6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Матбуғат

Уҡыусы теләгенә эйәреп...
04.03.04


       Ошо темаға көләмәс: Мөхәррир: - Тәк, бында беҙҙең нимә Һәләкәт Бына шәп! - Ҡорбандар бармы Бигерәк һәйбәт! - Күпме, күпме Дүрт йөҙ! Хуп! Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыусы факттар артынан ҡыуып, журналист ар йыш ҡына мөмкин тип табылған сикте үтеп китеүсән. Өфө неф ть техник университетының Йәштәр һарайында үткән "түңәрәк өҫ тәл"дә тап ошо турала һүҙ алып барылды. Унда ҡатнашыусылар а раһында Башҡорт дәүләт университетының халыҡ - ара хеҙмәттәш лек һәм йәмәғәтселек менән элемтә буйынса проректоры Василий
       Суханов һәм БР Милли банкы вәкиле Шамил Әминев ҡатнашты. "Т үңәрәк өҫтәлде" БР Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты Але ксандр Филипов алып барҙы.
       Александр Филиппов:
       - Берәүҙәр матбуғат баҫмалары ысынбарлыҡтағы хәлде сағылд ыра тип иҫәпләй. Ә инде башҡалар уларҙы ҡан һәм бысраҡты, ҡа тмарлы хәлдәрҙе нисек бар шулай күрһәтеүҙәрендә ғәйепләй баш лаһа, тупаҫ ҡына ваҡытында Крылов ҡулланған рус мәҡәле мен ән яуап бирә,"Йөҙөң йыртыҡ булғанға көҙгө ғәйепле түгел".
       Бынан тыш һуңғы осорҙа киң таралып өлгөргән фекер ҙә бар: й әнәһе лә матбуғат саралары ваҡиғаларҙы үҙе тыуҙыра, йәғни с әбәп һәм һөҙөмтә үҙенең урыны менән алмашына. Совет йылдарын да кеүек көрсөк тураһында бер нәмә лә өндәшмәгәндә нимә булы р ине икән Әлбиттә, был аҙым яшыға килтермәйәсәк.
       Шамил Әминов: - Һорау, күрәһең, был көрсөктөң кемгә кәрәк булыуындалыр. С өнки көрсөк тигеҙ урында килеп сыға торған нәмә түгел. Боро нғолар юҡҡа ғына "Кем өсөн был файҙалы, шуны эҙләгеҙ" тип әй тмәгәндәрҙер. Ниндәйҙер этапта файҙа күрелгәс, ул үҙенән -үҙ е юҡҡа сығасаҡ бит.
       Василий Суханов: - 1990 йылдың апрель айында СССР-ҙың Дәүләт хәүефһеҙлеге үҙә гендә Йәмәғәтселек бәйләнештәре үҙәге булдырыла. Дүрт айҙан һуң бындай үҙәк республикала ла ойошторола һәм мине унда етә ксе итеп ҡуйҙылар. белегстәр булмағанлыҡтан, унда төрлө кеше ләр -тарихсылар, журналистар, сәйәсмәндәр - эшләне. Ҡараңғы бүлмәлә ултырған һымаҡ ине. Эшмәкәрлек барышында өйрәнергә тура килде. Ул замандарҙа Башҡортостан КГБ-һы тураһында нега тив материалдар бөтөнләй булманы. Шул уҡ ваҡытта Мсәкәү баҫм аларында иһә улар быуа быуырлыҡ булды. Хеҙмәттәшлек итеүселәребеҙгә беҙ айырыуса һаҡлыҡ менән ҡарай
       инек, булған мәғлүмәттәрҙе лә таратырға ашыҡманыҡ. Кемдәрҙе р беҙҙе "өмөттө аҡламаусылар" рәтенә индерҙе, ә аңлағандары иһә уртаҡ тел табырға тырышты. Бәлки, ошолай ысул ҡулланылға нға күрә беҙҙә мәғлүмәт көсөргәнешлеге күҙәтелмәгәндер ҙә. Ә бөгөн иһә журналистар үҙҙәренең намыҫтары менән кәңәшләшеп
       яҙырға тейеш. Сөнки бөгөн ниндәй генә баҫмалар юҡ, улар ним ә тураһында ғына яҙмайҙар. Баҫмаға сығарылғас, был кемгәлер кәрәктер бит инде. Тик бер генә һорау бар - әхләҡи яҡтан нис егерәк күренә һуң Шамил Әминов: - Һүҙ ҙә юҡ - гәзиит биттәренә сығарылған мәғлүмәт кешегә не гатив яҡтан тәьҫир итергә тейеш түгел. Уйлап ҡарағыҙ, ҡайһы бер саҡта "шунса районда шунса иген йыйып алынған" тигән яңы лыҡ күңелгә ята, ә ҡайһы саҡта йәнде генә көйҙөрә - әйтерһең
       дә яҙырлыҡ башҡа нәмә юҡ. Мәғлүмәт тигән нәмә менән сама б елеп эш итрегә кәрәк шул.
       Василий Суханов: - Мин бына ниндәй миҫал килтермәксемен. "Момент истины" тапш ырыуын алып барыусы Караулов ҡунаҡҡа килгән "Комсомольская п равда" гәзите редакторына ошондай һорау бирә. -Кисә сираттағы һанды алып ҡараным да, аптырашта ҡалдым. Иңб еренсе биттә урындағы ңылыҡтар: кемделер эт тешләгән, ә фәлә н бисә тағы ла брилианттар һатып алған. Шул уҡ ваҡытта Сахал инда илде тетрәтерлек ваҡиғалар бара. - Беләһегеҙме.- тип яуап бирә редактор.- Мсәкәү халҡына Саха лин утрауында барған ваҡиғалар бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел, улар и ң элек урындағы хәлдәр менән ҡыҙыҡһына. - Ә артабан нисек эшләргә уйлайһығыҙ. - Нисек эшләп килгәнбеҙ, шулай дауам итәсәкбеҙ...

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал