6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Фатир һатып алғас та санитар эшкәртеү үткәр!
24.03.08


       Әйтәйек, арзаныраҡ хаҡҡа ниндәйҙер бер эскесенән бысраҡ, әммә өс-дүрт бүлмәле фатир һатып алырға булдың, ти. Ҙур майҙан - әлбиттә, яҡшы. Тик бына тәрбиәһеҙ хужа ниндәй ҙә булһа хәүефле йоғошло ауырыу менән сирләү ихтималлағы хаҡында күптәр уйланмай. Мәҫәлән, туберкулез менән. Һеҙ уның хәленән бигерәк, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн бурыстары бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында ҡыҙыҡһынаһығыҙ...
       Ысынында иһә бындай проблема бар. Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш врачы Миңленур Азаматова әйтеүенсә, РФ "Роспотребнадзор"ының БР буйынса идаралығы ярҙамында уларҙың учреждениеһы Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына, һатылған фатир хужаларынан фтизиатрҙан белешмә килтереүен талап итергә кәрәк, тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итте.
       Кемдер өсөн был, бәлки, "артыҡ" ҡағыҙҙыр, уның ҡарауы, ул һатып алыусыларға буласаҡ йортоноң йоғошло ауырыу сығанағы булып тормауын гарантиялай. Ләкин тәҡдим кире ҡағылды: ул, йәнәһе, кеше хоҡуғын боҙа. Дөрөҫөн әйткәндә, бик йәл. Сөнки теләһә ниндәй ауырыу, торлағын һатып, аҙаҡтан "коммуналка"ға сығып йәшәй башлаһа, унда бит өлкәндәрҙән тыш, балалар ҙа бар.
       РФ "Роспотребнадзор"ының БР буйынса идаралығы етәксеһе Роберт Такаев әйтеүенсә, бындай осраҡта икенсел торлаҡты һатып алғандан һуң шунда уҡ бинаға санитар эшкәртеү үткәрергә кәңәш итергә мөмкин. Бында туранан-тура ҡояш нурҙары ярҙам итмәй. Ҡайнатҡанда микроб биш минуттан һуң ғына үлә.
       Тимәк, туберкулездан һаҡланырға теләһәң - профилактика тураһында хәстәрлек күр. Роберт Мөхәммәт улы фекеренсә, был проблеманы хәл итеүҙең иң яҡшы юлы. Юҡҡа ғына сабыйҙарҙы хәүефле сирҙән һаҡлау өсөн тыуғандың өсөнсө көнөнә үк уларға вакцина яһамайҙар бит. БЦЖ прививкаһы арҡаһында сабыйҙа аҙмы-күпме туберкулезға ҡаршы иммунитет эшкәртелә. Һуңынан балаға тағы ике тапҡыр - 7 һәм 14 йәшендә прививка яһайҙар. Ә үҙ һаулығына вайымһыҙ булмаған өлкәндәргә инде йыл һайын флюорография үтергә кәрәк.
       Ҡағиҙәләр, күреүегеҙсә, ябай. Быға өҫтәп инде өйҙә таҙалыҡ һәм яҡшы туҡланыу мөһим.
       Ғөмүмән алғанда, бөгөн "туберкулез" күрһәткестәрен кәметеүгә йүнәлтелгән бөтә сараларға ҡарамаҫтан, был сир элеккесә күптәребеҙҙең ғүмеренә янай.
       Рәсәйҙәге эпидемиологик хәл бөгөн имен түгел тип баһалана. 2007 йылда һәр 100 мең кешегә 74 туберкулез менән сирле тура килде. Башҡортостанда һәр 100 мең кешегә туберкулездың асыҡ йәки ябыҡ формаһы менән яфаланыусы 43-47 кеше тура килә.
       Нисә йыл инде туберкулез буйынса иң юғары күрһәткестәр Өфөлә, Туймазыла һәм Стәрлетамаҡта. Райондарҙы алғанда - Бөрйән, Краснокама, Бишбүләк, Иглин һәм башҡалар.
       Күп осраҡтарҙа туберкулез менән сирләүселәр - аҙ тәьмин ителгән ҡатлам кешеләре. Улар араһында эшләмәүсе граждандар байтаҡ (65 процент). Алкоголиктар ҙа, наркомандар ҙа етерлек. Бындай кешеләргә, әлбиттә, хатта бушлай булһа ла дауаланырға кәрәклеген аңлатыуы ҡыйын. Улар ҡайһы берҙә дауахананан ҡасып сығалар.
       Ғөмүмән, ундайҙар өсөн ябыҡ типтағы дауалау учреждениелары булдырыу яҡшы булыр ине. Теләйһеңме-юҡмы, һине төҙәлгәнсе дауалайҙар, унан инде "дүрт яғың - ҡибла". Юҡһа, бөгөн - дауаланам, иртәгә - юҡ. Бында ниндәй дауалау һөҙөмтәһе тураһында һүҙ барыуы мөмкин булһын?
       Ярай, араҡы йәки доза беренсе урынға ҡуйылған аңһыҙ ауырыуҙарҙың ябыҡ формалағы туберкулез булһа - бер хәл. Ә әгәр асыҡ формала булһа, һәм ул үҙенең хәүефле ҡаҡырығы менән күп кешеләр менән аралашһа? Дауахана - төрмә түгел бит. Унан ҡасып сығыуы бик еңел. Шуға күрә кешенең, мәжбүр итмәйенсә, үҙенең дауаланырға теләге булһын. Ләкин бындайҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп түгел. Дөрөҫ, былтыр суд инстанциялары ярҙамында 113 ошондай ауырыуға мәжбүри дауаланырға ҡушылды. Әммә судҡа 112-һе килде, ә дауаланыуға инде унан да аҙыраҡ - 92 генә.
       Етмәһә, улар врачтарҙы нимә генә тип әрләмәйҙәр, янамайҙар. Врачтар быға күнегеп тә бөткән инде, тик шуныһына ғәжәп ҡылалар: бындай бәләгә тарыусыларға тағы нимә кәрәк икән? Ҡиммәт препараттар менән дауалау бушлай, ашау ҙа бит "ҡәҙимге" стационарҙарҙағы менән сағыштырырлыҡ түгел (тәүлегенә пациентҡа 85 һум ҡаралған).
       Туберкулез менән сирләүселәр араһында күптән түгел иркенән мәхрүм итеү урынынан ҡайтыусылар байтаҡ. Бөгөн туберкулез буйынса амнистия юҡ. Ауырыуҙарҙы туранан-тура СИЗО-ла дауалауҙар. Тәбиғи, ултырыу срогы үтеү менән дауалау ҙа тамамлана, һәм ауырыу йәшәгән урыны буйынса дауаланып бөтөргә тейеш.
       Былтыр туберкулез менән сирле 294 яҡташыбыҙ иреккә сыҡты. Уларҙың 267-һе генә (92 проценты) медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте. Ҡалған һигеҙ проценты "юҡ булды", һәм уларҙы табырлыҡ та түгел. Әлбиттә, был "юғалған" кешеләр тирә-йүндәгеләргә ҡурҡыныс тыуҙыра.
       Туберкулез һәм башҡа хәүефле ауырыуҙар таралыуҙың тағы бер сығанағы - "иҫәпкә алынмаған" мигранттар. Бөгөн - Өфөлә, иртәгә инде Һамарҙа булған был гастарбайтерҙар менән нисек көрәшергә? Уларҙы ҡайҙан, нисек эҙләргә?
       Ләкин ситтән килеүселәр генә битарафлыҡ күрһәтмәй. Бына бер миҫал - Өфөнөң 16 кеше йәшәгән бәләкәй бер ятағы. Бер ирҙә туберкулез табалар, һәм нимәһенә хайран ҡалдыҡ: хатта бәләкәй балалары булған ҡалған бөтә ғаиләләр профилактик дауаланыуҙан баш тарта!
       - Ни өсөн кешеләребеҙ бәүелендә эрен күргәс кенә врачҡа йүгерә һуң? - тип әсенеп һөйләй Республика туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш врачы. - Ә ҡаҡырыҡ менән йүткергәндә үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнәләр. Туберкулез - мәкерле ауырыу, ә дауалау процесы бик оҙайлы. Шулай булғас, бәлки, үҙ һаулығың тураһында алданыраҡ борсолорға кәрәктер?
       24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө икәнлеген күптәр белә. Шуға күрә 24 һәм 25 мартта теләгән бер кеше махсус күсмә ҡоролмаларҙа бушлай флюорографик тикшереү үтә һәм фтизиатрҙан консультация ала ала.
       Күсмә ҡоролмалар Өфөлә, Сибайҙа, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта эшләйәсәк. Улар кешеләр күпләп тупланған урындарҙа урынлаштырыласаҡ. Өфөлә - Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙарында.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал