6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Балалар аҙыҡ блоктарында коктар булмаһын өсөн
28.03.08


       Йәйгә - отпускылар һәм мәктәп каникулдары миҙгеленә күп ҡалманы. Үҙ балаңды ниндәй лагерға ебәрергә һуң? Ҡайҙа ул яҡшы ял итә һәм уҡыу йылынан һуң көс туплай алыр? Күп ата-әсәләрҙе шул һорау борсой.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың ялы һәм уларҙы сәләмәтләндереү проблемаһы беҙҙең алға беренсе йыл ғына баҫмай һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡайһы берҙә уны уңышлы хәл итеүгә өлгәшеп булмай. Ҡаланан ситтәге сәләмәтләндереү учреждениеларын етерлек финансламау уларҙың матди базаһын тейешле үҫтереүгә ҡамасаулай. Һөҙөмтәлә республика балалар лагерҙарының күбеһе ҡайһы бер пункттар буйынса Роспотребнадзор талаптарына яуап бирмәй.
       Төп проблемаларҙың береһе - уҡытыусылар һәм медицина составы етешмәү.
       - Йәй эсендә ҡайһы бер лагерҙарҙа өсәр директор алышына! - тип һөйләй йәне көйөп БР Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең ялын ойоштороусылар ассоциацияһының башҡарыусы директоры Валентина Сабирова. - Йәйге лагерҙың "башы" шулай йыш алышынғас, унда ниндәй тәртип тураһында һүҙ алып барырға мөмкин?
       Икенсе проблема - ҡаланан ситтәге сәләмәтләндереү учреждениелары һаны йылдан-йыл кәмеүе. Бына ни өсөн июнь аҙағына ата-әсәләргә бер ни ҙә тәҡдим итә алмайбыҙ - путевкалар бөтә. Ә ведомство лагерҙары ике смена менән генә сикләнә.
       Күреүебеҙсә, балаларҙың йәйге ялына бәйле проблемалар беҙҙә етерлек. Хатта уны ике сменалағы тәртиптә ойошторған хәлдә лә. Ә күп ата-әсәләрҙең, балалар лагерҙары мәктәп каникулдары ваҡытында ғына түгел, ә урындарҙа уҡытып, йыл әйләнәһенә эшләһен ине, тигән теләктәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бала ял да итһен, сәләмәтлеген дә нығытһын, мәктәп программаһынан да артта ҡалмаһын.
       Әсәй булараҡ, шәхсән мине балалар лагерҙарында ашатыу темаһы борсой. Каникул ваҡытында яңылыш берәй нәмә менән ағыуланып ҡуйһалар? Миҫал артынан алыҫ йөрөү кәрәкмәй: үҙәк киң мәғлүмәт сараларында балалар учреждениеларында ағыуланыу факттары даими баҫылып тора. Ҡайһы бер мәктәп ашханаларында ла хәл бик шәптән түгел.
       Нисек оялмайҙарҙыр, ҡайһы бер эшҡыуарҙар, уҡыусыларҙы алдап, мәктәп йәмәғәт туҡланыуында "байырға" маташа. Башҡортостан Дәүләт аҙыҡ-түлек инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре былтыр мәктәп ашханаларында байтаҡ етди ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланы. Мәҫәлән, порцияға 50 процентҡа тиклем һалып еткермәү, ҡиммәт ингредиенттарҙы арзандарына алмаштырыу. Әгәр мәктәптә йыл буйына етерлек ашарға бирмәһәләр, ә йәй, әүҙем ял осоронда, лагерҙа ла шул уҡ ҡара схема буйынса туҡландырһалар, үҫешеүсе бала организмы менән ни булырын күҙ алдына килтерегеҙ.
       Ошо темаға "БАШвестЪ" Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә надзор буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Роберт Такаев менән әңгәмәләшә.
       - Ҡағиҙә булараҡ, салаттар һәм һөт продукттары балалар өсөн ҙур хәүефлелек тыуҙыра, - ти Роспотребнадзорҙың Территориаль идаралығы башлығы. - Шул уҡ ҡаймаҡты, мәҫәлән, термик эшкәртмәйенсә ҡулланырға ярамай.
       Аш-һыу әҙерләгәндә санитария талаптарын күҙәтеү бик мөһим, - тип дауам итә Роберт Такаев. - Бында турағыс таҡталар ҙа, бысаҡтар ҙа, ғөмүмән, бөтә һауыт-һаба таҙа булырға тейеш, ашнаҡсының таҙалығы, сәләмәтлеге тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Былар барыһы ла беҙҙең аҙыҡ-түлек блоктарына талаптарҙа яҙылған, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә үтәлмәй. Беҙҙә нисек һуң? Балалар күп, ә ашхана хеҙмәткәрҙәре аҙ. Ашнаҡсылар бөтәһен дә ваҡытында бешереп, турап, аралаштырып һәм өҫтәлгә биреп өлгөрмәй. Шуға күрә нимәнелер иртәнге аштан төшкөлөккә йәки төшкөнән киске ашҡа ҡалдыралар. Ә йәй, эҫе ваҡытта, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, бөтә нәмә тиҙ боҙола. Матди база йомшаҡ булыу сәбәпле, ҡаланан ситтәге күп балалар учреждениеларында һыуытҡыстар етерлек түгел...
       Эйе, йәй көнө һыуытҡыстар бигерәк тә кәрәк. Былтыр Башҡортостанда балалар лагерҙарында балаларҙың күпләп ағыуланыу осраҡтары бөтөнләй булманы, быйыл да булмаҫ, тип ышанабыҙ.
       Роберт Такаев әйтеүенсә, һәр балалар лагеры Роспотребнадзор күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Беренсе тикшереү лагерҙы асыр алдынан үткәрелә, киләһе - һәр заезд алдынан. Биналарҙы санитар-гигиена нормаларына тап килеүгә тикшереүҙән тыш, мотлаҡ һыу һәм аҙыҡ-түлек һынауҙары ла алына. Әгәр ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, смена барышында мотлаҡ тағы бер инспекция киләсәк - етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүен тикшереү өсөн. Аҙыҡ-түлектең сифаты ла етди контролдә тотола. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә договорҙар ҙа Роспотребнадзор инспекторҙарының иғтибарынан ситтә ҡалмай.
       - Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәрҙе һайлағанда хаҡты ғына түгел, ә килтерелгән аҙыҡ-түлектең һәм сеймалдың сифатын да иҫәпкә алыу сиктән тыш мөһим, - тип билдәләй Роберт Такаев. - Әлбиттә, уларҙы һаҡлау һәм ташыу шарттары ла мотлаҡ күҙәтелергә тейеш. Балалар араһында йоғошло ауырыуҙар һәм ағыуланыуҙар булмаһын өсөн аҙыҡ-түлек блоктарын йәйге осорҙа эшләүгә бик яуаплы әҙерләргә кәрәк. Беренсе сиратта - балалар лагерҙарын кәрәкле технологик һәм һыуытҡыс ҡорамалдары менән тәьмин итергә.
       Ләкин был ғына аҙ, тиерһегеҙ һеҙ һәм хаҡлыһығыҙ. Һыуытҡыс алып, унда яңы продукттарҙы һаҡлау ғына аҙ. Аш-һыу әҙерләү технологияһын күҙәтеүгә даими контроль кәрәк. Шулай булғас, лагерҙа медик мотлаҡ булырға тейеш. Ул ял итеүселәрҙең хәлен күҙәтеү генә түгел, балаларға бирелгән аштан һынау алырға һәм быны документаль раҫларға тейеш.
       Күреүебеҙсә, врачтарға йөкмәтелгән функциялар етерлек, ә бына эш хаҡы түбән. Күптән түгел беренсел звено хеҙмәткәрҙәре ала башлаған өҫтәмәләр ҡаланан ситтәге лагерҙарҙа эшләүсе медиктарға ҡаралмаған. Бына ни өсөн балалар лагерында педиатр булып эшләргә теләүселәр юҡ. Уларға саф һауала эшләүгә ҡарағанда, поликлиникала эшләүе файҙалыраҡ.
       Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы башлығы балалар лагерҙарын йылытыу мәсьәләһен хәл итеү кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә. Сәләмәтләндереү учреждениеларының йоҡо бүлмәләрендә температураның түбән булыуы - балалар араһында респиратор ауырыуҙар таралыу сәбәптәренең береһе.
       Йәйге лагерҙарҙы йылытыу мәсьәләһе бик ябай түгел. Мәҫәлән, "Березка" (Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе) ведомство лагерында йылытыу ҡоролмаһы ҡуйыуға ғына 20 миллион һум тирәһе аҡса талап ителә. Әгәр лагерҙар иҫәбен был суммаға ҡабатлаһаң, ярайһы уҡ сумма килеп сыға.
       Нисек кенә булмаһын, һәр ата-әсә балаһының йәйге лагерҙа сифатлы туҡланыуын, ауырымауын һәм яҡшы ял итеүен теләй.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал