6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Сәсеү етә - ҙур уңышҡа иҫәп тот!
21.03.08


       РФ иҡтисады тармаҡтары алдында торған бөтә етди бурыстарҙы ведомство-ара комиссияларҙа алдан һәм ентекле тикшереү яҡшы традицияға әйләнде.
       Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек нисек бара? Сираттағы ауыл хужалығы кампанияһы башланыу менән бәйле ауыл эшсәндәре алдында ниндәй проблемалар тыуа? 2008 йылда миҙгелле баҫыу эштәрен үткәреү буйынса Ведомство-ара комиссияның Өфөлә үткәрелгән күсмә ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
       Тотош ил буйынса агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге хәлдәр тураһында һөйләп, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Үҫемлекселек, химиялаштырыу һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау департаменты директоры Петр Чекмарев, тармаҡ һуңғы ваҡытта тотороҡло, ыңғай үҫешә, тип билдәләне. Волга буйы федераль округында ғына былтыр 22 миллион тонна иген йыйып алынды, ә бөтә Рәсәй буйынса - 85 миллион. Волга буйы федераль округында уңыш йыйыу буйынса һәр ваҡыттағыса Башҡортостан, Мордовия һәм Татарстан кеүек төбәктәр алда бара.
       Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов билдәләгәнсә, был күрһәткестәр осраҡлы түгел. Республикабыҙ - төп аҙыҡ-түлек етештереүселәрҙең береһе, ул иген һәм йәшелсә етештереү буйынса алдынғы алты төбәк иҫәбенә инә.
       Һуңғы биш йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы производствоһына ярҙамға 37,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Быйыл был маҡсаттарға, айырым алғанда, техниканы капиталь ремонтлауға, ашламаларҙы арзанайтыуға, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға алты миллиард һум бүленде лә инде.
       Республика сәсеү кампанияһы тураһында һөйләп, Рафаэль Байдәүләтов, яҙғы баҫыу эштәре сифатлы һәм ваҡытында үтә, тип билдәләне. Яҙғы культуралар орлоғо 100 процент әҙерләнгән, орлоҡтарҙың 98 проценты - кондициялы, йәғни иң яҡшы сифатлы. Бынан тыш, быйылғы уңышҡа 450 мең гектар ужым культуралары сәселгән, бөгөнгә уларҙың торошон яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек тип баһаларға мөмкин.
       Яңы яҙғы баҫыу кампанияһы үҙенсәлектәренә килгәндә, РФ Ауыл хужалығы министрлығының Үҫемлекселек, химиялаштырыу һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау департаменты директоры әйтеүенсә, быйыл сәсеү Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн дә бер ыңғай фактор фонында үтә. Һүҙ бында ярты йыл эсендә бөтә донъяла игенгә хаҡтың ҡапыл, 75 процентҡа артыуы тураһында бара. Һөҙөмтәлә, Петр Чекмарев һүҙҙәренә ҡарағанда, илдә ватан етештереүселәре өсөн яҡшы шарттар тыуҙы, ауыл хужалығы производствоһының рентабеллеге күтәрелде.
       Әммә сеймалға хаҡ артыу менән бер үк ваҡытта матди-техник ресурстарға ла (минераль ашламаларға, яғыулыҡ-майлау материалдарына, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына, ауыл хужалығы техникаһына) хаҡтар үҫте бит. Әгәр инде беҙҙә культураларҙың һәр гектарына был ресурстар сығымдары сиктән тыш ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, һөҙөмтә булараҡ - Рәсәйҙең фермер хужалыҡтары сит ил фермерҙары һәм алдынғы хужалыҡтары менән сағыштырғанда конкуренцияға һәләтһеҙ булып ҡала.
       Бынан тыш, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә, сеймалға хаҡ артыу кеүек, ыңғай тенденциялар менән бер рәттән илебеҙҙә кире күренештәр ҙә күҙәтелә. Был, беренсе сиратта, сәсеү майҙандарының дөйөм кәмеү тенденцияһы, ә хәҙер хаҡтар артҡан саҡта быға һис тә юл ҡуйырға ярамай. Һуңғы егерме йыл эсендә Рәсәй буйынса сәсеү майҙаны өстән бер өлөшкә кәмене. Был һанды бөтә Ырымбур өлкәһе майҙаны менән сағыштырырға мөмкин.
       Икенсе яҡтан, үҫтерелгән культуралар майҙанын, өҫтәмә финансламайынса тороп, киңәйтеп булмаясаҡ. Ә был агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙә төп мәсьәлә булып тора, сөнки аграрийҙарҙың финанс средстволары яғынан сикләнгән булыуы барыбыҙға ла мәғлүм бит. Ғөмүмән, һәр илдең агросәнәғәт комплексы дәүләт яҡлауына мохтаж.
       Тап шуға күрә Рәсәйҙә быйылдан 2008-2012 йылдарға ауыл хужалығын үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы ғәмәлгә инә, ул бөтә йүнәлештәр буйынса федераль бюджет иҫәбенә агросәнәғәт комплексын субсидиялауҙы ҡарай. Мәҫәлән, 2008 йылда ауыл хужалығы производствоһына ярҙамға - 76 миллиард һум, 2012 йылда инде 130 миллиард һум аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Былар барыһы ла, эксперт әйтеүенсә, ауыл хужалығы бизнесын үҫтереүгә ышанысты арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Эҙемтә булараҡ - сәсеү майҙандарын киңәйтеүгә һәм уңдырышлылыҡты арттырыуға.
       Шуның менән бәйле, 2008 йылды ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар йылы итеп иғлан итеү мөһим булып торасаҡ. Бында, беренсе сиратта, бер "үткәндә" 9-10 операция башҡарырлыҡ юғары технологиялы ауыл хужалығы техникалары ҡулланыу тураһында һүҙ бара. Һөҙөмтәлә яғыулыҡ-майлау материалдарын экономиялыраҡ файҙаланыуға өлгәшеләсәк, етештереү сығымдары һәм амортизацияға сығымдар кәмейәсәк, технологик операциялар үткәреүгә ваҡыт ҡыҫҡарасаҡ.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, Башҡортостан кеүек, агросәнәғәт комплексын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктә бындай технологияларҙы индереү майҙаны бөтә сәсеү майҙандарының 49 процентына етте лә инде. Бында тупраҡты эшкәртеүҙә генә йылына кәмендә 25 мең тонна яғыулыҡ экономиялана.
       Ресурстарҙы һаҡлау менән тығыҙ бәйле тағы бер мәсьәлә - ашламаларға сығымдарҙың ҡапланыуын күтәреү. Петр Чекмарев билдәләгәнсә, бөгөн сеймалға хаҡтар күтәрелгәс, һөрөнтө ерҙәрҙең һәр гектарына 300 килограмм ашлама индереү иҡтисади яҡтан үҙен аҡлаясаҡ. Беҙ иһә Волга буйы федераль округында ни бары 23,5 килограмм индерәбеҙ. Һөҙөмтәлә бер килограмм ашламаның үҙ-үҙен аҡлауы беҙҙә сиктән тыш түбән булып ҡала - дүрт-биш килограмм иген, шул уҡ ваҡытта Европа илдәрендә был күрһәткес туҡландырыу матдәләренең һәр килограмына 9-10 килограмм тәшкил итә. Тап шуға күрә яҡын араларҙа тупраҡҡа туҡлыҡлы матдәләр индереү буйынса фәнни нигеҙләнгән иҫәп-хисап менән шөғөлләнеүсе агрохимия хеҙмәттәре ойошторорға кәрәк. Киләсәктә ашламалар фондын ошондай иҫәп-хисап нигеҙендә файҙаланыусыларға ғына ашламаға субсидиялар биреү планлаштырыла.
       Ә әлегә дәүләт программаһына ярашлы ашламалар һатып алыуҙы субсидиялауға быйыл 2,3 миллиард һум ҡаралған, ә 2012 йылда был һан биш миллиард һумдан ашыуға етергә тейеш. Хәйер, әйтергә кәрәк, был программа ла баҫыуҙың һәр гектарына 30 килограмлап ҡына туҡландырыу матдәһен күҙ уңында тота. Әлбиттә, был күп түгел.
       Ресурстарҙы һаҡлауҙың тағы бер факторы - урындағы шарттарға яраҡлашҡан сорттар сығарыу, шулай уҡ орлоҡсолоҡто юлға һалыу. Яҡшы сифатлы орлоҡ - ул юғары уңыш нигеҙе бит. Әйтергә кәрәк, бында ла республикабыҙ алдынғы позицияла - 2008 йылда БР тәжрибә хужалыҡтарында сорттарҙы айырыу өсөн 20 мең тоннаға яҡын агрономик һәм фәнни нигеҙләнгән нормаларға тулыһынса тап килгән элиталы иген культуралары орлоҡтары файҙаланылды.
       Күсмә ултырышҡа йомғаҡ яһап, РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Александр Козлов, агросәнәғәт комплексына идара иткәндә һәр төбәк бөтә был факторҙарҙы мотлаҡ иҫәпкә алырға тейеш, тип айырым билдәләне.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал