6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Көлкө көнөн көн һайын билдәләргә кәрәк
31.03.08


       Мәктәп йылдарында 1 апрель, моғайын, күптәребеҙҙең иң яратҡан байрамы булғандыр. Бер-беребеҙҙе мәрәкәләр, дуҫтарыбыҙҙы, уҡытыусыларҙы шаяртыр өсөн был көндө түҙемһеҙлек менән көтөп ала инек.
       Ләкин ни өсөндөр кешеләр өлкәнәйә бара мәрәкәне аңламай, үҙҙәре лә шаяртыуҙан туҡтай. Юмор икенсе планға күсә, ә Көлкө көнө байрам булып тойолмай башлай. Ләкин шаярмай-көлмәй, даими көсөргәнештә йәшәү бик ҡатмарлы бит. Бәлки, ошондай күңелле һәм эскерһеҙ байрам тураһында оноторға кәрәкмәйҙер? Йылына бер тапҡыр булһа ла бар мәшәҡәттәреңде онотоп, көлөп-шаярып алырға мөмкиндер бит.
       - Өҙлөкһөҙ кризистар арҡаһында, туҡтауһыҙ аҡса тураһында уйлап, халыҡ, ғөмүмән, күп нәмәләр тураһында онота башланы! - тип иҫәпләй КВН-дарҙа ҡатнашыусы, юморист һәм, ғөмүмән, яҡшы кеше Рәмил Әхтәриев. - Ләкин, Аллаға шөкөр, Путин, хәҙер инде Медведев власҡа килеү менән Рәсәй йылдам сәскә ата башланы! Тиҙҙән Шаярыу, көлкө һәм күңел асыу көнө тураһында барыһы ла иҫкә төшөрөр, тип уйлайым.
       Рәмил үҙе тормош юлы буйлап шаярып, йылмайып атлай. Заманында ул легендар "Середина сбоку", "Shesare" КВН командаларында, "Фара" - "Спартак" КВН лигаһы йыйылма командаһында, Comedy Revolver Show и Smetana comedy уйынында ҡатнашҡан.
       - Хәҙер мин клубтарҙа алып барыусы булып эшләйем, төрлө корпоратив кисәләр үткәрәм. Ләкин был эштән бигерәк хобби. Төп эшем минең (нисек кенә көлкө тойолмаһын) - күмәртәләп гипсокартон ташыу, кемгә кәрәк, килегеҙ, арзаныраҡҡа һатырмын! Әммә миңә саралар, байрам, шоу ойоштороу нығыраҡ оҡшай.
       - Гипсокартон - яҡшы, әлбиттә. Ләкин 1 апрель алдынан уҡыусыларыбыҙҙы мәрәкәле уйындар нығыраҡ ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым. Ғәҙәттә, уларҙы һин кемдәр өсөн ойоштораһың?
       - Кем теләй, шулар өсөн! Бына үҙ тормошомдан миҫал килтерәм. Күптән түгел миңә Ханты-Мансийскиҙан бик һәйбәт бер ҡыҙ - Анна Кондратьева килде, ул минең иң ҡәҙерле дуҫым. Уның менән КВН уйындарында, Өфөнөң "Спартак" йәштәр йыйылма командаһы КВН-дың Төньяҡ лигаһына Ханты-Мансийск ҡалаһына барғанда таныштым. Бына күҙ алдына килтерегеҙ әле. Поезд килеп туҡтай, ә перронда костюм кейгән бер егет тора һәм саксофонда Аняның яратҡан көйөн уйнай. Вагон ишектәре асыла, шул ваҡыт мин Аняға ҡулымды һонам да: "Һеҙҙе вальсҡа саҡырырға мөмкинме?" - тип һорайым. Бөтә перрон беҙгә ҡарап торҙо! Күҙ алдына баҫтырҙығыҙмы: перрон, саксофон, матур көй, һәм беҙ вальсҡа төшкәнбеҙ. Аня ғәжәп ҡалды! Һеҙ уның нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Ул әле булһа был турала иҫкә ала.
       - Эйе-е, уның урынындағы һәр бер ҡыҙ ғәжәп ҡалыр ине, минеңсә!
       - Ләкин шаяртыу бының менән генә бөтмәне! Вокзалда беҙ таксиға ултырҙыҡ. Аня юл буйына миңә үҙен шулай ҡаршы алыуҙарына ни тиклем шатланыуы хаҡында һөйләне. Юлда китеп барғанда мин таксистан, мең һумдан ҡалған аҡсаны ҡайтарып бирә алырмы, тип һораным. Ул "юҡ, ваҡлап килтерәйем" тип яуап бирҙе. Беҙ магазин эргәһенә килеп туҡтаныҡ, ул аҡсаны алды ла магазинға инеп китте. Шул ваҡыт мин машинанан сығып, руль артына ултырҙым да таксины алып ҡастым! Аня ҡурҡыуынан ни эшләргә белмәй. Мин ихаталар буйлап барам, уны, "ҡайғырма, мин уға мең һум ҡалдырҙым бит, өҫтәп тағы түләрмен" тип йыуатам. Шул саҡта мин туҡтатырға ваҡыт етеүен күрәм. Машинаны туҡтатам, ул тиҙ генә әйберҙәрен ала ла, беҙ ҡаса башлайбыҙ. Мин: "Туҡта, ҡара әле, багажник асыҡ ҡалған", - тип ҡысҡырам. Аня унда ҡарағас, аҡ таҫтамал өҫтөндә роза сәскәләре ятыуын күрә! Беҙҙең эргәгә шат йылмайып "таксист" килә... әйткәндәй, ул ролде ағайым башҡарҙы. Беҙ Аняны шулайтып шаярттыҡ! Был минең өсөн дә, уның өсөн дә онотолғоһоҙ булды! Үҙен шундай бәхетле тойған кешеләрҙе мин күптән күргәнем юҡ.
       - Ҡалай уйлап сығарырға оҫтаһың! Ә һин бындай мәрәкәләр менән профессиональ рәүештә шөғөлләнәһеңме, әллә дуҫтарың өсөн генәме? Бик файҙалы бизнес килеп сығыр ине, "Уйын" фильмын иҫкә төшөрәйек әле...
       - Бына шуға күрә лә мин тап мәрәкәләр ойоштороу менән шөғөлләнеүсе фирма астым. Беҙҙә һәр клиентҡа индивидуаль ҡараш. Мәрәкәләү идеяһын беҙ клиенттан нимәне яратыуы, "ҡорбаны" ниндәйерәк кеше булыуы хаҡында ентекле "һорау алғандан" һуң ғына уйлап сығарабыҙ. Минең менән "Ҡағиҙәһеҙ көлөү" телешоуында ҡатнашыусылар, Өфөнөң иң яҡшы КВН командалары капитандары, актерҙары һәм авторҙары, Smetana comedy и Comedy Revolver Show резиденттары эшләй.
       - Ә һеҙгә кемдәр йышыраҡ мөрәжәғәт итә?
       - Башлыса, ирҙәр. Улар үҙ әхирәттәрен, ҡыҙҙарҙы, ҡатындарын шаяртыуҙы һорай. Ҡайһы берҙә быны үҙ ғәйептәрен юйыу өсөн эшләйҙәр. Бындай шаяртыуға бер ҡатын-ҡыҙ ҙа битараф ҡалмайҙыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙарҙы даими хайран итергә кәрәк!
       - Рәмил, һин бит "Ҡағиҙәһеҙ көлөү"ҙә ҡатнашҡайның, хатта финалға тиклем барып еткәйнең. Тағы ла үҙ көсөңдө һынап ҡарарға йыйынмайһыңмы?
       - Тағы ла "Ҡағиҙәһеҙ көлөү"гә барырға минең ваҡытым юҡ. Ләкин Өфөлә мин йыш ҡына stand-up жанрындағы төрлө кисәләрҙә ҡатнашам. Хәҙер беҙ яңы юмористик проект башланыҡ, ул элегерәк "Юмор кенәгәһе" тип атала ине һәм һәр кесе йома көндө Өфө клубтарының береһендә барҙы. Тамашасылар һәр ваҡыт ҡәнәғәт ҡалды. Хәҙер беҙ икенсе клубҡа күстек һәм һәр йәкшәмбе һайын унда халыҡтың күңелен асасаҡбыҙ.
       - Һинең өсөн юмор нимә һуң? Ул һиңә йәшәргә ярҙам итәме?
       - Юмор - ул минең двигателем, аҡса эшләү сараһы, һәр компанияла үҙемде яҡшы тойоу ысулы! Шаяра, һәр кешенең кәйефен күтәрә алған кешемен!
       - Рәмил, һинең 1 апрелгә ҡарашың? Был һинең өсөн ҡәҙимге көнмө әллә яратҡан байрамыңмы?
       - Минең өсөн беренсе сиратта - "Юморина"ла бөтә элекке дуҫтарым менән осрашыуӨ Был көндө мин бөтә эштәремде артҡа ҡуйып торам. КВН-ға барып, дуҫтарым менән осрашасаҡмын, уйнап-көлөп, күңел асасаҡмын!
       - 1 апрелдә һин дуҫтарыңды шаяртып алдайһыңмы?
       - Юҡ, һәр хәлдә һуңғы һигеҙ йылда бер кемде лә алдағаным юҡ.
       - Халыҡ был байрам тураһында онота ла башланы. Уны тергеҙеү кәрәкме икән?
       - Бындай байрамды мин көн һайын билдәләргә кәрәк, тип уйлайым. Уны ғына түгел, 23 февралде лә, 8 Mартты ла, Балаларҙы яҡлау көнөн дә, Ололар көнөн дә, ҡалған бөтә байрамдарҙы ла! Тап шул саҡта, донъя - изгерәккә, кешеләр бер-береһенә илтифатлыраҡҡа әйләнер!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал