6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәғарифтың киләсәге бармы?
24.03.08


       Ике кимәлле белем биреү системаһына күсеү үҙ ваҡытында күп шау-шыу тыуҙырҙы. Хәйер, илебеҙҙә бөтә яңылыҡтарға ла ышанмай ҡарайҙар. Һәм хәҙер илебеҙҙең бөтә педагогтар йәмғиәте түҙемһеҙлек менән закон тулыһынса көскә инәсәк 2009 йылдың сентябрен көтә. Ләкин ике кимәлле белем биреү системаһына күсеү мотлаҡ бойомға ашырыласағына ҡарамаҫтан, Рәсәй педагогтары әле булһа шикләнә. Күсеүҙең күп моменттары әле булһа билдәһеҙ бит.
       Рәсәйҙең күп педагогия вуздары вәкилдәре белем биреү стандартында төбәк компонентын һаҡлау тураһында борсола. Яңы өсөнсө быуын белем биреү стандарттарын эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе ваҡытлыса ғилми-тикшеренеү коллективы, илдең белем биреү йорттарының уҡыу программаларынан төбәк компоненты тулыһынса юғаласаҡ, тип белдерҙе.
       - Милли республика вәкиле булараҡ, миңә белем биреүҙә төбәк компонентын һаҡлау тураһындағы мәсьәлә бик мөһим, - ти Йылабуға дәүләт педагогия университеты ректоры Айҙар Кәлимуллин. - Төбәк компонентын ҡыҫҡартыу ғына түгел, асылда уҡыу программаларынан бөтөнләй алып ташланасағы хаҡында бөтәһе лә ишетеп белә. Мин был айҡанлы милли юғары уҡыу йорттарының фекерен иғтибарға алырҙар, тип өмөтләнәм. Милли вуздар - Рәсәй мәғарифының ғорурлығы, хазинаһы бит ул. Беҙ был йүнәлештә ыңғай аҙымдар көтәбеҙ.
       Беҙҙең республикала белем биреүҙә төбәк компонентын үҫтереү һәм камиллаштырыу өсөн бик күп эшләнә. Бөтә мәсьәләләр БР Хөкүмәте кимәлендә хәл ителә.
       - Милли мәғариф Рәсәйҙең күп халыҡтарының татыу йәшәү гаранты булып тора, - тип дауам итә Айҙар Кәлимуллин. - Башҡаларҙың, айырым алғанда, Европа илдәренең тәжрибәһенә таянып, беҙ мәғариф өлкәһендәге хата аҙымдар милләт-ара конфликттарға килтереүе мөмкин икәнен яҡшы беләбеҙ. Хәҙер беҙ быны Косово миҫалында күҙәтәбеҙ. Шуға күрә беҙ белем биреүҙә төбәк компонентын һаҡлауҙы яҡлап сығыш яһаясаҡбыҙ.
       Рәсәй - күп милләтле ил. Ҙур илебеҙ территорияһында йәшәүсе халыҡтар тыныс һәм татыу йәшәргә тейеш. Һәр халыҡтың туған телен, үҙ тыуған яғының мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү өсөн мөмкинлеге булырға тейеш. Был бигерәк тә милли республикаларға ҡағыла.
       - Беҙҙең милли республикалар башҡорт һәм татар телдәрен, үҙ республикаһының тарихын һәм башҡа дисциплиналарҙы өйрәнеүҙең мөһимлеген бик яҡшы аңлай, - тип иҫәпләй Айҙар Кәлимуллин. - Шуға күрә төбәк компонентын һаҡлау тураһындағы мәсьәлә мотлаҡ ҡаралырға тейеш.
       Күп кимәлле белем тураһында законды ҡабул иткәндән алып РФ Мәғариф һәм фән министрлығы коллегияһында төбәк компонентын һаҡлау кәрәклеге тураһындағы мәсьәлә күп тапҡырҙар күтәрелде.
       - Хәҙерге ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығында был проблеманы ыңғай аңлау күҙәтелә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Айҙар Кәлимуллин. - Беҙ 90-сы йылдар уртаһынан алып тупланған ыңғай тәжрибәбеҙ иҫәпкә алыныр, тип ышанабыҙ. Төбәк компонентын индереү үҙе лә еңелдән булманы бит. Шулай ҙа беҙ уға ирештек. Һәм беҙҙең туплаған тәжрибәбеҙҙе юғалтҡыбыҙ килмәй.
       Белем биреү программаларындағы төбәк компоненты күп кенә мөһим функциялар үтәй. Ул мөһим донъяға ҡараш проблемаһын хәл итә, йәштәрҙә патриотизм тойғоһо тәрбиәләү һәм граждандар йәмғиәте ойоштороу элементтарының береһе булып тора.
       - Әгәр беҙ уҡыу программаларынан төбәк компонентын алып ташлау ҡарары менән килешһәк, беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ насарлыҡ эшләйәсәкбеҙ, - ти Айҙар Кәлимуллин. - Хәҙер әхлаҡлылыҡтың түбән төшөүе, йәштәрҙә патриотизм тойғоһоноң юғалыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Ә бит туған телдәр, тыуған яҡ тарихы һәм мәҙәниәте үҫеп килеүсе быуында патриотизм тәрбиәләй. Шулай булғас, уҡыу пландарынан төбәк компонентын тулыһынса алып ташлар алдынан яҡшылап уйларға кәрәк. Кешеләр үҙ республикаһын, ҡалаһын яратырға, үҙ иленең тарихы менән ғорурланырға тейеш.
       Рәсәйҙең һәр төбәгенең үҙ үҙенсәлектәре. Һәр ерҙә үҙ климат шарттары, милли составы. Шуға күрә лә бөтә уҡыу йорттарын бер ҡалыпҡа һалырға ярамай.
       - Уҡытыуҙың һуңғы схемаһы юғары уҡыу йортоноң үҙенә бәйле булырға тейеш, - тип иҫәпләй Ырымбур дәүләт педагогия университеты ректоры Виктор Болодурин. - Стандарттар һәр уҡыу йорто үҙ юлын үҙе һайларлыҡ итеп эшкәртелергә тейеш. Вуздарға күберәк үҙаллылыҡ бирергә кәрәк. Теләйбеҙме беҙ быны, юҡмы, әммә һәр субъектта үҙ төбәк компоненты булырға тейеш. Ҡаты сик ҡуйырға ярамай. Ырымбур халҡы күп милләтле. Бында беҙ үҙ яғыбыҙҙың байлығын күрәбеҙ. Һис шикһеҙ, беҙ үҙебеҙҙә йәшәгән һәр халыҡтың мәнфәғәтен иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Ырымбур өлкәһе биләмәһендә йәшәүселәргә үҙ яғы тарихын өйрәнеүе ҡыҙыҡлы. Башҡа төбәктәрҙә лә шулайҙыр, тип уйлайым.
       - Беҙҙең вуз тап төбәк компонентын өйрәнеүгә бик күп иғтибар бирә, - ти Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның уҡыу эше буйынса проректоры Максим Михайлов. - Беҙҙә республиканың милли үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә йүнәлтелгән байтаҡ махсус курстар булдырылған. Бында милли телдәрҙе, республика, Өфө тарихын, БР иҡтисадын, Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ нигеҙҙәрен өйрәнеүгә төп иғтибар бирелә.
       Әгәр уҡытыусы мәктәпкә эшләргә бара икән, ул төбәктең үҙенсәлектәрен белергә һәм иҫәпкә алырға тейеш. Бында һүҙ тел тураһында ғына бармай. Төбәк компоненты күберәк культурологик, үҫтереү функцияһын үтәй, кешенең гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләй.
       - Краснодар крайында, Башҡортостанда һәм Сахалинда уҡытыусы әҙерләүҙе сағыштырырға ярамай. Ул, һис шикһеҙ, төрлө буласаҡ. Беҙ ниндәйҙер абстракт уҡытыусы әҙерләй алмайбыҙ. Ул абстракт балалар менән эшләмәйәсәк бит! Шуға күрә уҡыу программаларында төбәк компонентын һаҡларға кәрәк тә, - тип фекер йөрөтә Максим Михайлов.
       Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарының төбәк, милли үҙенсәлектәрен мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк. Ләкин был нисек эшләнер - әлегә ҙур һорау булып ҡала. Шуға күрә мәғариф берләшмәһе өсөнсө быуын дәүләт белем биреү стандарттарын түҙемһеҙләнеп көтә. Әммә бөтә һорауҙарға тәғәйен яуаптар, ике кимәлле белем биреү тураһында закон ғәмәлгә ингәс, киләһе йыл ғына билдәле буласаҡ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал