6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Ике тигеҙ команда матчтары, әлбиттә, ҡатмарлы
26.03.08


       "Салауат Юлаев" - "Аҡ барыҫ". Йәшел кейемдәге кешеләр боҙҙа шыуа, уларҙы барыһы ла көсөргәнеш менән күҙәтә - был плей-оффтың икенсе матчы.
       Тәүге уйындағынан бөтөнләй айырмалы күренеш. Беренсе еңелеүҙән һуң "барыҫтарға" нимә ашатҡандарҙыр, әммә уларҙың үҫеш һәм уйын өсөн дәрте ташып тора.
       Һөжүмгә баҫым яһап, ҡунаҡтар хужаларҙың тубыҡтарын ҡалтыратыуға иреште. Бына ул - уңыш сере. Ярышташыңды ҡурҡыт, ул ҡойроғон ҡыҫасаҡ, ә ҡурҡаҡ, билдәле булыуынса, хоккей уйнамай.
       Журналистар Олег Твердовскийҙың матчтан һуңғы комментарийҙарын юғары баһалай. Бер кем дә уның кеүек "Салауат Юлаев"тың уйындарын шулай аныҡ, аңлайышлы, ентекле һәм шул уҡ ваҡытта команда буйынса партнерҙарының репутацияһына зыян итмәй генә баһалай алмай. Олег "Аҡ барыҫ" менән икенсе осрашыуҙан һуң шулай тине:
       - Беренсе уйында "Аҡ барыҫ" тәүге минуттан аҙағына тиклем беҙҙең яҡтан баҫым көтмәне. Бөгөн иһә беҙ уларҙы баһалап еткермәнек, "Аҡ барыҫ"тың шулай башларына әҙер булманыҡ. Был, әлбиттә, плеф-оффтағы тәжрибә. Был барыбыҙ өсөн дә, бигерәк тә йәш уйынсылар өсөн, һабаҡ буласаҡ, һәм мин киләһе уйындарҙа быға юл ҡуймаҫбыҙ, тип уйлайым.
       - Беҙ 0:3-кә отолманыҡ, ә бер шайбаға ғына, - тип мөһим иҫкәрмә яһай Твердовский, - Сидякин иҫәп 1:1 булған икенсе осорҙа гол индерһә, һөҙөмтә бөтөнләй икенсе төрлө килеп сығыр ине.
       Тағы бер мөһим момент - "юлаевсылар"ҙың күпселектә насар уйнауы. Миҙгел буйына Өфө клубы аҙсылыҡта ҡалған ярышташын "һындырырға" өйрәнә алмауы ябай күҙгә лә күренә. Руслан Нуретдиновтан башҡалары, әлбиттә. Был егетте "барыҫтар" үҙ тырнаҡтарынан ысҡындырыуы була, ул шунда уҡ шайба индерә. Тап Нуретдинов матчта берҙән-бер шайба ташлап, иҫәпте 1:1 яһаны. Александр Пережогин да, Андрей Таратухин да һәм башҡалар был юлы һүлпән уйнаны.
       "Аҡ барыҫ"тың нисек шайба индереүен тикшереп үтәйек. Башта Кирилл Кольцов ҡапҡа артындағы борт эргәһендәге көрәштә йығылды, Дмитрий Казионов шайбаны Александр Степановҡа тапшырҙы, ул мөйөштән Александр Еременконың аяғына ташланы. "Салауат Юлаев"тың ҡапҡасыһы мөйөштө ябып өлгөрмәне, шайба ҡапҡаға осоп инде.
       Кирилл Кольцов нишләп йығылды һуң? Трибунанан барыһын да күҙәтеп өлгөрөп булмай. Матчтан һуңғы матбуғат конференцияһында "Салауат Юлаев"тың кәңәшсе-тәрбиәсеһе, "Аҡ барыҫ"тың уйынсыһы аяҡ салды һәм арбитр уны уйындан сығармай яңылышты, тип хәбәр иткән. Быны мин үҙ ҡолаҡтарым менән ишетмәнем, сөнки мине аккредитациялауға индермәнеләр. Бәлки, "барыҫтар"ҙың үҙҙәренән һорарғалыр? Ләкин улар матбуғат вәкилдәре менән аралашмай. Олег Петров беҙгә, хужаларға зарланыуы гонаһ - "Аҡ барыҫ"та уйындан сығарыуҙар күп булды, тине. Бындай яуап, аңлауығыҙса, аҙ асыҡлыҡ индерә.
       Нимә эшләргә? Кирилл Кольцовтың үҙенән һорарға кәрәк. Журналистар уны оҙаҡ көттө, яғымлы ғына итеп бер аҙ интервью биреү өсөн ваҡыт бүлеүен һоранылар һәм хатта унан комментарий көтөп, диктофондары менән теҙелеп баҫтылар, ләкин был әҙәм үҙен сиктән тыш әҙәпһеҙ тотто - боролоп сығып китте лә, машинаһына ултырып, китеп тә барҙы. Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең йәне көйөп, эстән генә, ул тиҙерәк Өфөнән китһен, башҡа клубта күпме теләй, шул тиклем йығылһын әйҙә, тип теләп ҡалды.
       Икенсе көнөнә генә мин интернеттан Кольцовтың йығылған ваҡытын һәм шул мәлдә Степановтың гол индереүен ҡараным. Ентекләп оҙаҡ ҡарағандан һуң ғына "Аҡ барыҫ" уйынсыһы Дмитрий Казионовтың сәкәнен Кольцовтың аяҡ араһына тығып, Кирилды йығыуын күрҙем. Ҡағиҙә боҙоу булған.
       Кәйефе ҡырылған Александр Еременко матчтан һуң:
       - Мин һаҡсыға ышанып, ҡапҡа артындағы уйынсыны күҙәтә башланым. Ул ҡапҡа штангаһы артынан сығып, шайба ырғытыуы ихтимал ине бит. Мин икенсе яҡҡа ынтылдым һәм мөйөштө ҡаплап өлгөрмәнем. Икенсеһенә шайба индергәндә лә һаҡсыларға ышанып ҡолаҡ ҡаҡтым, - тине.
       "Аҡ барыҫ"тың икенсе, еңеү шайбаһы - "Салауат Юлаев"тың тренерҙар штабының хатаһы эҙемтәһе.
       "Аҡ барыҫ" легионерҙары Роберт Эш менән Петр Чаянек, башҡа ҡайһы бер уйынсыларҙан айырмалы рәүештә, һис инәлтмәйенсә генә комментарий бирҙе. Был сит ил вәкилдәре һәм элекке НХЛ уйынсылары яғымлы һәм ябай һөйләште. Чаянек Эшты маҡтаны, ә Эш "Салауат Юлаев" тураһында ҙур ихтирам менән телгә алды һәм Татарстанда яҡшы матчтар вәғәҙә итте.
       "Аҡ барыҫ"тың ҡапҡасыһы:
       - "Юлаевсы"лар индергән өс шайбаның ҡайһын тота ала инем? Ҡапҡасылар бөтә шайбаларҙы кире ҡаға ала, тип уйлайым, тик һәр ваҡыт улай килеп сыҡмай шул, - тип билдәләне.
       "Салауат Юлаев" голкиперы Александр Еременко, үҙемдә "Аҡ барыҫ"ҡа ҡаршы ҡапҡала артабан да уйнарлыҡ көс тоям, ләкин Ҡазанда уны кемгә ышанып тапшырырҙарын белмәйем әле, тине.
       - Өфөләге ике уйын да беҙҙең серияла бер кем дә беренсе номер менән уйнамаясағын күрһәтте, - тип һығымта яһаны Ҡазандағы матчтарға Олег Твердовский, - ике тигеҙ команданың матчтары ҡатмарлы буласаҡ.
       Бер кем дә башҡаны көтмәй ҙә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал