6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Михаил Швыдкой Башҡортостандағы үҫеш менән ҡәнәғәт
20.03.08


       Билдәле театр белгесе, телетапшырыуҙар алып барыусы һәм публицист Михаил Швыдкой Өфөлә ТЭФИ-төбәк конкурсында бик шәп мастер-класс үткәрҙе. Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе булараҡ, Михаил Ефимович Башҡортостанда һуңғы ваҡытта барған үҙгәрештәрҙе юғары баһаланы.
       - Мин республикала һуңғы йылдарҙа йыш ҡына булам. Һәм ошо ваҡыт эсендә бында бик күп нәмә үҙгәреүен күрә барам. Әлбиттә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү менән бәйле тантаналарға әҙерлек баш ҡаланы һәм төбәк ҡалаларын биҙәне. Шуға күрә бөгөн дә матур объекттар төҙөү дауам иттерелә. Әммә уңышлы үҫештең башҡа билдәләре лә бар. Әйтәйек, төбәккә Швецияның "Икея" концерны үтеп инә, сөнки иҡтисад әүҙем үҫешеү сәбәпле, "Метро" кеүек ҙур селтәр компаниялары уларға теләп ҡушыла.
       - Республика менән интернациональ ритейлерҙар ғына ҡыҙыҡһынмай...
       - Быны күрмәү мөмкин түгел. Голландтар менән бергә автобус заводы, австриялылар менән трактор предприятиеһы, быяла йәки трансформатор производстволары кеүек башҡа предприятиеларығыҙ - былар барыһы ла республика иҡтисадының юғары йәлеп итеүсәнлеге хаҡында һөйләй. Был яҡтан Рәсәйҙең ғәмәлдәге президенты Владимир Путин да, яңы президент Дмитрий Медведев та телгә алған "яғыулыҡ- энергетика комплексын файҙаланыуҙан ситкә китеп, иҡтисадты төрләндерергә кәрәк" тигән маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Республикала заманса инновацион технологиялар яғына боролош асыҡ күренә. Етмәһә, былар ябай күҙгә лә күренә - яғыулыҡ-энергетика комплексында эшкәртеү кимәле кәмене, ә төбәктә һалымдан керемдәр үҫте. Бигерәк тә урта һәм бәләкәй бизнестан керемдәр.
       - Күренеүенсә, һеҙ иҡтисад үҫешен туранан-тура Башҡортостандың мәҙәни ландшафтындағы үҙгәрештәр менән дә бәйләйһегеҙ?
       - Мәҙәниәткә килгәндә, республикала һуңғы 10 йылда уға байтаҡ средстволар һалына. Бына мин Өфөнөң төбәк һәм федераль үҙәк финанстарына реконструкцияланған рус драма театрында булдым. Башҡорт драма театрында ла, татар драмтеатрында ла булдым, ә элегерәк опера театрында ла булғайным. Бөтә был сәнғәт һарайҙары реставрацияланған. Республика властары һәм федераль хөкүмәт тырышлығы менән тәртипкә килтерелгән Өфөләге Сәнғәт академияһы миндә матур тәьҫир ҡалдырҙы. Бында Рәсәйҙәге мәҙәниәт учреждениеларының иң киҫкен проблемаһы - өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн фатир мәсьәләһе хәл ителгән. Академия хеҙмәткәрҙәре өсөн дөйөм ятаҡ бер нисә йыл рәттән ил төбәктәре араһында Гран-при ала. Минеңсә, Мортаза Рәхимов президентлыҡ иткән осорҙа мәҙәниәт инфраструктураһына ҙур аҡса һалынған. Иң мөһиме, республика хөкүмәте Башҡортостандың провинциаль ҡалаларына ҙур иғтибар бүлә, мәҫәлән, Стәрлетамаҡта, Салауатта театрҙарҙы реконструкциялай башлағандар. Беҙ төбәк етәкселеге менән 2009-2011 йылдарға, ә аҙаҡтан инде 2015 йылға тиклем федераль программа буйынса республиканың мәҙәни инфраструктураһына һалыуҙарҙы нисек тотонорға кәрәклеген тикшерҙек.
       - Был көндәрҙә республика Рәсәй менән бергә башҡорт еренән сыҡҡан бөйөк бейеүсе Рудольф Нуриевтың юбилейын билдәләй. Кешеләр өсөн бындай символдар ни тиклем мөһим?
       - Уларҙың мәҙәниәткә йоғонтоһо иҫ киткес ҙур. Республика өсөн сәнғәттәге күп фигуралар символ булып тороуын мин асыҡ күрәм. Ә был Башҡортостан халҡының үҙ мәҙәниәте һәм рухи мираҫы билдәләренә нисек ҡарауын күрһәтә лә инде. Һәм был этник ҡаҙанда ғәжәйеп һөҙөмтәләр тыуа бит. Быны мин әсәйем дә бында уҡыған өсөн генә әйтмәйем, ул 1944 йылда Өфө мединститутын тамамлаған. Мәҫәлән, был юлы килеүемдә миңә бер аҙ моңһоу ҙа, сөнки хәҙер Мостай Кәрим юҡ. Күптән түгел генә беҙ уның менән ҡала буйлап тормош тураһында һөйләшеп йөрөгәйнек кеүек... Ул ысын мәғәнәһендә башҡорт халҡының бөйөк улы булды. Бына кисә беҙ рус драма театрының художество етәксеһе менән Мостай Кәрим пьесаһы буйынса спектакль тураһында әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Бөтә был шәхестәр халыҡ мәҙәниәтенең юғары кимәлен билдәләй.
       _ Михаил Ефимович, һеҙ күптән инде телеакадемикһығыҙ, ләкин һеҙҙең Өфөләге ТЭФИ Бөтә Рәсәй конкурсында федераль чиновник сифатында ла ҡатнашыуығыҙ сараға мәртәбә өҫтәй.
       - Бөгөн төбәктәрҙәге телевидение бик һәләтле. Урындағы телеэкрандар федераль каналдар тәҡдим иткәндән бөтөнләй айырмалы процестар күрһәтә. Тағы ла төбәктәрҙә йәш һәм бик һәләтле кешеләр күп. Бөгөн ярымфинал Өфөлә үткәрелгән ТЭФИ-төбәк кеүек смотрҙар бик мөһим. Беҙ Рәсәй төбәктәрендә телевидение офоғонда күпме "йондоҙҙар" барлыҡҡа килеүен белергә теләйбеҙ. Йәшерен-батырыны юҡ, күпме таланттарҙы Бөтә Рәсәй каналдарына күсерергә мөмкин икәнлеген дә. Ни генә тимә, күп журналистар үҙәк телевидениела эшләргә теләр ине. Әммә шулай ҙа ысын йәнле тормош бөгөн тап төбәктәрҙә бара, минеңсә. Унан бигерәк, минең уйлауымса, төбәктәрҙә әле телевидениеның миссия булыуын онотмағандар. Ә федераль каналдар - ул ҙур бизнес. Һәм бына ошо айырма, миссия менән бизнес араһындағы мәңгелек бәхәс төрлө ваҡытта төрлө кимәлдә төрлөсә хәл ителә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал