6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Бейеү һәм ҡара юрға хаҡында
25.03.08


       Сағыу тәьҫораттар, ғәжәпләндереү һәм хатта һоҡландырыу вәғәҙә итеп, БР Дәүләт академия рус драма театры һәм Италияның "Botega" хәҙерге заман бейеү театры артистары үҙ һүҙҙәрендә торҙо. Тәүгеһенең "Ҡара юрға" спектакле һәм икенсеһенең "Оstro" бейеүҙәре залда көслө алҡыштар тыуҙырҙы. Рус драма треатрының художество етәксеһе Михаил Рабинович менән итальян театры етәксеһе Энцо Челли, "Италия-Рәсәй: мәҙәниәттәр осрашыуы" проектын уйлап сығарып һәм тормошҡа ашырып, һис отолмаған.
       Ике көн буйына сәхнәлә ике спектакль дә барҙы. Тамашасылар спектаклдәрҙе лә ҡарай алһын һәм арымаһын да өсөн - ваҡыт байтаҡ талап ителә бит - "Ҡара юрға"ны мөмкин тиклем ҡыҫҡартҡандар. Ләкин бынан спектакль үҙ матурлығын, мәғәнәһен юғалтмаған.
       Проект авторҙары ике төрлө нәмәне берләштерә алған. "Ҡара юрға" - спектакль, уның нигеҙенә Ғәзим Шафиҡов эшкәртеүендә башҡорт халҡы легендалары һалынған һәм "Оstro" - бөгөнгө көн тураһында. Ләкин юҡ, тегеһе лә, быныһы ла бер үк теманы күтәрә - этник, драматик, музыкаль традицияларҙы һаҡлау.
       Тәүҙә өфөләр иғтибарына "Ҡара юрға" тәҡдим ителде. Спектаклдең сюжеты Мәсем байҙың, әгәр аты бәйгелә Нөгөш бейҙең бейәһенән артта ҡалһа, үҙ ҡыҙы Маҡтымһылыуҙы Нөгөш бейгә кейәүгә бирергә вәғәҙә итеүенә ҡайтып ҡала. Ҡара юрға үҙенә атланған һыбайлы егетте өҫтөнән ырғыта ла билдәһеҙ йүнәлештә сабып сығып китә. Мәсем бай атын юғалта, хәҙер инде яратҡан ҡыҙынан да ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал. Былай булмаясаҡ - ти ул үҙе лә, ябай егет Әбүләйгә ғашиҡ ҡыҙы Маҡтымһылыу ҙа. Байҙар араһында һуғыш башланып китә. Ләкин боронғо риүәйәткә ярашлы, барыһы ла яҡшы тамамлана. Быны хәҙерге тормош һәм унда йәшәүсе кешеләр раҫлай. Спектакль бик көслө тәьҫир итә. Бында ролдәрҙе башҡарыусы актерҙар - Александр Федеряев, Тимур Ғарипов, Айгөл Шакирова, Владимир Латипов--Догадовтың һәм спектакль өҫтөндә эшләгән авторҙар коллективының - режиссер Михаил Рабиновичтың, балетмейстер Александр Пепеляевтың, костюмдар буйынса рәссам Алла Коженкованың һәм яҡтылыҡ буйынса рәссам Анатолий Кузнецовтың ҡаҙанышы ҙур.
       Һуңғылары, әйткәндәй, Мәскәүҙең танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре, уларҙы хеҙмәттәшлек итергә Михаил Исакович саҡырған. "Ҡара юрға" ғәжәйеп матур спектакль. Ижад ителгән бай тарихи костюмдары, спектакль барышында ҡулланылған сағыу полотнолары менән дә. Һәм, әлбиттә, актерҙар башҡарыуында йыр һәм бейеүҙәре менән дә.
       Мөхәббәт хаҡында бөтә әйтелгәнме? Бөтә йырланғанмы? Юҡ, был тема "Оstro"ла үҙ дауамын таба. Өнһөҙ итальяндар, эстафета таяғын ҡабул итеп, был тойғо тураһында хореография телендә бәйән иттеләр. Композицияларҙа икешәр, өсәр, дүртәр кеше ҡатнашты.
       Ҡайһы спектакль нығыраҡ оҡшауы хаҡында айырып әйтеүе ҡыйын. Ләкин шуныһы ғәжәп, күптәр театрға итальян спектаклен ҡарарға тип килгән. Рус драмтеатры репертуарында "Ҡара юрға" кеүек ҡыҙыҡлы спектакль булыуы улар өсөн үҙе бер асыш булды. Театр сәхнәһендә ул ун йыл инде барыуға ҡарамаҫтан, күптәр уның тураһында яңы ғына белде. Хатта ҡайһы берәүҙәр спектакль тәьҫиренә бирелеп, итальяндарҙың сығышына вайымһыҙ ҡалды. Шулай ҙа, әйтергә кәрәк, "Ҡара юрға" ла, "Оstro" ла - бик көслө спектаклдәр. Әгәр беренсеһен өфөләр аҙаҡтан да ҡарай алһа, икенсеһен күреү өсөн ашығырға кәрәк - бөгөн "Вotega" итальян хәҙерге заман бейеү театры ҡалабыҙҙа һуңғы көн сығыш яһай.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал