6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Васильконың планетаһы
19.03.08


       Катя Василько кеше ярҙамынан тыш йөрөй, һөйләшә алмай, әммә ҡыҙҙың аҡылы айыҡ, ҡыҙыҡһыныусан, был тормошта ул күп нәмәне аңлаған, һәм уның үҙен уратып алған кешеләргә һөйләйһе һүҙҙәре күп. Донъялағы иң яҡын кешеһе - әсәһенә генә түгел, башҡаларға ла - өлкәндәргә һәм балаларға. Нисек итеп? Бының өсөн уға ҡулына бумала, ручка, ҡәләм алыу етә. Һәм уйҙары, тойғолары, кисерештәре аҡ ҡағыҙ битенә ята. Әсәһе Тамара Василько, тәүге тапҡыр Катя йәй көнө пионер лагерында ял иткәндә һүрәт төшөрөп ҡараны, тип һөйләй. Педагогтар һәйбәт тура килде - бәләкәй балала ҙур һәләт күреп, уға үҫешергә ярҙам иттеләр. Һуңыраҡ ҡыҙыҡайҙың эштәренә профессиональ рәссамдар Тимофей Дорофеев, Вәсил Ханнанов, Ольга Самосюк иғтибар бирә. Улар бөгөн дә Катяны кәңәштәре, изге һүҙҙәре менән ҡанатландыра.
       Әсәһе менән бергә Катя ҡала музейҙарында һәм галереяларында барған бөтә күргәҙмәләргә йөрөй. Рәссамдарҙың эштәрен ҡарап, Катя үҙенең оҫталығын да камиллаштыра. Бер ваҡыт "Аймаҡ" галереяһында уларға галерея менеджеры Гөлсинә Вәлитова иғтибар бирә. Танышып китәләр, һуңыраҡ хеҙмәттәшлек итә башлайҙар. Тамара Гөлсинәгә ҡыҙының картиналарын килтерә, тегеһе, үҙ сиратында, уларҙы рәссам һәм педагог Ольга Самосюкка күрһәтә. Самосюк ҡайһы һүрәттәре яҡшы эшләнгәнен, ҡайһы өҫтөндә эшләргә кәрәклеген билдәләй. Шулай итеп ситтән тороп уҡыу, өйрәнеү үтә. Хеҙмәттәшлектә киләһе аҙым булып Катя Васильконың "Аймаҡ" галереяһында үткән хәйриә күргәҙмәһе тора. Был рәссам ҡыҙҙың беренсе күргәҙмәһе генә түгел. Былтыр көҙ уның картиналары "Ҡунаҡһарай" Үҙәк художество галереяһында ҡуйылғайны. Ләкин унда "Сәскәләр аҡланы" ғына булғайны, "Аймаҡ"та иһә тотош "Минең планетам".
       - Катяның картиналары миңә оҡшаймы? Һис шиһеҙ, эйе, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша билдәле рәссам Вәсил Ханнанов. - Мин бик күп күрҙем, һәм мине ни менәндер ғәжәпләндереүе ҡыйын. Авторҙың эштәренән мин, иң элек, уны кеше булараҡ, уның шәхси сифаттарын, уның донъяға ҡарашын күрәм. Катяның картиналарында мин донъяны аңлауҙың тәрәнлеген дә, сафлығын да күрәм. Эшләнеше яғынан тәү ҡарашҡа ябай, исемһеҙ картиналар тәрән мәғәнәгә эйә. Улар ихлас күңелдән, бер ниндәй гениаллеккә дәғүә итмәй яҙылған. Был картиналарҙы мин өйҙә элеп ҡуйырға теләр инемме? Эйе. Уларға ҡарап уйҙарға бирелергә, әҫәрҙәр менән диалог алып барырға мөмкин. Катяға мин ҙурыраҡ форматта яҙып ҡарарға һәм күберәк эшләргә кәңәш итер инем. Эйе, ҡыйын. Ләкин үҙеңде еңеү мөһим. Әгәр Катя үҙенең йөҙ эштән торған күргәҙмәһен әҙерләһә, арлы-бирле генә эштәрен сәнғәт әҫәре тип иҫәпләгән ҡайһы берәүҙәргә ҙур һабаҡ булыр ине.
       Бөгөн "Аймаҡ"та Катяның утыҙлап эше ҡуйылған. Күп полотнолар ҡатмарлы техникала башҡарылған. Бының өсөн Катя япраҡтарҙы, ботаҡтарҙы, сәскә таждарын файҙаланған, улар өҫтөнән буяу һалған. Тамара Васильконың һөйләүенә ҡарағанда, ҡыҙ портреттарҙы ла һәйбәт төшөрә, уларҙың күптәрен ул хәтерләүе буйынса яҙа.
       Катя үҙен һүрәттәрендә генә асып ҡалмай. Үҙ уйҙарын, күңелен, кәйефен ул әкиәттәргә лә һала. Уларҙы ижад итеү менән бала сағында уҡ мауыға. Әлбиттә, улар барыһы ла мөхәббәт, бәхет, үҙ-ара аңлашыу хаҡында. Катяның әкиәттәре Көнсығыш иҡтисади-гуманитарий университетында сығарылған бер китапта тупланған. Катяның персональ күргәҙмәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Раиса Устинова ла булды. Раиса Алексеевна күргәҙмәне һоҡланып ҡараны.
       - Тәүҙә мин Катяны яҙыусы булараҡ белә инем - радио аша эфирҙа мин уның әкиәттәрен уҡыным, хәҙер уны бына тигән рәссам булараҡ та астым. Уның картиналарынан йөрәгемдә яҡты тойғолар ҡалды.
       "Аймаҡ" галереяһында Катя Васильконың күргәҙмәһе тағы бер ай барасаҡ. Үҙенсәлекле рәссамдың бөтә эштәрен һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал