6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Эш автоматта түгел...
10.03.04


       Барлыҡ магазиндарҙы тултырған автоматтарҙы йәнем һөймәй.
       Сөнки биш һум ырғытып, һуңынан өйрәтелгән маймылға оҡшап ( бәлки киреһенсә, ҡырағайҙыр), уйынсыҡ артынан төшкән ҡорамал
       артынан күҙәтеүҙең бер ҡыҙығын тапмайым. Әммә был быяла "мө ғжизәне" һәр ваҡыт халыҡ уратып алған була. Балалар ғына түг ел, ололар ҙа етерлек. Быны нимә менән аңлатырға була Уйын ҡомары типме Ниндәй хәлгә төштөк беҙ Ун йыл тирәһе элек ҡа ла буйлап таралған тирҙар ҙа файҙалыраҡ булған икән. Өс тинг ә унлап пуля һатып алаһың да, әйҙә мәргәнлегеңде күрһәт!
       Әммә ошо көндәрҙә был уйын автоматы минең йәнемде көйҙөрө п кенә ҡалманы, ҡыҙымдың күҙ йәштәренә лә сәбәпсе булды ул. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы ваҡыт мин дә баланың теләгенә буйһон оп, уға тимер бишлек тотторам. Был юлы йәкшәмбе кисендә икәү ләп йөрөп килергә булдыҡ. Юл ыңғайы аҙыҡ - түлек магазинына индек. Мин һөт продукты һайлаған арала ҡыҙым туп - тура әлег е автоматҡа йүнәлде. Уның тирәләй өс ир һәм бер ҡатын кеше т орғаны күҙемә салынды. Витрина эргәһендә тороп, ҡыҙымдың мин ең салғыйымдан тартҡылағанын да һиҙмәгәнмен. "Әсәй, мин уйын сыҡ айыу тартып сығарғайным, ә бына был ағай уны минән тарты п алды". Күҙҙәре мөлдөрәмә йәш... Әйтергә кәрәк, балама был
       автоматтан уйынсыҡ алыу йыш тәтемәй. Йә уйынсыҡ ярты юлда төшөп ҡала, йә бөтөнләй эләкмәй. Ә бына бөгөн приз булған ик ән. Мин ҡыҙыма йомшаҡ ҡына итеп ошондай уҡ уйынсыҡты һатып а лып бирергә тәҡдим итәйнем, тик ул күҙемә ҡарап: "Әсәй, мин ул уйынсыҡты үҙем тартып сығарғым килә, аңлайһыңмы" тип кен ә ҡуйҙы.
       "Нисек уйнаның, мин һиңә бөгөн аҡса бирмәгәйнем бит" тин ем мин иҫемә килеп . Баҡһаң, был магазинға ҡуйылған автоматт а биш һумға ике тапҡыр уйнарға мөмкин икән. Ҡыҙым биш һум тө шөрөп бер тапҡыр уйнап та бер нимә лә алмаған был ирҙең мата шҡанын күҙәткән, ул киткәс кнопкаға баҫҡан һәм баяғы уйынсыҡ
       айыуҙы һөйрәп тә сығарған. Үҙ бәхетенә үҙе ышанмайынса зәңг әр айыуҡайын күкрәгенә ҡыҫҡан һәм шул уҡ минутта баш өҫтөндә
       баяғы ир затының тауышы ла ишетелгән: "Уйынсыҡ минеке бит".
       Һәм оҙаҡ уйлап тормайынса тартып та алған, икмәккә сиратта
       торған ҡатынына тапшырған да. Ҡыҙымдың бәхетһеҙ йөҙөнә ҡара п, мин оло кеше, ул ғына ла түгел, ир кешенең ошондай түбәнс елеккә барыуына көскә ышандым. Уйынсыҡ бәлки иҫ китерлек тә булмағандыр, әммә ҡыҙым өсөн бындай ғәҙелһеҙлек биткә һуғыу менән бер ине. Мин нимә эшләй ала инем һуң
       Өйгә ҡайтҡас та ауыр уйҙарҙан ҡотола алманым. Минең кәйеф ем булмауын күреп, ҡыҙым да зәңгәр айыуҡайын хәтергә төшөрмә ҫкә тырышты. Әммә уға нисек ҡыйын булыуын күреп торҙом мин. Һәм бөгөн уның тормош мәктәбенең тағы бер дәресен үтеүен әй тергә мәжбүр булдым: тормош юлында ҡайһы бер ваҡыт ошондай ,
       һинән күпкә олораҡ, әммә аҡылға ултырмаған кешеләр осрай. У л ваҡытта инде балаҡайым, һиңә ҡатыраҡ була белергә кәрәк, т ик үҙеңдең хаҡлығыңа ышанған ваҡытта ғына.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал