6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Исемемдең нимәһе көлкө һуң?
27.03.08


       Исемдән көлөү, әлбиттә, килешмәй. Ата-әсәһе Идея, Ландыш, Алмас, Гранит, Идеал, Маузер, Фикус кеүек исемдәр ҡушҡас, бында баланың ни ғәйебе бар. Йәки, әйтәйек, Әфлисун, йәки Рафинат. Бында ниндәй көлкө булһын? Балаға бындай исем менән нисек йәшәргә, шуны әйтегеҙ. Шәкәр киҫәге атамаһы менән өндәшһендәр әле?!
       Беҙ бөтөнләй кешенең исеменән көлөүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ. Киреһенсә, ата-әсә үҙ сабыйына исем һайлауға етдиерәк ҡараһын ине, тигән тема күтәрәбеҙ.
       Химия Латиф ҡыҙы, Виленин Иванович, Гесиод Абдулла улы кеүек исемдәр оҡшаймы һеҙгә? Моғайын, бер танышымдың уҡытыусыһы Абдусатор ҙа үҙенең исемен оҡшатмағандыр тип уйлайым, уҡыусылары уны үҙе булмағанда Абдузабор тип йөрөткән.
       Шулай уҡ беҙҙең арала ҡыҙыҡ фамилиялы кешеләр ҙә осраштырғылай. Хатта ҡайһы берҙә, әйтер инем, "иҫкәртеүсе". Бында бер ни ҙә эшләтеп булмай. Хәйер, ҡайһы берҙәре фамилияһын үҙгәртергә батырсылыҡ итә. Мәҫәлән, Неешсало, Неешпапа, Подопригора. Былары түҙерлек әле, ә бына ҡайһы берәүҙәр Попакалов, Спидорец, Шалаева һәм хатта... Шлюхина тип танышырға мәжбүр була. Ғүмер буйы бындай фамилияны йөрөтөүе ауырҙыр ул. Халыҡ бит йыш ҡына, үҙ фамилияңа, йәғни исемең есемеңә тап киләме, тип ҡыҙыҡһына.
       Ҡалабыҙҙа Козел фамилиялы тағы бер яҡшы кеше йәшәй. Етмәһә, ул үҙ фамилияһын үҙгәртеүҙән ҡырҡа баш тарта.
       Рәсәй премьер-лигаһы футбол клубтарында ла ҡыҙыҡ фамилиялы кешеләр күп осрай. "Музыкаль" уйынсылар - Вагнер Лав һәм Моцарт, "әҙәпһеҙ" - Жо, Йоп, Якубко, тел әйләнмәҫлек - Шкртел, Крыжанац. Камерундан билдәле спортсы Роже Мила хаҡында ни тиерһегеҙ? Уҙған кесе йома көндө "Мәскәү" клубынан футболсы Роман Адамовтың ҡыҙы тыуҙы. Ҡыҙыҡайға Ева тип исем бирҙеләр, йәғни Ева Романовна Адамова. Шәп бит ә!
       Никахҡа инеп, фамилияларын алмаштырғанда ла мәҙәк хәлдәр осраштырғылай. Ҡайһы берҙә кәләштәр, ҡатын рангына күсеп, хатта "үрләйҙәр" икән. Коллегам һөйләүенсә, улар менән бер ихаталағы йортта Царева йәшәгән, ә кейәүгә сыҡҡас, Королева булып киткән. Ә берәү Стрельцова булған, кейәүгә сыҡҡандан һуң Воеводинаға әйләнгән.
       Миңә шулай уҡ Өфөгә уҡырға килгән ике әхирәт хаҡында һөйләнеләр, улар тормошҡа сығып, береһе Смородинова, икенсеһе Калинина булып киткән.
       Ә бына икенсе операнан ҡыҙ. Кейәүгә сыҡҡанға тиклем ул Сморкалова булған. Тормошҡа сығып, Кривоблодскаяға әйләнгән. Аптырарһың, ҡайһы вариант яҡшыраҡтыр...
       Тормош, ғөмүмән, көтөлмәгән хәлдәргә һәм осраҡлы тап килеүҙәргә бай. Слезин бер ваҡыт Смехноваға ғашиҡ була. Шунан килеп сыға ла инде көлкө лө, күҙ йәштәре лә, мөхәббәт тә (и смех, и слезы, и любовь).
       Хужаларына байтаҡ мәшәҡәт тыуҙырған фамилиялар исемлеген дауам итәйек. Беренсеһенең фамилияһы - Вайнтраумб. Тәүге тапҡыр ишетеү менән иҫтә ҡалдырыуы ҡыйын. Бына ни өсөн ойошмала клиентҡа: "Вайнтраумбҡа барығыҙ. Ул һеҙгә барыһын да аңлатыр", - тип әйткәс, кеше коридор буйлап китеп бара ла хеҙмәткәрҙәрҙән: "Ҡайҙа бында һеҙҙең военпред ултыра?" - тип һораша икән. Ниңәлер бөтә клиенттар ҙа тиерлек был фамилияны "хәрби вәкил" вазифаһы булараҡ ҡабул иткән.
       Икенсе персонаж - Муха фамилиялы ҡатын-ҡыҙ. Ул тәпәш кенә буйлы, етмәһә, арҡырыға ла, буйға ла бер тигеҙ тиерлек. Һәм уның тағы бер үҙенсәлеге: асыуландырһалар, тауышы бөтә лә ҡуя, сыйылдап ҡына сыға. Һәм бына конторала телефон шылтырауына яуап бирерлек башҡа кеше булмаһа, ул терефонды ала ла: "Алло! Муха тыңлай..." ти икән. Шуны ғына көтөп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә был етә ҡала.
       Танышымдың ағаһының фамилияһы Безденежных. Уға эшенә дуҫтары шылтыратһа, "Скоробогатыхты саҡырығыҙ әле", тиҙәр. Бында бер ниндәй бәйләнеш күрмәгән күп коллегалары: "Бында ундайҙар юҡ..." тип яуап бирә.
       Кемгәлер бындай исемдәр, фамилиялар көлкө тойолһа, уларҙы йөрөтөүселәрҙе ҡыҙғанырға ғына ҡала. Был хәлде аңлатыуын һорап, беҙ психолог Олег Кушнерукка мөрәжәғәт иттек.
       - Парапсихологияла, исем кешенең тормош юлына йоғонто яһаусы билдәле бер мәғәнәгә һәм кодҡа эйә, тигән фекер йөрөй. Үҙ сабыйыңа исем һайлағанда ваҡыт, тарихи милли традициялар менән раҫланған билдәле бер мәғәнәгә таянып һайлау маҡсатҡа ярашлы булыр, - тип яуап бирә ул.
       Балаға исем ҡушып, беҙ уның холҡоноң буласаҡ һыҙаттарына билдәле бер мәғәнә һалабыҙ. Экзотик исемдәрҙе файҙаланыу күнегелгән, этник тотороҡланған нормалар мөхитендә балаларыбыҙҙы "экзоттар" яһай, был баланың үҫешендә кире сағылыуы мөмкин. Бала, үҙ исеменән оялып йәки тиҫтерҙәренең уны боҙоп әйтеп үсекләүҙәренән ҡурҡып, яңғыҙлыҡҡа бирелеүе ихтимал.
       Әлбиттә, үҫә бара үҙгәреш буласаҡ. Кемдер дөрөҫ әйтеүҙе талап итәсәк. Ә кемдер еңелләштереп, үҙгәртеп әйтеүгә күнегәсәк. Икенселәр, исемен үҙгәртеп әйтеүҙәрен ишетеп, көлөп кенә ҡуясаҡ. Былар барыһы ла ваҡыт үтеү менән килә.
       Ә Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса ЗАГС бүлеге начальнигы Людмила Гвоздик "БАШвестЪ"ҡа бына нимәләр һөйләне:
       - Бөгөн кешеләр үҙ балаларына нисек теләй, шулай исем ҡуша. Улар теге йәки был исемде үҙенсә нигеҙләй, балаһы өсөн һайлаған исемде ҡыҙыҡ йәки бигүк урынлы түгел, тип иҫәпләмәй. Беҙ, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, быға ҡыҫыла алмайбыҙ, ата-әсәгә башҡа төрлө берәй исемдә туҡталырға кәңәш итә генә алабыҙ. Һуңғы, көлкөнән бигерәк, ғәҙәттән тыш исемдәрҙән мин Джаван, Ғәйтәрән, Лион, Инола, Ланита, Николь, Доминика, Дайана, Эльфина, Мөхлисә, Хәҙисәбаныу кеүек исемдәрҙе атар инем.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал