәрәк. Бер майҙансыҡта - Башҡортостанда борондан таралған халыҡ кәсептәре, айырым алғанда, үҫемлек сүстәренән еп әҙерләү, икенсеһендә милли көрәш күрһәтелде. Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министр Владимир Самородов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте исеменән ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара музейына бүләккә традицион спорт төрҙәре һәм халыҡ уйындары буйынса экспонаттар тапшырҙы. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге балдың ниндәй генә төрҙәрен тәҡдим итмәне. Әйткәндәй, күрһәтеп кенә ҡалманы, ә предприятие өсөн бик файҙалы шарттарҙа Францияға үҙ продукцияһын ебәреүгә контракт та төҙөнө.
       Рудольф Нуриевҡа арналған фотокүргәҙмә, республиканың хәҙерге рәссамдарының эштәре, балалар әҙерләгән сувенирҙар, баш ҡаланың заманса төҙөләсәк биналары макеттары - былар презентация сиктәрендә күрһәтелгән әйберҙәрҙең бер өлөшө генә.
       Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты презентацияның кульминацияһы булды. Артистарыбыҙ бик яҡшы сығыш яһаны. Тәжрибәле француз тамашасыһы йырсыларға, музыканттарға һәм бейеүселәргә туҡтауһыҙ ҡул сапты, ә инде сәхнәлә "Ете ҡыҙ" лирик бейеүе башҡарылғанда тамашасы, әйтерһең, тын алыуҙан туҡтаны. Ҡунаҡтар ғына түгел, хатта үҙебеҙҙең делегация ағзалары был мәлдә күҙҙәренә йәштәр тығылыуы хаҡында йәшермәй әйтте. 1500 урынға иҫәпләнгән зал шығырым тулы булды. Концерт аҙағына тиклем бер кем дә залды ташлап сыҡманы.
       Сәхнәлә ете йәшлек Рудольф Нуриевты үҙ ғүмерен балетҡа арнарға рухландырған "Торналар йыры" спектакленән фрагмент башҡарылғас, зал айырыуса көслө алҡыштарға күмелде. "Хәҙер беҙ ни өсөн Рудольф Нуриевтың сығышы менән Башҡортостандан булыуын аңлайбыҙ, - тине һуңынан иҫ киткес тамаша шаһиттары. - Ошондай бай мәҙәни традицияларға эйә республика ғына донъяға бейеү аллаһын бирә ала".

Елена Макушина
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал