6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Һум тинде һаҡлармы?
31.03.08


       Киң мәғлүмәт саралары күптән түгел, тинлек аҡсалар әйләнештән алынасаҡ, тип хәбәр итеүгә йәмәғәтселектең реакцияһы төрлөсә булды. Шулай ҙа кире фекерҙәр күберәк. Бер яҡтан ҡараһаң, ыңғай факт кеүек: ялҡытып бөткән ваҡ тинлектәр әйләнештән китәсәк.
       - Был тинлектәр көшөлөктә йыйылып китеп, йәнде көйҙөрә,- тине респонденттарҙың береһе.
       Хәҙерге ваҡытта магазиндарҙа хаҡтарға ҡуйылған "тинлек ҡойроҡтар" үҙенән-үҙе юғалмай инде ул. Тауарҙарға һәм хеҙмәтләндереүҙәргә хаҡтарҙы түңәрәкләрҙәр, моғайын, тип иҫкәртә Гознак директоры Андрей Трачук. Әйткәндәй, хаҡтарҙы түңәрәкләүҙән ул ыңғай һөҙөмтә генә көтә. "Түңәрәкләү үткәреп, беҙ экономиялаясаҡбыҙ", - ти ул. Бынан кем экономиялаясаҡ, ҡайһы яҡҡа түңәрәкләйәсәктәре билдәле инде. Халыҡ шуға ҡәнәғәтһеҙлек белдерә лә:
       - Һөт өсөн 21 һум 40 тин урынына 22 һум түләп, мин бер нәмә лә юғалтмайым, эш унда түгел. Тик беҙҙе тағы ла төп башына ултырталар түгелме һуң? Ҡалған тинлектәрҙе ҡайтарып бирһәләр, яҡшыраҡ, минеңсә, - тине икенсе бер респондент. - Һуңынан, бынан сауҙаға файҙа бармы икән һуң? Психологик хаҡ, тигән төшөнсә лә бар бит әле - бында тауар 20000 һумға түгел, ә 19999 һумға тәҡдим ителеүе - айырма тиндәрҙә, әлбиттә, ләкин был һандарҙың һатып алыусыларға йоғонтоһо ҙур!
       Сауҙа предприятиелары был мәғлүмәткә үҙ реакцияһын белдермәне әле. Һәр хәлдә, хаҡтарҙы түңәрәкләү хөкүмәт кимәлендә генә хәл ителәсәк.
       Хәҙерге ваҡытта бер, биш, 10, 50 тинлек һәм бер, ике, биш һәм 10 һумлыҡ тәңкәләр әйләнештә йөрөй. БР Милли банкында хәбәр итеүҙәренсә, түбән номиналлы тәңкәләргә талап һаҡлана, сөнки күп предприятиелар ваҡ аҡсаға мохтажлыҡ кисерә, был бигерәк тә һаулыҡ һаҡлау, аптекалар өлкәһенә, шулай уҡ коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләүҙәргә ҡағыла. Шуға күрә тиндәр менән хаҡтар булғанда Рәсәй Банкы, түбән номиналлы тәңкәләрҙе әйләнешкә сығарасаҡ.
       Ә ҡасан улар әйләнештән алыныуы ихтимал, тигән һорауға БР Милли банкында түбәндәгесә яуап бирҙеләр:
       - Илдең аҡса әйләнешендәге һәр үҙгәреш хаҡында Рәсәй Банкы алдан белдерә, ул бер сәғәт эсендә генә хәл ителмәй. Йәғни аҡсалар әйләнештән аҡрынлап сығарыла.
       Шул уҡ ваҡытта ошо көндәрҙә интернетта Андрей Трачуктың өҫтәмә комментарийы барлыҡҡа килде. Федераль гәзиттәрҙең береһенә интервьюһында ул бер һәм биш тинлек аҡсаларҙың тиҙҙән әйләнештән сығыуы тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. "Улар бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡ, һәр хәлдә тиҙ арала. Сөнки банктар ҙа, магазиндар ҙа клиенттар менән иҫәп-хисап яһағанда уларҙы файҙалана, ә Үҙәк банк ҡулаҡса әйләнешен тәьмин итеү өсөн даими рәүештә яңы партияларға заказ бирә, металға хаҡтар артыу менән бәйле был уға ҡиммәткә төшә бара", - тине Трачук һәм, бөтөрөү урынына тиндәрҙе арзаныраҡ сплавтарҙан етештерә башлаясаҡтар, тип өҫтәне.
       Тинлек тәңкәләрҙе бөтөрөүҙең маҡсатҡа ярашлылығы әлегә билдәһеҙ булһа, ҡағыҙ ун һумлыҡтарҙы, шул уҡ номиналдағы тәңкәләргә алмаштырыу менән бәйле, әйләнештән алыу - хәл ителгән мәсьәлә.
       - 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаны тәңкәләргә алмаштырыу аҡсаның әйләнештә йөрөү ваҡытын арттырыу күҙлегенән аҡлана, - тип аңлатты БР Милли банкының эштәр менән идара итеү начальнигы Шамил Әминев. - Әйтәйек, әгәр 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаның хеҙмәт итеү срогы иң күбендә туғыҙ ай булһа, тәңкә 10-15 тапҡыр оҙағыраҡ хеҙмәт итә. Ә ун һумлыҡ, билдәле булыуынса, сауҙа селтәрендә иң талап ителгән банкноталарҙың береһе, һәм ул йыш ҡына етешмәй. Шуға күрә 10 һумлыҡ "ҡағыҙ"ҙы "тимер"гә алмаштырыу был көсөргәнеште кәметәсәк, тип күҙалларға мөмкин.
       Халыҡ ун һумлыҡ ҡағыҙ аҡсанан ҡотолоу айҡанлы шатлыҡ кисермәһә лә, финанс властарының эш итеү логикаһын аңлай. Бына ошоға бәйле фекерҙәрҙең береһе:
       - Бер яҡтан, көшөлөк ауырайыр, моғайын. Ҡағыҙ аҡса еңел дә, уңайлы ла бит. Икенсе яҡтан, ысынлап та аҡыллы хәл иткәндәр, ун һумлыҡтар - иң йыш ҡулланылған "ҡағыҙ" бит, шуға күрә улар йыш йыртыла һәм тиҙ әйләнештән сыға. "Тимер" ун һумлыҡтар оҙаҡҡа сыҙар.
       Шамил Әминев әйтеүенсә, ҡағыҙ ун һумлыҡтарҙы тәңкәләргә алмаштырыу ваҡыты әлегә аныҡ билдәләнмәгән, әммә ҡағыҙ аҡсалар тәбиғи рәүештә әйләнештән алынасаҡ, йәғни улар бер үк ваҡытта йыйып алынмаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал