6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Яланғас негрҙар һәм төҙөлөш материалдары
20.03.08


       Бөтә күргәҙмәләрҙе ойоштороусылар ҙа халыҡ иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Ошо көндәрҙә Өфө Спорт һарайында асылған өс берләштерелгән күргәҙмәлә ҡыҙыҡтырғыс булып билгә тиклем яланғас ҡара тәнле негрҙар һәм көнсығыш кейемендәге тургенев ҡыҙҙары хеҙмәт итә. Был персонаждарҙың бер ниндәй ҙә функциональ йөкләмәһе юҡ, әммә кәйеф тыуҙыра. Спорт һарайында күрһәтелгән экспозициялар - "Бөтәһе лә төҙөлөш һәм ремонт өсөн" VIII Махсуслаштырылған күргәҙмәһе, VII "Кондициялау. Йылытыу. Һыу менән тәьмин итеү" күргәҙмәһе һәм VII "Интерьер. Дизайн. Ландшафт" күргәҙмәһе.
       Экспозициялар бик матур. Моғайын, хатта негрҙарһыҙ ҙа ҡыҙыҡ булыр ине. Фирмалар үҙҙәрен күрһәтергә өйрәнде. Сағыу төҙөлөш материалдары, иҫтәлеккә өлгөләр, техника макеттары, матур буклеттар һәм тағы ла бер мөһим яғы - персонал бик мөләйем һәм үҙ эшен белә.
       - Һеҙҙе нимә ҡыҙыҡһындыра? Мин ярҙам итә аламмы? Әйҙәгеҙ, ентекләберәк һөйләйем! Баҫма материалдар алығыҙ!
       Был форумдар традицияға әйләнде, бында алдынғы технологиялар, прогрессив материалдар һәм конструкциялар ҡуйылған, ҡатнашыусылар эшлекле контакттар төҙөй. Күргәҙмәлә Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән йөҙҙән ашыу предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша. Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбенән, Ҡазандан, башҡа ҡалаларҙан ҡунаҡтар бар.
       Бына мәскәүҙәр вулканизацияланған йөйҙәр менән гидроизоляциялау ЕРDМ-мембранаһын күрһәтә. Уны яһалма һыулыҡтар эшләү йәки түбә ябыуы өсөн файҙаланырға мөмкин.
       Санкт-Петербургтан етештереүселәр Рәсәйҙә етештерелгән уникаль "Күҙгә күренмәҫ люктар" тәҡдим итә. Сәйер яңғырай, эйеме? Шунда уҡ һарайҙарҙағы йәшерен бүлмәләр, китапханалағы китап шкафы артынан сығыусы ер аҫты юлдары күҙ алдына баҫа. Люктарҙы был маҡсаттарҙа ла файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ улар сантехник арматураны, бойлерҙарҙы, счетчиктарҙы, вентилдәрҙе һәм башҡа төрлө коммуникация деталдәрен ҡаплап ҡуйыу өсөн тәғәйенләнгән.
       Бына яҡташтарыбыҙ-өфөләр подъездарға һәм фатирҙарға ҡулланылған йылылыҡ энергияһын, йылытыу йәки эҫе һыу менән тәьмин итеү системаһындағы күләмде һәм температураны үлсәү, индикациялау, контролдә тотоу өсөн йылылыҡ счетчиктары тәҡдим итә. Фирма вәкиле, һеҙ түләгән сумманың 40 процентына тиклем экономия килеп сыға, тип ышандыра. Йылылыҡ счетчигының хаҡы - 9500 һум.
       Күргәҙмәләр ысынлап та ҡыҙыҡлы. Кешеләр һәр тауар менән ҡыҙыҡһына. Күргәҙмә сиктәрендә семинарҙар һәм ике ғилми- ғәмәли конференция үтәсәк.
       Экспозициялар 21 мартҡа тиклем асыҡ буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал