6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кем һуң ул Антоний III?
18.03.08


       2008 йылға "Иҫтәлекле көндәр календары"нда түбәндәге дата иғтибарҙы йәлеп итә: "17 мартта дини һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епископы, дини фәндәр докторы, архиепископ, архимандрит Антоний III-нөң (Храповицкий Алексей Павлович) тыуыуына 145 йыл тула (1863-1936)".
       Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, Өфө епархияһы 1800 йылда Павел I Указы буйынса асыла. Уға Өфө, Ырымбур, Бөрө, Минзәлә, Бөгөлмә, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре инә. Өфө ҙур биләмәнең православие үҙәгенә әйләнә. Епархияла 200-ҙән ашыу сиркәү иҫәпләнә.
       Беренсе Өфө епискобы 1800 йылдың ғинуарында Өфөгә килгән Амвросий Калембет була. Һуңынан епископтар алмашына, епархия территорияһы аныҡлана.
       1859 йылдан ул Өфө һәм Минзәлә епархияһы тип атала башлай. 1900-1902 йылдарҙа бында Антоний III (Храповицкий) епископ була.
       Алексей Павлович Храповицкий 1863 йылдың 17 мартында Новгород губернаһында тыуа. 1885 йылда монахлыҡ ҡабул итә. Шул уҡ йылды Санкт-Петербург дини академияһын тамамлағандан һуң унда уҡытырға ҡала. Һуңынан Мәскәү һәм Ҡазан дини академиялары ректоры була. 1897 йылдан Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ була. Аҙаҡтан яҙмыш уны Өфөгә килтерә, бында ул, үрҙә әйтелгәнсә, 1900-1902 йылдарҙа Өфө һәм Минзәлә епархияһы епискобы була.
       Православие епархиялары үҙҙәренең юғары белемле владыкаларын ихтирам итә. Рәсәйҙең бөйөк шағиры Александр Сергеевич Пушкиндың 100 йыллығын билдәләгән йылда Антоний III-нө хатта ғибәҙәт ҡылыу һәм Пушкиндың әһәмиәте тураһында һөйләү өсөн Ҡазан университетына саҡыртыуҙары тураһында хәбәр телдән-телгә күсеп тарала.
       Ысынлап та шулай була.
       Өфө крайҙы өйрәнеүсе-педагогы Флүрә Әхмәрова ҡыҙыҡлы документ таба: "1899 йылдың 26 майында митрополит Антонийҙың Пушкин тураһында панихида алдынан һөйләгән телмәре".
       Бына митрополиттың телмәре:
       "Бөгөн Ватаныбыҙҙың төрлө мөйөштәрендә рус әҙәбиәте һәм рус гражданлығы вәкилдәре беҙҙең бөйөк халыҡ шағиры Пушкин тураһында һөйләй. Сиркәү руханийы дини вәғәз итеп ни әйтер һуң? Был һорауға яуапты бөгөнгө көндәге ижтимағи күренештәрҙән алыу ҡыйын түгел. Үҙебеҙҙең йөрәгебеҙҙән һорайыҡ әле, шағирыбыҙҙың үлемһеҙ ижадын уҡығанда ул ни тоя? Пушкин шиғырҙары йөрәгебеҙҙе талпынып тибергә мәжбүр итә, күңелебеҙҙә иң нескә, иң изге тойғолар уята тиһәк, беҙҙең менән һәр кем килешер, моғайын..."
       Митрополит Антоний Пушкинды "әхлаҡлы кеше, православие динендәге христиан, патриот" тип атай.
       Был, моғайын, дини владыканы диндарҙар өсөн генә түгел, ә киң даирә өфөләр өсөн дә ыңғай һүрәтләгән берҙән-бер документтыр.
       Антоний III-нөң биографияһына әйләнеп ҡайтайыҡ (әйткәндәй, уның тураһында биографик белешмә "Башҡортостан" энциклопедияһының икенсе томында бирелгән).
       Граждандар һуғышы йылдарында 1918 йылдан ул Киев митрополиты була. Соборҙағы патриарх тәхетенә дәғүә итеүселәрҙең береһе була. Билдәле сәбәптәр арҡаһында 1919 йылда Сербияға күсеп китә. Унда рустарҙың сит илдәге православие сиркәүенә нигеҙ һалыусы Карловацк сиркәү соборын үткәрә. Был сиркәү Синоды рәйесе итеп һайлана. 1936 йылда Антоний III вафат була, Белградта ерләнгән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал