6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Демография

Беҙ, башҡортостандар, нисәү?
21.03.08


       Дүрт миллиондан ашыу. Аныҡ итеп әйткәндә - 4104336 кеше. Был мәғлүмәттәрҙе Федераль дәүләт статистикаһы килтерә.
       Бөгөнгө көнгә ҙур илебеҙҙә даими йәшәүсе халыҡ 142 миллион тәшкил итә. Күрһәткес, әйткәндәй, 1984 йылдың уртаһындағы рәсәйҙәрҙең дөйөм иҫәбенә тура килә.
       Демографик хәлде яҡшыртыуға республикабыҙ йыл һайын тос өлөш индерә. Шуға күрә лә Рәсәй субъекттары исемлегендә беҙ нисәнсе йыл рәттән илдең халыҡ иң күп йәшәгән төбәктәренең береһе булып ҡалабыҙ.
       Халыҡ иҫәбе буйынса беҙ әлегә етенсе урындабыҙ. 85 төбәктән беҙҙән алда Мәскәү (2008 йыл башына 10,5 миллион кеше), Мәскәү өлкәһе (6,7 миллион), Краснодар крайы (5,1 миллион), Санкт-Петербург (4,6 миллион), Свердловск өлкәһе (4,4 миллион) һәм Ростов өлкәһе (4,3 миллион).
       Татарстанда, Силәбе, Һамар, Нижегородка һәм Төмән өлкәләрендә 3,2-нән алып 3,8 миллионға тиклем кеше йәшәй һәм эшләй.
       Башҡортостанда халыҡтың тығыҙлығы һәр квадрат километрға 28,6 кеше тәшкил итә.
       Тәүге тапҡыр төбәк бынан 15 йыл элек "дүрт миллионлы" булды. Ә 1998 йылдан халыҡ 4,1 миллиондан ашыу кимәлендә тотороҡло һаҡлана. Ун йыл буйына халыҡ иҫәбе артмаһа ла, элекке кимәлдә һаҡланып килә.
       Ике миллион 415 мең башҡортостандар хәҙерге ваҡытта ҡалаларҙа йәшәй. Ауылда йәшәүселәр республикала бер миллион 636 мең кеше иҫәпләнә.
       Башҡортостанстатта хәбәр итеүҙәренсә, былтыр республикала тыуымдың артыу, үлемдең кәмеү һәм халыҡтың миграция үҫеше тенденцияһы дауам иткән. Яңы йөҙ йыллыҡ башынан алып былтыр тәүге тапҡыр республикала даими йәшәүсе халыҡ иҫәбендә билдәле бер тотороҡлолоҡ күҙәтелә башланы.
       2007 йыл төбәккә 50987 сабый бүләк итте - элгәре йылдағынан 13,2 процентҡа күберәк. Үлем 0,7 процентҡа кәмеү менән бер рәттән халыҡтың тәбиғи үлеме 2,6 тапҡырға кәмене.
       Үлем һәм тыуым күрһәткестәре буйынса республикала хәл түбәндәгесә. Үлемдең тыуымдан артыуы Башҡортостанда былтыр 7,7 процент тәшкил итте, ә 2006 йылда ул 22,8 процент ине.
       Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беҙ тыуым кимәле һәм үлемдең иң түбән кимәле буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙә халыҡтың тәбиғи кәмеү кимәле лә түбән.
       Тыуымдың дөйөм коэффициенты былтыр бер ҡатын-ҡыҙға иҫәптә 1,610-ға тиклем етте. 2006 йылда ул бер ҡатын-ҡыҙға иҫәптә 1,413 тәшкил иткәйне. Быуындарҙы алмаштырыу өсөн был коэффициент күләме 2,2 тирәһе тәшкил итеүе кәрәк. Башҡортостанда бындай кимәл 1991 йылға тиклем күҙәтелде.
       Бала табыусыларҙың йәшенә килгәндә, былтыр йышыраҡ 25-39 йәшлек ҡатындар әсәй булды. Нимәһе ҡыҙыҡ, белгестәр 30-39 йәшлектәр төркөмөндә беренсе балаһын табыусылар һаны артыуын билдәләй.
       Күмәк балалы ғаиләләр электән күп булған Башҡортостанда хәҙер ҙә икенсе һәм унан һуңғы балалар тыуыуы артыуы күҙәтелә.
       2006 йыл менән сағыштырғанда 2007 йылда икенсе балаһын табыусылар һаны - 23,4 процентҡа, өсөнсөһөн - 35,7 процентҡа, дүртенсеһен - 27,2 процентҡа, бишенсеһен һәм унан һуңғы балаһын табыусылар 38,5 процентҡа артты.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал