6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Аҡса ҡайҙа, Зина?
26.03.08


       Ҙур ювелир салондары селтәре хужаһы, туризм тармағында уңышлы эшләүсе бизнесмен, башҡорт балы етештереү буйынса килемле предприятие директоры һәм яңы ғына эш башлаусы студент-эшҡыуар араһында уртаҡ нимә бар?
       Тәү ҡарашҡа, һорау бик ябай. Ысынлап та, бөтәһе лә эшҡыуарҙар "кастаһына" ҡарауҙан башҡа, был кешеләр араһында уртаҡ нимә булыуы мөмкин?
       Һөйләшеүҙе ошо урында тамамларға ла мөмкин булыр ине. Ләкин беҙ һүҙҙе дауам итәбеҙ. Заманында үҙ бизнесын булдырырға тәүәккәллек иткән был ҡыйыу шәхестәрҙе берләштереүсе ниҙер бар бит. Улай ғына ла түгел, дөйөм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә етди йоғонто яһаусы. Был фактор бөгөн төрлө ассоциациялар, министрлыҡтар һәм ведомстволар тарафынан әүҙем тикшерелә... Ләкин әлегә һөҙөмтәһеҙ.
       Моғайын, һеҙ ҙә нимә тураһында һүҙ барыуын аңлағанһығыҙҙыр. Эйе-эйе, бөгөн беҙ тап улар - кредит ресурстары хаҡында һөйләшәсәкбеҙ.
       Башта бер аҙ статистика мәғлүмәттәре килтерәйек. Бөгөн Башҡортостанда 32 банк бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит бирә. Әйтергә кәрәк, был республика территорияһында эшләүсе банктарҙың дөйөм иҫәбенең яртыһы. Бында банктар ҡарамағында булған кредит программаларының күп өлөшө - бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреү буйынса махсус программалар.
       2005 йылда бәләкәй предприятиеларға 35 миллиард һум кредит бирелде, 2006 йылда - 53 миллиард, 2007 йылда - 70 миллиард һумға яҡын. Үҫеш күҙ алдында.
       Тағы бер нисә мөһим һан: былтыр кредит һорап 14 мең эшҡыуар мөрәжәғәт итте һәм 12 меңе - алды. Тәү ҡарашҡа, насар түгел. Банкирҙар үҙҙәре лә бөгөн, бәләкәй бизнесҡа асыҡбыҙ һәм ҙур теләк менән уларға ярҙамға киләбеҙ, тип ышандыра.
       Дөрөҫ, эшҡыуарҙар башҡаса уйлай. Бында төп ҡатмарлылыҡ банктарҙың залог сифатында "әйләнештәге" тауарҙарҙы теләмәй генә ҡабул итеүенә ҡайтып ҡала. Күп осраҡта кредит ойошмаһына бизнес менән тәьмин итеүҙән ҙурыраҡ нимәлер талап ителә. Икенсе төрлө әйткәндә, әгәр һинең машинаң да, ҡорамалың да, күсемһеҙ милкең дә булмаһа, кредит тураһында хыялланмаҫҡа ла мөмкин. Хәйер, предприятиеның ҡиммәтле төп фондтары булыу ғына банктың кредит аҡсаһы биреүен гарантияламай әле.
       Башҡа проблемалар ҙа етерлек. Атап әйткәндә, юғары процент ставкалары һәм уларҙы йыл һайын ҡайтанан ҡарау (әлбиттә, бәләкәй бизнес файҙаһына түгел), шулай уҡ хәлдән тайҙырғыс ҡағыҙ волокитаһы.
       - Шул уҡ ваҡытта эшҡыуар һаулығы еткән тиклем банктар буйлап саба, - тип өҫтәй яуаплылығы сикләнгән ҙур ойошма директоры, Башҡортостан сауҙа ойошмаһының сауҙа һәм туҡланыу индустрияһы өлкәһен техник йыһазландырыу комитеты рәйесе Марат Зарипов. - Кредит алырға өмөтләнеп, бизнесмен бөтә банктар буйлап йөрөп сығасаҡ һәм ул ниндәй шарттарға ла риза! Шул иҫәптән юғары проценттарға ла, волокитаға ла, аҡса ғына бирһендәр. Ләкин бирмәйҙәр бит!
       Беҙҙең республикалағы Гарантия фондына килгәндә, уның ресурстары бер миллиондан артыҡ кредит алырлыҡ түгел (ә эшҡыуарҙарға йыш ҡына күберәк сумма талап ителә). Сөнки Гарантия фондының активтар суммаһы ҙур түгел - ни бары 12,5 миллион һум ғына.
       Ҡыҫҡаһы, бәләкәй бизнес элеккесә үҙ средстволарына ғына үҫешә. Марат Зарипов әйтеүенсә, беҙҙең банктар системаһы "әлеге ваҡытта 2000 йылдағы Рәсәй кеҫә телефоны элемтәһе баҙарын хәтерләтә".
       Был белдереүҙәргә банктар үҙҙәре нимә тип яуап бирә һуң? Милли банк рәйесе Рөстәм Мәрҙәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, банктар берләшмәһе "2006 йылда түңәрәк өҫтәлдә бәләкәй бизнесҡа кредит биреү буйынса һөйләшелгән килешеүҙәрҙең барыһын да үтәне". Бөтә республика буйынса, шул иҫәптән райондарҙа ла, төп кредит ойошмаларының подразделениелары асылды. Кредит продукттары тураһында мәғлүмәт интернетта урынлаштырылды. Ҡайһы бер банктарҙа кредит биреүҙең уңайлы шарттары эшкәртелде, шул иҫәптән оҙайлы ваҡытҡа ла (биш йылға тиклем) .
       Юғары процент ставкаһына килгәндә, Башҡортостандың баш банкиры, уның кәмеүен көтөргә кәрәкмәй - был донъя баҙарҙарындағы хәл менән бәйләнгән, тип аңлатты. Финанс кризисы арҡаһында хәҙер Көнбайыштан "арзан" аҡса юҡ. Предприятиеларыбыҙҙың бындай аҡса алыу мөмкинлеге булды, ләкин хәҙер ул заманалар артта ҡалды.
       - Беҙ тағы нимә эшләргә тейешбеҙ? - тип риторик һорау бирҙе Рөстәм Мәрҙәнов һәм: - Aңлағыҙ, банк үҙ капиталын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя! - тип өҫтәне.
       Күренеүенсә, ике яҡтың был ҡаршылығын хәл итеү бик еңелдән түгел. БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе Андрей Назаров иҫәпләүенсә, асылда, был бәләкәй һәм урта бизнестың үҙ-ара эш итеү проблемаһы. Уларҙың һәр береһе аҡса эшләргә теләй: бәләкәй бизнес - түбән процент ставкаһы һәм "оҙон" арзан кредит, ә ҙур бизнес уның финанс тәүәккәллеген тәьмин итерлек юғары процент яҡлы. БР Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһы рәйесе фекеренсә, "уйын"ға өсөнсө, нейтраль звено - дәүләт ҡушылмайынса тороп, был ҡаршылыҡты хәл итеп булмаясаҡ. Бында төп проблема булып, әлбиттә, башланғыс бизнесҡа кредит биреү ҡала.
       Бының менән бәйле республикабыҙҙа нимә эшләргә тәҡдим ителә һуң? Күптән түгел Өфөлә үткәрелгән бәләкәй бизнесҡа кредит биреү буйынса түңәрәк өҫтәлдә билдәләнгәнсә, беренсе сиратта, банк секторының конкурентлығын арттырырға. Андрей Назаровтың фекеренсә, был күпмелер кимәлдә банк процентын кәметергә һәм бәләкәй предприятиеларға кредит биреү буйынса эште әүҙемләштерергә булышлыҡ итәсәк.
       Бынан тыш, яҡын арала БР Хөкүмәтенә Гарантия фонды күләмен арттырыу тураһында тәҡдим индерергә планлаштырыла, был бизнесмендарыбыҙға теге йәки был бизнес-маҡсаттарға ҙурыраҡ кредит йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
       Тағы бер бурыс - республикала Тура инвестициялар фонды - инновация критерийына эләкмәгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың инвестицион проекттарын финанслау сығанағы булдырыу. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, Башҡортостанда инновацион проекттар БР Венчур фондынан финанслана. Бәләкәй бизнес өсөн дә бындай фонд булдырырға ваҡыт етте. Бындай инвестицион проекттар, моғайын, федераль бюджеттан финансланыр.
       Ахыр килеп, бизнес алып барыуҙың асыҡлығы кеүек төшөнсә тураһында ла иҫкә төшөрәйек. Күптән түгел БР Милли банкы уникаль документ - "Банк кредиттары алыу өсөн бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары эшмәкәрлегенең асыҡлығы өлкәһендәге рекомендациялар" - әҙерләне.
       "Эшмәкәрлек асыҡлығы" нимәне аңлата һуң? Республика Милли банкының иҡтисади идаралыҡ начальнигы Сергей Коровин әйтеүенсә, был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектының кредит ойошмаһы критерийҙарына яуап бирергә әҙерлеге.
       Икенсе төрлө әйткәндә, был банк үҙ ҡарарында йүнәлеш тотҡан критерийҙар. Улар иҫәбендә - бизнес алып барыу тәжрибәһе булыу, яҡшы эшлеклелек репутацияһы, ыңғай кредит тарихы булыу, милекселәр тураһында мәғлүмәт бирергә әҙерлек, дөрөҫ иҫәп һәм отчетлылыҡ алып барыу һәм башҡалар.
       Бында бизнесменға үҙ "асыҡлығын" "үҙе баһалау" үткәрергә һәм ниндәйҙер параметрҙарға тап килмәгән осраҡта хәлде төҙәтергә тәҡдим ителә.
       Банктар берләшмәһе әҙерләгән "Рекомендациялар" БР Эшҡыуарҙар ойошмалары ассоциацияһында ҡатнашыусылар өсөн стандарттар сифатында ҡабул ителәсәк, тип билдәләнә. Эксперттар фекеренсә, был бәләкәй бизнес субъекттарының финанс грамоталылығын күтәрергә, шулай уҡ республикала банктарҙың нигеҙһеҙ баш тартыуына юл ҡуймаусы институт булдырырға ярҙам итәсәк.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал