6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һуғыш өсөн, хеҙмәт өсөн миҙалдар
20.03.08


       Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилман Ғирфан улы Яҡуповтың тыуған көнө. Башҡорт ерендә уның кеүектәр бик аҙ ҡалды.
       Ғилман Ғирфан улы Яҡупов 1925 йылдың 20 мартында Баймаҡ районындағы ауылда тыуған. Тыуған яғы тураһында иҫтәлекте ул ғүмер буйына һаҡлай. Социалистик Хеҙмәт Геройы, һуғыш инвалиды Баймаҡҡа телеграммаларының береһендә: "Мин үҙемде тәрбиәлеп үҫтергән, белем һәм тормошҡа юллама биргән яҡташтарыма рәхмәтлемен", - тип хәбәр итә.
       Ғилман Ғирфан улы менән төрлө ваҡытта журналистар Анатолий Козлов, Булат Ғәйнетдинов, Гөлшат Ғәбиҙуллина әңгәмәләшә. Улар Герой тураһында гәзит биттәрендә яҙып сыға. Уның тураһында очерк минең "Баймаҡ ере тураһында хикәйәт" ("Сказание о земле Баймакской", 1998) тигән китабымда ла бар. Был баҫмаларҙан Социалистик Хеҙмәт Геройының тормош юлы һәм батырлыҡтары калейдоскобы һалына.
       Ғилман Яҡупов ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа һәм бала саҡтан ерҙәге хеҙмәттең ни икәнлеген танып үҫә. Атаһы вафат булғанда уға дүрт кенә йәш була. Өсәүләп - әсәһе, ул һәм кескәй ҡустыһы ғына ҡала.
       Өлкән улында әсә егеттең артабанғы яҙмышын билдәләүсе һыҙат тоя. Уны ауыл мәшәҡәттәренән айырып, Темәс педучилищеһына уҡырға ебәрә. Был һуғыштан алдағы 40-сы йылда була, ул саҡта тормош бер аҙ юлға һалынғандай була, ауылда ауыр коллективлаштырыу осоронан һуң еңелерәк тын алып ҡалалар. Әммә училищены тамамларға тура килмәй - 1943 йылдың февралендә сығарылышҡа әҙерләнгән бөтә егеттәрҙе армияға саҡыралар.
       Бер ни тиклем тормош һынауҙары үткән студент Мәскәү эргәһендәге һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Иң иҫтә ҡалғаны - парашюттан һикереүҙәр. Улар күмәк була: йәш һалдаттарҙы дошман тылына ташлау өсөн әҙерләйҙәр. Ләкин икенсе төрлөрәк хәл ителә - десантсыларҙы Карелия фронтына ташлайҙар, һалдат Яҡуповтың хәрби юлы шунан башлана ла инде.
       Карелия фронтында Ленинград өлкәһенең Лодейное Поле ҡалаһы эргәһендә ул тәүге тапҡыр һуғышҡа инә. 98-се гвардия һауа-десант дивизияһы яугирҙарына фашистарҙың оборонаһын өҙөп, Свирь йылғаһы аша сығыу, һөжүм итеү өсөн плацдарм булдырыу бурысы ҡуйыла. Дивизия десантсылары был бурысты үтәй, улар араһында Яҡупов та була.
       Беренсе хәрби наградаһын Ғилман Ғирфан улы 1944 йылдың июнендә Карелияны азат иткән саҡта ала. Бына ул нисек була.
       Разведкаларҙың береһендә разведчиктар дошмандың ут нөктәләрен асыҡлай. Юҡ итергә, тигән приказ алалар. Ләкин нисек? Тирә-яҡта урман һәм һаҙлыҡтар, тура төҙәп атып булмай, бер ниндәй ҙә ориентир юҡ. Һәм көтөлмәгән уңыш - бер бәләкәй генә урманда разведчиктар ташландыҡ геодезия вышкаһына килеп сығалар, уның иң өҫтөндә, 20 метрлыҡ бейеклектә уңайлы майҙансыҡ бар, унан тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Гвардия сержанты Яҡупов приказ ала - вышкаға менергә һәм ут йүнәлешен тәьмин итергә. Нисек, бер баҫҡыс та, башҡа төрлө ҡулайлама ла юҡ, тигән һорауға хәрбиҙәрсә ҡаты яуап ала: "Приказ бирелде - үтәгеҙ. Үтәмәйһегеҙ икән - атам!" Шул саҡта Ғилман шуҡ бала сағын иҫкә төшөрә - бесәй һымаҡ, шып-шыма бағаналар буйлап майҙансыҡҡа үрмәләп менә лә аҫта торған элемтәсе ярҙамында артиллеристарҙы төҙәтә башлай: "Уңғараҡ, һулғараҡ, барып етмәне, аша үтте..." Һөҙөмтәлә дошмандың бөтә ут нөктәләре баҫтырыла, һәм беҙҙең пехота һөжүмгә күсә.
       ...Сыҙамлылыҡ, ышаныслылыҡ, ҡыйыулыҡ. Был сифаттар унда һуғыштан ғына түгел: егетте бала сағында ла яҙмыш иркәләмәй. Һуғыштар ваҡытында (3-сө Украина фронтында) өлкән разведчик Яҡупов "оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ, тәртиплелек һәм сыҙамлыҡ күрһәтә" - уның хәрби характеристикаһында шулай тиелгән. Бер ваҡыт Венгриялағы бер ауылға етәрәк дошмандың көслө артиллерия уты аҫтында алға үтеп, ғәскәрҙәребеҙҙең алдағы төркөмө менән бәйләнеш булдырырға, тигән приказ ала. Шартлауҙарҙан ерҙең аҫты-өҫкә килә. Ул яралана, ләкин алға хәрәкәт итеүен дауам итә. Приказды үтәй. "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" миҙалына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены өҫтәлә.
       Һалдат Яҡуповтың хәрби юлы оҙон була. Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша, Австрияла Венанан фашистарҙы бәреп сығара...
       Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа Ғ.Ғ. Яҡупов тыуған мәктәбендә уҡыта. Һуңынан уны, әүҙем комсомолец булараҡ, ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомына эшкә саҡыралар. Аҙаҡтан инде партия райкомында эшләү, юғары партия мәктәбендә уҡыу һәм тағы ла эш - партияның Мәсетле район комитетында секретарь. 18 йыл ул партияның Хәйбулла район комитетында беренсе секретарь була. "Унда көсөргәнешле һәм күп эшләргә тура килде, - ти Ғилман Ғирфан улы. - Иң мөһиме, Тыуған илгә күберәк иген бирергә кәрәк ине".
       1971 йылда Ғ.Ғ. Яҡуповҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Хәйбулла - ҡаты тәбиғәтле, сиҙәм районы. Бында йыш ҡына ҡоролоҡ була. Ҡыштарын ҡар аҙ яуа. Яҡупов заманында тупраҡты эшкәртеүгә етди тотоналар, орлоҡсолоҡто яҡшыртыу өҫтөндә уйланалар. Ғилман Ғирфан улы машинаһында ла, йәйәү ҙә Хәйбулла далаларын арҡырыға-буйға йөрөп сыға, был ерҙәрҙең серенә төшөнөргә тырыша. Ғ.Ғ. Яҡупов кеүек кешеләр арҡаһында Урал аръяғы сиҙәме кешеләргә икмәк бирҙе һәм бирә. Айырым йылдарҙа Хәйбулланың ҡыу далалары ул ваҡытта Көнбайыш Европаның ете үҫешкән капиталистик дәүләте - Бельгия, Голландия, Швеция һәм башҡалар етештергән тиклем иген бирә. Йәғни 160 мең тоннанан ашыу. Хәйбуллалар гектарынан 20 һәм унан күберәк центнер һайланма иген йыйып ала. Ғилман Ғирфан улына Алтын Йондоҙ һәм Ленин ордены тапшырғанда ул: "Хеҙмәт Геройын Хәйбулла ерендә намыҫлы эшләгән һәр кемгә ҡыйыу бирергә мөмкин", - ти.
       Геройҙың хәрби наградаларына: Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендарына хеҙмәт наградалары ла өҫтәлде, шул иҫәптән Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ла.
       Ғилман Ғирфан улы 80-де уҙып китте. Ул күптән инде лайыҡлы ялда, әммә ветерандар хәрәкәтендә, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның һуғыш, сиҙәм эпопеяһы тураһында хәтергә алып һөйләрлек нәмәләре күп. Ул РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты, партияның өс съезы делегаты булды. Тормош, илдәге ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуын ул әле лә юғалтмай. Уның баш ҡаланың Почетлы граждандары, Ватан һуғышы һәм Хеҙмәт Геройҙарының өфөләр менән осрашыуында һөйләгән сығышы әле булһа минең хәтеремдә. Яҡупов, Башҡортостанда Социалистик Хеҙмәт Геройҙары тураһында Советтар Союзы Геройҙарына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ беләләр, улар тураһында матбуғатта бик һирәк телгә алалар, ә бит һуғыш өсөн дә, хеҙмәт өсөн дә миҙал бер үк металдан ҡойолған, тип борсолоп билдәләгәйне.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал