6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Байҙарса эш итеү законға ҡаршы килә
19.03.08


       Республиканың Балтас районы прокуратураһы бюджет закондарын күҙәтеүҙе тикшерҙе һәм район муниципаль предприятиеларынан береһенең етәксеһе закондарҙы боҙоуға юл ҡуйыуы фактын асыҡланы.
       - Былтыр яҙ уҡ ул үҙе генә райондағы бер нисә ауылды газ менән тәьмин итеү объекттары төҙөү буйынса эштәр башҡарыуға конкурс еңеүсеһен иғлан итеү тураһында ҡарар сығара, - тип һөйләй Балтас районы прокуроры Рунар Шәйхетдинов. - Бының менән чиновник "Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждары өсөн тауарҙар менән тәьмин итеүгә, эштәр башҡарыуға, хеҙмәттәр күрһәтеүгә заказдарҙы урынлаштырыу тураһында"ғы Федераль законды боҙа. Конкурста башҡа ҡатнашыусы тәҡдим иткән контракт хаҡы еңеүсе предприятие заявкаһында күрһәтелгән контракт хаҡынан һиҙелерлек кәмерәк була.
       Етәксенең законға яраҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә туғыҙ миллион 500 мең һумдан ашыу хаҡ менән муниципаль контракт төҙөлә. Һуңынан был средстволар еңеүсе предприятиеға күсерелә.
       - 470 мең һумдан ашыу бюджет средстволары артыҡ тотонолған булып сыҡты, - тип һүҙен йомғаҡлай район прокуроры Шәйхетдинов.
       Тикшереү материалы яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн Балтас районы буйынса Эске эштәр бүлегенең Тикшереү төркөмөнә ебәрелде. Предприятие етәксеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды, әлеге көндә тикшереү алып барыла.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал