6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Башҡорттар Парижды яуланы
27.03.08


       Ошо көндәрҙә республика тормошондағы мөһим ваҡиғаларҙың береһе - Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостандың презентацияһы үтә. Был сара халыҡ-ара хеҙмәттәшлек сиктәрен киңәйтеүҙе, республика имиджын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ул 2008 йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе булырға вәғәҙә итә.
       "Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә" Халыҡ-ара презентацияһын үткәреү идеяһын ЮНЕСКО-ның Генераль директоры Коитиро Мацуура әүҙем яҡлап сыҡты. Был ойошма саҡырыуы буйынса Башҡортостандың 200-гә яҡын вәкиле бөгөн Парижда. Улар араһында рәсми кешеләр, артистар, ғалимдар, рәссамдар, журналистар һәм башҡа бик күптәр.
       Башҡортостан делегацияһының сәфәр программаһы бик тығыҙ. Тәүге көндө Сент-Женевьев-де-Буа зыяратында Рудольф Нуриевтың ҡәберенә сәскәләр һалдылар. Шул уҡ көндө БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Александр Авдеев менән осрашты. Һуңыраҡ ЮНЕСКО штаб- квартираһында ЮНЕСКО һәм республика ғалимдарының "Башҡортостанда мәҙәни һәм тел плюрализмы" темаһына берләшкән ғилми семинары үтте.
       ЮНЕСКО штаб-квартираһының бер нисә залында 785 квадрат метрлыҡ майҙанда "Ҡурай тылсымы" экспозицияһы урын алды. Күргәҙмә республиканың үткәнен, хәҙергеһен һәм киләсәген берләштерә. Ҡурай сәскәлегендәге - ете башҡорт ырыуы һәм был ерҙә йәшәүсе халыҡтар берҙәмлеге символындағы ете таж кеүек, экспозицияла ла ете төп йүнәлеш бирелгән. Шулай итеп, донъя йәмәғәтселеге Парижда бына нимәләр күрәсәк.
       Беренсенән, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған һәм башҡорттарҙың этник традициялары һәм кәсептәре тураһында һөйләгән "Башҡорт халҡының матди мәҙәниәте" этнографик күргәҙмәһе. Икенсеһенә - "Дуҫлыҡ йылъяҙмаһы"на республиканың мәҙәниәт, тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡылары төшөрөлгән фото һәм видеоматериалдар ингән. Былар "Башҡортостан - донъя таланттары ере", "Башҡортостан - Урал ынйыһы", "Башҡортостан бөгөн" фотоэкспозициялары, шулай уҡ "Ҡурай сәскәлеге" балалар ижады арт-проекты һәм танылған бейеүсе Рудольф Нуриевтың 70 йәшенә арналған күргәҙмә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, бөтөн донъяға билдәле яҡташыбыҙ иҫтәлегенә театр артистары бәләкәй Рудольф Нуриевты хайран иткән беренсе башҡорт балеты - "Торналар йыры" спектакленән фрагменттар башҡарасаҡ. Балет солистарынан тыш, гала-концертта Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле һәм иң яҡшы йырсыларыбыҙ ҡатнашасаҡ.
       "Башҡортостандың хәҙерге заман һынлы сәнғәте" экспозицияһында республика ҡаҙаныштары һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәм жанрҙарында бирелгән. Бында республика рәссамдарының төрлө стилдәрҙә һәм йүнәлештәрҙә башҡарылған эштәре ҡуйылған.
       "Фән. Мәғариф. Йәштәр сәйәсәте. ЮНЕСКО-ның ассоциациялаштырылған мәктәптәре" экспозицияһы белем биреү учреждениелары һәм унда уҡыусылар иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһында иң ҙур төбәктәрҙең береһе булып торған Башҡортостан Республикаһында мәғариф системаһының үҫеше һәм төбәктең ҙур фәнни потенциалы тураһында һөйләй.
       "Башҡортостандың ете мөғжизәһе. Туризм. Шифаханалар" экспозицияһының атамаһы уҡ үҙе тураһында һөйләй. Республикала 300-ләп карст мәмерйәһе иҫәпләнә, улар араһында үҙенсәлеклеләре байтаҡ, 600 йылға, 800 күл, мөһабәт тау һырттары, өс дәүләт ҡурсаулығы, Милли парк, тарих, мәҙәниәт, сәнғәт ҡомартҡылары. "Башҡортостандың ете мөғжизәһе" проектына ярашлы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Салауат Юлаев һәйкәле, ҡырағай башҡорт балы, Шихан тауҙары, Ирәмәл тауы, Ирәндек айыуы, Европа һәм Азия сиге бирелгән.
       "Спорттың милли төрҙәре" күргәҙмәһе Башҡортостанда спорттың милли төрҙәрен үҫтереүгә, Европа һәм донъя чемпионаттарын үткәреүгә һәм 2007 йылдың октябрендә Өфөлә үткәрелгән билбау менән көрәш буйынса VI донъя чемпионатына арналған.
       Башҡортостандың "Киң мәғлүмәт саралары һәм полиграфия" бүлеге күргәҙмәнең айырым бер йүнәлеше булып торҙо. Унда баҫма продукция өлгөләре, юлдаш телерадиотапшырыуҙар селтәрен артабан үҫтереү схемаһы бирелгән һәм Башҡортостан Республикаһы тураһында презентация фильмдарын күрһәтеү ойошторолған.
       Халыҡ-ара презентацияға ярашлы, БР Хөкүмәте Премьер- министры Рафаэль Байдәүләтов һәм ЮНЕСКО Генераль директорының беренсе урынбаҫары Марсио Барбоза ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Меморандумға ҡул ҡуясаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал