6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Мәҙәнилек ҡайҙа юғала?
28.03.08


       27 мартта билдәләнгән Халыҡ-ара театр көнөн "БАШвестЪ" гәзитен уҡыусыларҙың иң күбе 2,7 проценты сәнғәт йортона барыу менән билдәләйәсәк. Һәр хәлдә, гәзитебеҙҙең һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса ошондай һығымта яһарға мөмкин.
       Театрға йыш йөрөйһөгөҙмө? - тип ҡыҙыҡһындыҡ беҙ уларҙан һәм өс проценттан кәмерәге, театр - ул беҙҙең тормошобоҙ, тип яуап бирҙе. Һорауға яуап биреүселәрҙең тап ошо, иң аҙ һанлы категорияһы бер театр премьераһын да ҡалдырмай. Респонденттарҙың иң күбе - 48,6 проценты - театрға "бик һирәк" йөрөй. Тауыш биреүселәрҙең 32,4 проценты сәнғәт йортона йышыраҡ йөрөргә тырыша. 8,1-әр проценты театрға барыуҙы "ваҡытты бушҡа үткәреү" һәм киноға йәки төнгө клубҡа барыу менән сағыштырғанда отошһоҙ вариант тип иҫәпләй.
       Был һандарға баҫмабыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан дәүләт академия рус драма театрының художество етәксеһе Михаил Рабинович менән анализ яһаны.
       - Михаил Исакович, театр иң ҡалын китапҡа ҡарағанда ла күберәк һабаҡ бирә, тиҙәр. Әммә замандаштарыбыҙ үҙ белемен тулыландырырға ашыҡмай...
       - Театр бер ҡасан да һәм бер кемгә лә һабаҡ бирмәй. Был сәнғәт, һәм уны яратыусылар булды һәм һәр ваҡыт буласаҡ. Рус драма театры залы бер ваҡытта ла буш булмай. Спектаклгә килеүсе кеше һәр ваҡыт унан ниҙер алырға теләй. Һәм, ысынлап та, ала, тип ышаныс менән әйтәм. Тик бындай ҡыҙыҡһыныусан һәм уйға бирелеүсән кешеләр аҙайғандан-аҙая бара. Бәлки, спектаклдәрҙең уйларға мәжбүр итеүе билдәле бер көсөргәнеш талап итеүҙәндер. Ә бәлки, кемгәлер был ваҡытта өйөндә телевизор алдында ятыу еңелерәктер. Бына кеше экран алдында ултырып тапшырыу ҡарай һәм уға сәй эсеп, диванда ял итеүҙән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй.
       Бөгөн, әлбиттә, тап ошондай мөмкинлек - сәй йәки кофе эсеп, тамаша ҡарау - тәҡдим ителгән театрҙар бар. Етмәһә, бөгөн кинотеатрҙа сеанс уртаһында сығып, попкорнмы, берәй эсемлекме һатып алып, ҡайтанан инеп ултырырға мөмкин икән. Һәм был норма булып иҫәпләнә. Мин бына улай эшләмәйәсәк кешеләр быуынынанмын. Беҙ йәш саҡта был әхлаҡһыҙлыҡ, мыҫҡыл итеү тип иҫәпләнә ине. Йәмәғәт йорто залында баш кейеме кейеп ултырыу рөхсәт ителмәй, был культураһыҙлыҡ булып һанала ине. Ә бөгөн был тәбиғи күренеш...
       Аңлашыла, мәҙәнилек юғала. Әлбиттә, әгәр уның менән шөғөлләнмәһәң, ул юғаласаҡ. Ә уның менән сиктән тыш аҙ шөғөлләнәләр. Спорт ул, һис шикһеҙ, яҡшы, ул - сәләмәтлек нигеҙе, тормоштоң ҡалған өлкәләре лә актуаль һәм кәрәкле, ләкин бер килеп, мәҙәниәтһеҙ беҙгә чемпиондар ҙа, ғөмүмән, бер нәмә лә кәрәк булмаясағына төшөнәсәкбеҙ. Сөнки унһыҙ беҙ һәләк буласаҡбыҙ, төҫһөҙ һәм миһырбанһыҙ халыҡ төркөмөнә әүереләсәкбеҙ.
       Ҡайһы берҙә спектакль бара, ә залда тып-тын. Моғайын, был мәлдә эргәнән үтеп барыусы, тамаша барамы икән әллә юҡмы, тип уйлайҙыр. Бындай мәлдәрҙә тып-тын ҡалыу театр тормошонда иң ҡыуаныслыһы, иң мөһимелер, моғайын. Сөнки бындай мәлдәрҙә тамашасы, иң мөһимен юғалтмау, үткәреп ебәрмәү өсөн, ҡыбырларға ла ҡурҡа. Һәм был ваҡытта уларҙы нимәлер берләштерә бит! Ниндәйҙер фекер! Тимәк, бер кем дә тороп, буфетҡа бутерброд артынан сығып килеп, сәйнәнеп ултырмаясаҡ. Һәм был процесс бик ҡиммәткә төшә.
       - Кинотеатрҙарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Һеҙ хаҡлыһығыҙ, кино барғанда сығып инеү хәҙер ғәҙәти хәл. Ләкин нимәһе ҡурҡыныс: сервис үҙ мөмкинлектәрен киңәйтә. Хәҙер сикләнгән урындар менән VIP-залда, ҙур күн креслола ҡырын ятып, официантты саҡыртып, салат, шарап, башҡа нимәләрҙер алдырырға мөмкин...
       О, был күптәр өсөн мөһим! Дөйөм залда түгел, ә иң яҡшыһында, ҡәҙимге креслола түгел, ә иң уңайлыһында ултырыу. Был саҡта һин үҙеңде "бик бейектә" тояһың. Һинең бөтә нәмәң бар, нимә теләйһең, шуны эшләй алаһың. Һатып алырға! Яхта! Самолет! Ҡайҙа теләйһең, шунда барырға. Теләйһең икән, йыһанға! Һәм нимә? Бәхет бит унда түгел...
       - Ә һеҙҙеңсә, бәхет нимәлә?
       - Нисек нимәлә? Эштә, ижадта, яратҡан кешеңдә, балаларыңда, ейәндәреңдә. Бына беҙ ғүмеребеҙҙе аҡса артынан ҡыуып үткәрәбеҙ, кемдер, ахыр килеп, байыуға өлгәшә. Бына ул - аҡса, иҫәбе-һаны юҡ... Артабан нимә? Ә артабан кеше артына әйләнеп ҡарай ҙа, байлыҡ артынан ҡыуып, һаулығын бөтөрөүен, йәше үтеп китеүен, ә эргәһендә бер кем дә булмауын аңлай. Аҡсаң күп, ләкин яңғыҙһың. Тормош мәғәнәһен эҙләү, моғайын, йәшәү ҡиммәттәрен билдәләүгә ҡайтып ҡалалыр.
       Ваҡыт үтеү менән барыһы ла үтә. Бына хәҙер Петросян да экранда һирәгерәк күренә башланы, яңы рус әбейҙәре лә китәсәк. Бер килеп интернет та ялҡытасаҡ! Алмашҡа нимә килер? Яңы нимәлер барлыҡҡа килер, моғайын... Ләкин был түңәрәк бер килеп барыбер тоташыр, шул саҡта яңы быуын яңы, саф һауа һуларға өйрәнер.
       Киләһе быуын. Быныһы түгел. Быныһында беҙ үҙебеҙ нимәлер күреп еткермәнек. Улар ғәйепле түгел, әлбиттә: балаларҙы ниндәй итеп тәрбиәләгәнбеҙ, шулай булып үҫкәндәр. Ғәҙәттә, хәҙерге быуын әллә ниндәй, йәштәр насар, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Йәштәр - ул һөҙөмтә. Тимәк, беҙ нимәлер биреп еткермәгәнбеҙ. Матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләмәгәнбеҙ, китаптар урынына - фильмдар, йәнле арашыу урынына ЭВМ һонғанбыҙ.
       - Ә ниндәй хаталар һуң? Элекке кеүек тәрбиәләнеләр буғай...
       - Иң элек, балаларҙы уҡырға өйрәтергә кәрәк ине. Бала уҡый белһен генә түгел - уҡырға теләһен. Сөнки ул үҙе уҡығанда фекерләү ҡеүәһе үҫешә, бөтә мәғлүмәтте үҙе аша үткәрә. Шул саҡта ул күҙ йүгертеп кенә сыҡмаясаҡ, ә һәр битте йотлоғоп уҡыясаҡ. Был кемдеңдер интерпретацияһын ҡарауға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ.
       - Йәштәр тиҙҙән театрға йөрөй башлармы?
       - Йәштәр театрға йөрөй. Беҙҙә улар һәр спектаклдә була. Тик йәштәр аҙ йәки кәрәкмәгәнде уҡый, күберәк техника менән мауыға, шлягерҙарға тартыла. Шуға ҡарамаҫтан, театрҙың роле көсәйә. Театр һәр ваҡыт буласаҡ. Рәсәйҙә бигерәк тә. Бәлки, ҡайһылыр башҡа илдә ул бик мөһим дә түгелдер, ләкин беҙҙең илебеҙҙә ул мотлаҡ кәрәк. Гоголь әйтмешләй, театр бөгөн - кешеләргә изгелек еткерерҙәй берҙән-бер урын.
       - Ә бәлки, театрҙы "замансараҡ яһарға" кәрәктер? Йәштәрҙе бөгөн ҡыҙыҡһындарған әҫәрҙәр ҡуйырғалыр?
       - Әлбиттә, театр замананан артта ҡалмаҫҡа тейеш, ләкин ниндәйҙер билдәле бер әхлаҡи критерийҙар унда мотлаҡ булырға тейеш.
       Беләһегеҙме, театрҙар төрлө була, эротик та, боҙоҡлоҡ күрһәтелгәндәре лә. Беҙҙең театрҙа был юҡ, беҙ әҙәпһеҙ тамашасыларға яраҡлашыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ.
       - Асыҡтан-асыҡ һөйләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт. Был күптәргә тормошта үҙ йүнәлешен һайларға ярҙам итер, тип ышанайыҡ. Һәм һеҙҙе Театр көнө менән ҡотлайбыҙ!
       - Рәхмәт. Рус драма театры һәр ваҡыт үҙ тамашасыларын көтөп ҡала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал