6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Әхлаҡи принциптарҙы кире ҡаҡмайынса, бай булырға ынтылыу - нормаль хәл
25.03.08


       Һуңғы айҙа Өфөлә күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар бер ярым процентҡа күтәрелде. Тимәк, бер йылда улар 18 процентҡа артыуы ихтимал! Дәүләт иһә, республика баш ҡалаһы буйынса квадрат метрҙың уртаса хаҡы 27 мең һумдан саҡ ҡына күберәк булыуҙан сығып, субсидия бирергә тәҡдим итә. Күренеүенсә, үҙеңдең йыйынтыҡ аҡсаң булыуы мотлаҡ.
       Хәтерегеҙҙәлер, скептиктар, хәҙерге хөкүмәт менеджерҙары йүнәлеш тоторға тәҡдим иткән "шәхси-дәүләт партнерлығы" нимә икән, тип аптырашалар ине. Бының мәғәнәһе ябай: әгәр үҙеңә икмәккә аҡса етмәүен иҫбатлаһаң ғына бюджет һиңә аҡса бирәсәк. Икмәк өҫтөнә май һылап ашарға теләйһең икән, үҙ кеҫәңдән өҫтә.
       Ондоң, әйткәндәй, хаҡы артҡандан-арта. Республика Ауыл хужалығы министрлығында, магазиндарҙа социаль булкалар һәм батондар ҡаласаҡ, тип вәғәҙә иттеләр. Ләкин оҙаҡҡа микән - бер кем дә гарантия бирә алмай, хәйер, йыйынмай ҙа. Танылыу яулау - яҡшы түгел. Был турала бөтә номенклатура боролоштарын кисергән Пастернак иҫкәрткән. Шул уҡ ваҡытта социалистик мораль, ярлы булыу бөтөнләй оят түгел, тип иҫкәрткән. Бай булыу, йәнәһе, күпкә насарыраҡ.
       Күптән түгел Росстат илдә уҙған йылдағы эш хаҡтарының һәм башҡа төрлө аҡсаларҙың аныҡ иҫәптәрен баҫып сығарҙы. Бай рәсәйҙәрҙең һәм ярлыларҙың керемдәре араһындағы айырма кәмемәү генә түгел, артҡан. Ни бары бер йыл эсендә - 17 тапҡырға. Эксперттарҙың шым ғына иҫкәртеүен иҫкә төшөрөп үтер инем - әгәр йәмғиәттә бай һәм ярлы ҡатлам араһындағы айырма 10 тапҡырға етһә, тамырынан үҙгәрештәр көт, тигәйне улар. Быуат башында Рәсәйҙә был айырма 12 тапҡырға ине һәм тәрәнәйә барыуҙан туҡтағаны юҡ. Шулай ҙа йәшәп ятабыҙ ҙа...
       Керемдәр структураһы үҙгәргән икән, баҡһаң. Хәҙерге яңы урыҫтарға эш хаҡы түгел, ә башҡа төрлө килемдәр - вкладтар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар буйынса проценттар, активтарҙың һәм ҡиммәтле металдарҙың хаҡы артыуы мөһимерәк. Ә бит быларҙың барыһына ла ҡәҙимге граждандарҙың килем сығанаҡтарына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ ҡаҙна түләүҙәре һалына.
       Хатта прогноз яһаусылар ҙа, аҫтан ғына ҡарап, халыҡтың килем айырмаһы буйынса айырылыуы яҡындағы йылдарҙа туҡтамаясаҡ, ти. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәрҙең иң бай ундан бер өлөшөнөң килеме ярлы "ундан бер өлөшөнөң" килеменән 22 тапҡырға күберәк. Ә бит ил халҡының тап иң ярлы категорияһы - иң намыҫлыһы һәм ябайы, сөнки уның бөтә булған керемдәре - пенсияһы һәм дәүләт пособиелары. Шул уҡ ваҡытта пенсиялар һуңғы ике йылда иғлан ителгән инфляция кимәленән дүрт процентҡа ғына алға китте.
       Бай булырға ынтылыу, әгәр башҡа кешеләрҙе, ниндәй ҙә булһа әхлаҡи-этик принциптарҙы кире ҡағыуҙарға бәйләнмәһә, - нормаль күренеш. Бөгөн, маҡсат сараны аҡлай, тип иҫәпләгән аяуһыҙ замандар үтте. Телевидение аша, ауыр 90-сы йылдар бөтөнләй артта ҡалды, тип иғлан ителде бит. Ләкин ул заманаларҙың яҡшы яғы ла бар ине - мәҫәлән, килер һалымдың айырымланған ставкаһы. Ул саҡта ярлыларҙың да колбасаға бер аҙ аҡсаһы ҡалыр, байҙар ҙа Британия футболы иҡтисадына инвестицияларға аҙыраҡ аҡса тотонор ине. Шулай түгелме ни?
       Ярлыларҙың һәм байҙарҙың мәңгелек ҡапма-ҡаршы тороуы - тап социаль принципһыҙ илдәрҙә ул ҡапма-ҡаршылыҡҡа әйләнә - әлбиттә, социаль күтәрелешкә килтерә. Бөтә тарих китаптарында шулай яҙылған. Тик әгәр бәләкәйҙән башларға икән, ниңә һуң административ ихтыяр күрһәтеүҙән башламаҫҡа? Уҙған сентябрь айында федераль закон менән 2,3 мең һум күләмендә билдәләнгән яңы минималь хеҙмәт хаҡын ғына алайыҡ. Бөтә төбәктәр ҙә үҙ биләмәләрендә үҙ йүнәлештәрен билдәләй, йәғни юғары социаль йөкләмәләр ҡабул итә ала. Мәҫәлән, Калининград өлкәһендә минималь хеҙмәт хаҡы биш мең һум күләмендә билдәләнгән, беҙгә иң яҡын төбәктәрҙән Сыуашстан айырылып тора - 3,3 мең һум. Бәлки, башҡаларға ла был тәжрибәне ҡулланырға кәрәктер...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал