6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Фестивалдәр

Өфө һеҙҙең өсөн, джаз һөйөүселәр
18.03.08


       "Vodka" джаз композицияһы - тыуған илде өҙөлөп һағыныу ул, "Skytrain" блюзы әлеге көндә яҡташыбыҙ Марат Юлдыбаев йәшәгән ил - Таиландтың ер өҫтө метроһына арналған. Марат - башҡорт джазына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Өфөгә ул "Алһыу пантера" ХIII Халыҡ-ара джаз музыкаһы фестивалендә ҡатнашыу өсөн килгән.
       Өс кис рәттән Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында донъя класы мэтрҙары - Олег Кирәев квартеты һәм Андрей Кондаков, Крис Макналти, Пол Болленбек триоһы, "Өфө" джаз-квартеты һәм Рөстәм Асанбаев, Башҡорт дәүләт филармонияһының Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры, шулай уҡ Олег Бутман квартеты һәм Джанн Паркер сығыш яһаны.
       Джаз фестивалдәрен Өфөлә үткәреү күптән инде традицияға әйләнде. Бөтә Союз эстрада музыкаһы байрамы сиктәрендә беренсе фестиваль 1985 йылда үткәрелде. Шул ваҡыттан алып Өфө аҡрынлап Рәсәйҙең джаз баш ҡалаларының береһенә әүерелде. "Өфө джазы" тигән төшөнсә тыуҙы һәм нығынды, уны яҡташыбыҙ, бына тигән музыкант Олег Кирәев етәкләй. Уның тырышлығы менән баш ҡалала джаз тамашасыһы тәрбиәләнде, фестиваль географияһы киңәйә бара. Төрлө йылдарҙа Өфөлә АҠШ-тан музыканттар Пол Болленбек һәм Саип Паренте, бразилиялы Селио де Карвалью, Австриянан Александр Фишер һәм башҡалар булып китте. Фестивалгә Сергей Манукян һәм Игорь Бутман, Дмитрий һәм Александр Бриль, Даниил Крамер кеүек Рәсәйҙең джаз йондоҙҙары ла һәм башҡа бик күп танылған музыканттар килде.
       Сираттағы ХIII Халыҡ-ара фестиваль музыканттарға - тәжрибә уртаҡлашыу, уйнау һәм аралашыу өсөн, ә джаз яратыусыларға яҙғы яҡшы тере музыка ритмдары тыңлап, илһам алыу өсөн мөмкинлек бирҙе.
       Беренсе кисәлә үк филармонияның Ҙур залында бер генә буш урын да булманы. Концертты Олег Ҡасимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры асты. Коллективтың ҙур репертуарында сит ил композиторҙары Гершвин, Бейси, Эллингтон, Макконел әҫәрҙәре һәм Өфө джазмендары эшкәртеүендә әҫәрҙәр ҙә бар. Оркестр күптән түгел үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәләне, һәм был дата ла Рәсәй һәм сит ил джаз башҡарыусыларына тап Өфөлә йыйылыу өсөн тағы бер матур сәбәп булды. Был Өфө музыканттары ҡалабыҙҙан ғына түгел, бөтә илебеҙҙән ситтә лә билдәлелек яулап өлгөрҙө.
       ХIII Халыҡ-ара фестивалдә "Өфө" джаз-квартеты Марат Юлдыбаев менән бергә уйнаны. Маратты тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Һуңғы тапҡыр Өфөгә маэстро дүрт йыл элек килгәйне. 15 йыл ул Таиландта йәшәй һәм эшләй. Тәпәш буйлы, ябыҡ, экзотик ил мотивтары сағылып ҡалған костюм кейгән Марат, беренсе сиратта, үҙ саксофонының сихри моңдары менән тамашасының иғтибарын йәлеп итте. Марат репертуар һайлау яғынан да бик үҙенсәлекле. Тамашасыларҙың алҡышлауы аҫтында ул күп йылдар элек Өфөнөң "Дуҫтар" джаз ансамбле менән бергә уйнаған иҫке композицияларҙы ла башҡарҙы. Музыкант: "Уларҙы мин уйнамай булдыра алмайым - ҡасандыр бөтәһе лә шунан башланды бит", - тине. Ләкин Марат әле үҙе йәшәгән ил тураһында ла тейешле хөрмәт менән телгә алды, ул Бангкоктың иҫтәлекле урындары тәьҫире аҫтында яҙылған үҙ әҫәрҙәрен өфөләр хөкөмөнә сығарҙы.
       Бер джаз концерты ла вокалһыҙ үтмәй. Музыка һәм йыр үҙенсәлекле бер диалог төҙөй. Саксофонда көй яңғырай - Марат Юлдыбаевтың партияһы, һәм Ирина Остиндың матур көслө тауышы. Был икеһенә лә ҡыҙыҡлы темаға һөйләшеү һымаҡ. Бер-береһен алмаштырыусы композицияларҙың үҙ сюжеты, үҙ сағылышы.
       - Джаз стилендәге музыкала мин диңгеҙ шаулауын да, елгә япраҡтар ҡыштырлауын да ишетәм, төрлө кәйеф сағылыштарын тоям. Джаз - ул шундай күп ҡырлы, һәр юлы мин унда ниндәйҙер яңылыҡ асам, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Геннадий Журавлев, ул күп йылдар цирк оркестрында уйнаған. - Ә Өфөлә джаз яратыусыларҙың бик күп булыуы "Алһыу пантера" Халыҡ-ара джаз музыкаһы фестиваленең йыл һайын тап беҙҙең баш ҡалала үтеүен билдәләй ҙә инде.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал