6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр һәм делегациялар

Эпос, бал һәм ҡурай
19.03.08


       Республикабыҙҙың туғыҙ ғалимы Башҡортостан делегацияһы менән бергә Парижға барасаҡ. Гәзитебеҙ хәбәр итеүенсә, 26-28 мартта Франция баш ҡалаһында, ЮНЕСКО штаб- квартираһында республикабыҙҙың халыҡ-ара презентацияһы үтәсәк. Парижға Башҡортостандың 200-ҙән ашыу вәкиле - илселәр, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, Мәғариф, Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлыҡтары, БР Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре юлланасаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендәге делегация чартер рейсы менән осасаҡ.
       конецформыначалоформыПрезентацияның фәнни программаһы сиктәрендә телдәрҙе үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса "түңәрәк өҫтәл" үтәсәк, "Башҡортостанда мәҙәни һәм тел плюрализмы" фәнни семинары үткәреләсәк, роман-герман телдәре буйынса бер нисә йәш ғалим һәм БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаясаҡ. Сығыштар, башлыса, француз һәм инглиз телдәрендә яңғыраясаҡ.
       Францияға барыусы ғалимдар араһында Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова ла бар. Ул да доклад менән сығыш яһарға планлаштыра. Уның темаһы - тел этнос күрһәткесе булараҡ.
       - Хәҙер барыһы ла бер төрлө кейенә, - ти Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, - менталитет та бер төрлө. Һәм тел генә билдәле бер этнос вәкиле булып ҡалырға ярҙам итә. Йәштәр, әлбиттә, минең менән бәхәсләшә, этнос күрһәткесе - ул үҙаң, тип бара. Ләкин мин, телһеҙ үҙаң ваҡыт үтеү менән онотола, тип иҫәпләйем.
       Презентацияла мотлаҡ башҡорт эпосы "Урал батыр" буйынса доклад яһаласаҡ. Эпосты ЮНЕСКО-ның ғилми эштәре һәм сәхнәлә башҡарыу өсөн сығарырға планлаштырыла.
       Институт хеҙмәткәрҙәре презентацияға башҡорттарҙың бер нисә шәжәрәһен алып бара. Париж шулай уҡ боронғо ете башҡорт ырыуы атрибутикаһын күрәсәк.
       Башҡортостан делегацияһының маҡсаты - республиканы һәм халыҡты күрһәтеү, шуға күрә ЮНЕСКО-ға уникаль халыҡ уйын ҡоралы - ҡурай тәҡдим ителәсәк. Ҡурайҙың аналогтары донъяла юҡ. Шулай уҡ мотлаҡ тәртиптә солоҡсолоҡ, башҡорт балы, умартасылыҡтың башҡа продукттары презентацияланасаҡ.
       Презентацияла ҡул ҡуйыласаҡ төп документ булып ЮНЕСКО менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Меморандум торорға тейеш. Уның төп идеяһы - ЮНЕСКО-ның консультация ярҙамын файҙаланыу һәм Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО программаларында ҡатнашыуы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал